Иҫке Собханғол урта дөйөм белем биреү мәктәбендә уҡыусылары юғары балдар менән ҡыуандырған йәнә бер уҡытыусы бар. Ул - математиканан балаларға белем биреүсе Фәнзилә Фәрхәт ҡыҙы Садыҡова.
Уның уҡыусыһы Арслан Күлбаев математиканан БДИ-ны 90 балға тапшырған. Илтимер Мырҙағолов менән Илмир Вәлитовтарҙың күрһәткесе – 88 балл. Инсаф Кәбиров – 84, Гүзәлиә Юлчурина – 82, Айнур Ишемов менән Илнар Сәлихов 80-шәр балл йыйған.
- Үрҙә исемдәре аталған балалар айырыуса тырыш булдылар – белем алырға ынтылып ҡына торҙолар. Ундай балалар менән эшләүе лә рәхәт.
Дәрес ваҡытында ла, төштән һуң өҫтәмә дәрестәрҙә лә әҙерләндек. Һәр ҡайһыһы менән шәхсән дә шөғөлләндем. Дөрөҫөн генә әйткәндә, БДИ-ға әҙерлекте 5-се кластан башлайбыҙ. Уҡытҡан ваҡытта, бына ошондай мәсьәлә БДИ-ла ла осрай, тип айырым баҫым яһап барам.
Ныҡлап 10-11 кластарҙа шөғөлләнәбеҙ. 10 класта уҡ төштән һуң саҡыра башлайым.
Былтыр республика буйынса 70-ләп уҡыусы БДИ-ны 100-әр балға тапшырғанғамы икән, быйыл күнегеүҙәрҙе ҡатмарлаштыра төшкәндәр. Икенсе өлөшө айырыуса ҡатмарлы. Шулай ҙа уҡыусыларым бирешмәне. Мәҫәлән, Арслан Күлбаев икенсе өлөштәге ике задачаны ла эшләгән.
Мин дәрес темаларын яңы йылға тиклем аңлатып бөтәм. Ғинуарҙан дәрестәрҙә БДИ-ға әҙерләнә башлайбыҙ. Ай һайын “пробный” БДИ-лар үткәрәм. Уларҙа ниндәй мәсьәләләрҙе балаларҙың белеп етмәүе асыҡ күренә. Шулар өҫтөндә эшләйбеҙ.
-Уҡытыусы менән уҡыусы бергә тырышҡанда ғына маҡсатҡа өлгәшеп була. Эшемдә балалар менән уртаҡ тел табыуҙы беренсе урынға ҡуям. Минең дәрестәрҙә балалар уҡымай, өйрәнмәй ултыра алмай, - ти Фәнзилә Фәрхәт ҡыҙы, бынан 41 йыл элек Иҫке Собханғол урта мәктәбенә эшкә урынлашып, бер ай эсендә башҡорт телен өйрәнеп алған, Бөрйәнгә таштай батып, ғүмере буйы башҡорт балаларына математика серҙәрен асыусы мәктәптә лә, вузда ла рус телендә генә уҡыған татар ҡыҙы.
Уҡытыусыларынан уңған был уҡыусылар, тиергә ныҡлы нигеҙ бар. Тырыш уҡытыусыларҙың үҙҙәренә лә киләсәктә лә уҡырға тырышып торған уҡыусылар килеп, уларҙан уңырға яҙһын - белемде бирергә әҙер уҡытыусы менән шул белемде йотоп алырға әҙер балалар булғанда ғына шундай уңыштарға өлгәшеп булалыр ул.
Т. Баһауетдинова.