Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
27 Август 2025, 09:05

1 сентябрҙән мәктәптәрҙә ниндәй яңылыҡтар көтөлә?

Мәғариф министры Илдар Мәүлитбирҙин оператив кәңәшмәлә яңы уҡыу йылында көтөлгән яңылыҡтар тураһында һөйләне.

1 сентябрҙән мәктәптәрҙә ниндәй яңылыҡтар көтөлә?
1 сентябрҙән мәктәптәрҙә ниндәй яңылыҡтар көтөлә?

Министр һүҙҙәренсә, 1 сентябрҙән «Тыуған яҡ тарихы» тигән яңы уҡыу курсы, берҙәм дәрес планлаштырыу һәм дәрестәр теҙмәһе индерелә, контроль эштәр һаны кәмей. Бынан тыш, көҙгө, ҡышҡы һәм яҙғы каникулдарҙың датаһы билдәләнгән.

«Яңы уҡыу йылы сифатлы белем алыу өсөн тулы мөмкинлек бирер, үҫеп килгән быуында патриотик аң формалаштырыу өсөн мөһим этап булыр тип ышанам», — тине Илдар Мәүлитбирҙин.

 

“Башинформ”дан.

Автор:
Читайте нас