Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
22 Июль 2025, 15:20

Ауыл мәктәптәре директорҙары өсөн гранттар

Документ Башҡортостандың хоҡуҡи мәғлүмәт порталында баҫылған. Хөкүмәттең 21 июлдәге ҡарарынан күренеүенсә, гранттар биреү тураһында ҡарар республика комиссияһында ҡабул ителә. Грант алыу өсөн талап тар ниндәй һуң?

Ауыл мәктәптәре директорҙары өсөн гранттар
Ауыл мәктәптәре директорҙары өсөн гранттар

Хөкүмәттең 21 июлдәге ҡарарынан күренеүенсә, гранттар биреү тураһында ҡарар республика комиссияһында ҡабул ителә. Грант алыу өсөн талап тар ниндәй һуң?

Грантҡа дәғүә итеүселәргә ҡуйылған талаптар билдәләнде. Конкурста халҡы 25 меңдән артмаған ауыл биләмәһендәге дөйөм белем биреү ойошмалары етәкселәре ҡатнаша ала. Документтар тапшырған көндә дәғүәсенең йәше 45-тән уҙмаҫҡа тейеш.

Конкурста республика ҡала округтарының административ сиктәрендә урынлашҡан ауыл биләмәләрендәге мәктәптәрҙең директорҙары ла ҡатнашырға мөмкин.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2025 йылдың 1 ғинуарынан Башҡортостанда ауыл ерендә эшләгән дөйөм белем биреү ойошмалары етәкселәре өсөн 50 грант булдырылды. Һәр гранттың суммаһы – 690 мең һум, аҡса йыл һайын тапшырыла.

“Башинформ”дан.

Автор:
Читайте нас