Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
28 Август 2025, 15:15

Берҙәм дәүләт имтиханында юғары балл алыу серҙәрен асты

“Ауыр ғына фән булған физиканан Берҙәм дәүләт имтихандарын юғары балға эшләү өсөн нисек әҙерләнергә кәрәк?” – тип һораным Фәнүзә Әҡсын ҡыҙынан. Ул үҙенең балаларҙы БДИ-ға әҙерләү серҙәрен асты...

Берҙәм дәүләт имтиханында юғары балл алыу серҙәрен асты
Берҙәм дәүләт имтиханында юғары балл алыу серҙәрен асты

Берҙәм дәүләт имтихандары уҡыусының ғына түгел, уҡытыусының белеменә лә һынау ул. Хәйер, уҡытыусының белеменә генә лә түгел, уның үҙ эшенә мөнәсәбәтенә, балалар күңеленә юл таба алыу-алмауына, заман менән ҡатар атлаймы-юҡмы икәнлегенә лә ҙур имтихан. Йылдың-йылы уҡыусылары яҡшы һөҙөмтәләр менән ҡыуандырған уҡытыусылар шуға асыҡ дәлил.

Иҫке Собханғол урта дөйөм белем биреү мәктәбендә быйыл ике фәндән байтаҡ уҡыусылар БДИ-ны юғары балдарға тапшырҙы.

Иҫке Собханғол урта дөйөм белем биреү мәктәбенең физика уҡытыусыһы, 32-се йыл рәттән балаларға физика серҙәрен асыусы Фәнүзә Әҡсән ҡыҙы Хәкимова тураһында районда күптәр белә инде. Фәнүзә Әҡсән ҡыҙының уҡыусыһы былтыр район тарихында тәүге тапҡыр БДИ-ла 100 балл йыйыуға өлгәшкәйне. Быйылғы сығарылыш уҡыусылары ла һынатмаған.

-Быйыл 6 уҡыусым 80 балл тигән юғары бейеклекте үтте. Тәғәйен алғанда, Ильмир Вәлитов 1 генә хата менән 96 балл йыйҙы. Уныһы ла тулҡынланыуҙан автоматик рәүештә киткән хата – иң еңел һаналған тәүге өлөштә 450 тигән яуап урынына, үҙе лә аңғармаҫтан, 350 тип яҙып киткән. Иң ауыр һаналған “С” этабын бер хатаһыҙ эшләгән. Ул нефть-техник университеты студенты булып китте.

Илтимер Мырҙағолов 86 балға эшләгән. Ул гуманитар йүнәлеште һайланы – Өфө фән һәм технологиялар институның филология факультетына уҡырға инде.

Физиканы бик ныҡ яратҡан аҡыллы, шымыҡай ғына егетебеҙ Иҙел Мусин физиканан 84 балл, тырыш ҡыҙыбыҙ Гүзәлиә Юлчурина 82 балл йыйҙы. Иҙел аграр университетҡа, Гүзәлиә нефть-техник университетҡа уҡырға инделәр.

Арслан Күлбаев менән Инсаф Кәбиров 80-шәр балл туплағандар. Улар ҙа нефть-техник университетына уҡырға юлланасаҡ.

-Ауыр ғына фән булған физиканан Берҙәм дәүләт имтихандарын юғары балға эшләү өсөн нисек әҙерләнергә кәрәк? – тип һораным Фәнүзә Әҡсын ҡыҙынан.

-Беренсенән, әҙерләнгәндә балаларға мәсьәләләрҙе дөрөҫ һайларға һәм эшләтергә кәрәк. Мин уҡыусыларҙы БДИ-ға 2002 йылдан бирле әҙерләйем. Шунан бирле һәр йылдың китаптарын һатып алып барҙым. Шул 23 йыл эсендәге китаптарҙан иң ауыр һаналған мәсьәләләрҙе  эшләйбеҙ. Даими зачет алып барам. Быйыл, мәҫәлән, апрель-май айҙарында 17 уҡыусынан 36 дәрес буйы зачет алдым. Дәрес мәлендә лә, төштән һуң да эшләйбеҙ. Өйҙә лә шөғөлләнәләр. Айына 100 күнегеү эшләйбеҙ. Уҡыу йылы буйына 900 күнегеү килеп сыға. Сөнки мин был эшкә уҡыу йылы башланыу менән тотонам. Йыш ҡына теге йәки был китаптан мәсьәләләрҙе интуиция буйынса һайлайым. Һәм был тойомлауым алдамай – тап шул мәсьәләләр БДИ-ла эләккән осраҡтар байтаҡ. Байназарҙан, Әбделмәмбәттән миңә әҙерләнергә йөрөгән балалар ҙа үҙҙәре теләгән уҡыу йорттарына инде, - ти Фәнүзә Әҡсән ҡыҙы.

Автор: Тансылу Багаутдинова
Читайте нас