Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
26 Август 2025, 09:50

1 сентябрҙән 5-7-се кластар яңы тарих дәреслектәренән уҡый башлай

Был хаҡта дәүләт тарих дәреслектәре өсөн яуаплы секретарь Владислав Кононов хәбәр итте.

1 сентябрҙән 5-7-се кластар яңы тарих дәреслектәренән уҡый башлай
1 сентябрҙән 5-7-се кластар яңы тарих дәреслектәренән уҡый башлай

Уның һүҙҙәренсә, Рәсәй Мәғариф министрлығының яңы дәүләт линейкаһына күсеү ике йылға билдәләнгән. 2026-2027 уҡыу йылынан 8-9-сы кластар өсөн дәреслектәр индереү планлаштырыла.

«Бөтә дәреслектәр Федераль дәреслектәр исемлегенә ингән, мәктәп йәки төбәк быйылдан уҡ ошо дәреслектәргә күсергә мөмкин», — тип Владислав Кононовтың һүҙҙәрен килтерә ТАСС.

Тарихты өйрәнеү 5-се класта Боронғо донъя тарихынан башлана, тип иҫкә төшөрҙө ул. 6-сы кластан уҡыусылар Дөйөм тарихты һәм Рәсәй тарихын эҙмә-эҙлекле өйрәнеүгә күсә.

Бөтә дәреслектәрҙә лә «Уҡытыусыға һәм уҡыусыға» тигән махсус бүлек һәм Рәсәй музейҙары сайттарына һылтанмалар менән «Килеп ҡарарға тәҡдим итәбеҙ» рубрикаһы бар.

“Башинформ”дан.

Автор:
Читайте нас