40 йыллыҡ тарихҡа эйә 132-се һөнәрселек училищеһы - хәҙер Урал аръяғы агросәнәғәт колледжының Иҫке Собханғол филиалы районда урта һөнәри белем биреүсе берҙән-бер уҡыу йорто (етәксеһе Таһир Йәноҙаҡ улы Юлчурин) райондың үҫешенә ҙур өлөш индергән, районға кәрәкле кадрҙар әҙерләп сығарған.
“РФ-ның профессиональ белем биреү отличнигы” билдәһе менән бүләкләнгән, РФ-ның почетлы профессиональ белем биреү хеҙмәткәре, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре Таһир Йәноҙаҡ улы 1997 йылдан алып етәксе вазифаһын башҡара, заманында өс саҡырылыш район депутаты итеп һайланып ауыл советтарына күп ярҙам ойоштора.
Ғүмеренең күп өлөшө, хеҙмәте профессиональ белем биреү системаһында үткән тәжрибәле етәксе 40 йылдан ашыу хеҙмәт стажына эйә. Ошо көндәрҙә күркәм 65 йәшлек юбилейын билдәләүсе Таһир Йәноҙаҡ улы менән әңгәмә ҡорҙоҡ.
-Бала сағығыҙҙа кем булырға хыяллана инегеҙ?
-Бәләкәй сағымда шофер булам тип хыяллана инем. Сөнки ул мәлдә транспорт мәсьәләһе бик киҫкен торҙо. Шуға күрә техника менән ҡыҙыҡһындым. Уҡырға инеүемдең дә сәбәбе шул булғандыр. Автомобилист һөнәрен алырға теләнем, әммә ул һөнәргә әҙерләгән вуздар Башҡортостанда асылмаған ине. Шуға ауыл хужалығы институтының ауыл хужалығын механизациялау бүлегенә уҡырға инһәм, дөрөҫ булыр, тип һанап, документ тапшырҙым. Трактор-автомобиль кафедраһында диплом яҡланым.
Ата-әсәйем Йәноҙаҡ Ғөбәйтулла улы һәм Сәмәрә Фәтхетдин ҡыҙы төплө белем алыуға булышлыҡ итте. Мәктәптә уҡыған осорҙағы класс етәксем Тамара Зәйләғи ҡыҙы Ғәбитоваға ла бөгөнгө көндә лә рәхмәтлемен. Ул беҙгә яҡшы белем һәм тәрбиә биреүгә күп көс һалды, кеше булып үҫешеүебеҙгә ҙур өлөш индерҙе.
-Хеҙмәт юлығыҙ ҡайҙан башланды?
-Институтта ҡалырға тигән тәҡдим булһа ла, ата-әсәйгә ярҙам итергә кәрәк, тигән уй менән районға ҡайттым.
Ул саҡта ауылға ҡайтҡан белгестәргә 6 айлыҡ подъемный бирәләр ине, ул да ҡыҙыҡһындырҙы.
Совхозда өлкән инженер, ауыл хужалығы машиналары буйынса механик булып эш башланым.
Совхоз реорганизация кисергәс, һөнәрселек училищеһына күстем. Әйткәндәй, СПТУ 1985 йылдың ноябренә тиклем Учалы училищеһының филиалы булған. Аратов Самат Шөғәйеп улының тырышлығы менән үҙаллылыҡ алған училище артабан йылдам ғына үҫешеп китте.
Белем биреү системаһында эшләп китермен тип ғүмерҙә лә уйламағайным. СПТУ-ға производствоға өйрәтеү мастеры булып эшкә урынлаштым. Колхоз-совхоздарҙың көслө сағы. Яңы техникалар килә. Уҡытҡан һөнәрҙәр күп ерҙә талап ителә.
Тырышлығымды, уңыштарымды күрепме, 1987 йылда уҡытыу-производство эштәре буйынса директор урынбаҫары вазифаһын тәҡдим иттеләр. Ун йыл эшләү осоронда балаларға белем бирергә тырышҡан, училищеның үҫешенә булышлыҡ иткәндәр күп кенә булды. Мәҫәлән, Рафаэль Дәүләтҡол улы Буранбаев хаҡлы ялға сыҡҡансы эшләне. Уның менән бер рәттән Ғайса Ғәлимйән улы Ғафаров күп көс һалды, өлкән мастер булып та эшләне. Рөстәм Сәлим улы Яубаҫаров физкультуранан уҡытты. Ул уҡытҡан мәлдә беҙҙең уҡыусыларҙың райондағы спорт ярыштарында ҡатнашмай ҡалған ваҡыты бөтөнләй булмағандыр.
А.Ҡ. Һырлыбаев, С.Д. Прохоров, Р.Х. Ғизулин күп йылдар эшләне. Уҡыусылар уларҙы яратты. Оҙаҡ йылдар уҡытыу һәм тәрбиә эшендә эшләгән Ф.С. Вәлиуллина, З.Х. Ҡыуандыҡова, З.А. Сәитбаталова, К. Я. Вәлиев, Р.Д. Сабирова, Р.Р. Хәкимов, Х.И. Бирганова, З.С. Фәйзуллина, А.Ш. Салауатов, С.М. Ғәлина, С.Ф. Кинйәбаева районға белгестәр әҙерләүгә ҙур көс һалдылар.
-Училище филиал булғандан бирле ҙур үҙгәреш кисерҙеме?
-Училищеның үҙ аллы булған сағында үҙ филиалдары булды. Береһе - Үҙәндә, икенсеһе Байназарҙа (аҙаҡ Ҡурғашлыла). Бик көслө коллектив тупланған ине. Уҡыусылар белем кимәле буйынса юғары күрһәткестәр күрһәтте. Төп көс һалған кеше Салауат Ғәлимйән улы Ишбулатов булды. Барый Юлъяҡшин, Йәноҙаҡ Әхмәт улы Хисмәтуллин, Сәйет Хәсән улы Һатыбалов, Ғилман Ҡарағолов, Әмин Хисаметдинов бар тырышлыҡтарын һалып эшләне.
1997 йылда халыҡ кәсептәрен тергеҙеү буйынса программа ҡабул ителеп, художество изделиеларын эшләү төркөмө асылды. Был эште атҡарыуҙа Рәмил Ғариф улы Иҫәнғужин тырышты. Хәләф Хәлфетдин улы база төҙөүҙә ярҙам итте. Училище күргәҙмәләре менән республикала үҙен күрһәтә алды, хатта Мәскәүҙә “Известия” гәзитендә училище, боронғо халыҡ һөнәрҙәрен тергеҙеү тураһында яҙып сыҡтылар.
2000 йылдарза СПТУ-132 районда беренсе булып ҡаҙанлыҡты газ яғыулығына күсерҙе. Был эштәрҙе иретеп-йәбештереүсе Фәтих Псәнчин, инженер Рөстәм Баязитов атҡарҙы. Ошо уҡ йылдарҙа үҙаллы һыу менән тәьмин итеү системаһы булдырылды.
Уҡыу йортоноң үҙ хужалығы булды. Уҡыусылар иген үҫтерергә өйрәнделәр, МТС-тар комбайндар бирҙе. Марат Бирганов, Рим Йәнсурин, Илнур Ғәбитов гектарынан 49 центнер уңыш йыйып алып хайран ҡалдырғандар ине.
Оҙаҡ эшләмәһәләр ҙә Илдар Иҫәнғазин, Илнур Ҡәҙерғолов, Тайфур Юлчурин, Зөбәржәт Ғизәтуллиналарҙың да хеҙмәттәрен баһаламай мөмкин түгел.
Ҡатмарлы осорҙар башланды, оптимизация тигән ят һүҙҙәрҙе тәүгә шул ваҡытта ишеттек һәм ул беҙгә лә ҡағылды. Училище тулы ҡеүәтендә эшләгәндә уҡыусылар һаны 300-ҙән артыҡ була торған ине. Ул ваҡытта беҙ электрик һөнәренә лә уҡытып ала инек. Әлеге ваҡытта 130 уҡыусы. Иҫләүемсә, иң күбе 96 хеҙмәткәр эшләһә, хәҙерге мәлдә - 20 тирәһе.
Үкенескә ҡаршы, филиал булғаны бирле уҡыу йорто элеккесә йылдам темптар менән үҫеш юлын дауам итмәне. Уйлаған уйҙарҙы тормошҡа ашырып булмаған саҡтар йышайҙы.
Училищеның төп йүнәлеше – водителдәр һәм трактористар әҙерләү. Уҡырға инеүселәрҙең бөтә төр водитель категорияларына уҡып алыу мөмкинлеге булды. Имтиханды ла Бөрйәндең үҙендә ойоштороуға өлгәштек. Филиал булғандан алып был процесс туҡтап ҡалды.
Шулай ҙа, ҡатмарлыҡтарға ҡарамай, филиал үҙенең эшен дауам итә. Йыл да Президент, Профсоз стипендиаттары булыу кимәленә еткән уҡыусылар булып тора. Профессиональ белем биреү системаһында талаптар үҙгәреү сәбәпле, элек 3 йыл уҡыған студенттар хәҙер 2 йыл ғына уҡыйҙар. Уҡыу аҙағында демонстрацион имтихан (мәҫәлән, техникалағы ниндәйҙер төҙөк булмаған урынды табып, ремонтларға, регулировкаларҙы, йәки ауыл хужалығы агрегатын көйләргә, уны тракторға тағырға тигән кеүек эштәр бирелә) тапшыралар.
-Хәҙерге көндә лә эшсе һөнәрҙәр талап ителә, ә техник һөнәрлеләр аҙая барған төҫлө...
-Бала саҡта ағайҙарҙың тракторына ултырып йөрөү, уны йөрөтөргә өйрәнеү мөмкинлеге була торғайны. Шуғалыр ҙа ауыл малайҙарының техникаға ҡыҙыҡһыныуы ҙур ине. Ә хәҙер мастерҙарға күберәк көс һалырға тура килә. Беҙҙә машиналарҙы ремонтлау буйынса мастер һөнәре алырға мөмкин. Был йүнәлеш буйынса 2 йыл элек кенә уҡыта башланыҡ. Был өлкәлә Фәрит Ғизуллиндың тырышлығы ҙур, ул уҡыусыларҙы йәлеп итә белә, төплө итеп аңлатырға тырыша.
Шулай уҡ физик мөмкинлектәре сикләнгән балалар өсөн айырым төркөм булдырылған. Ҡәҙимге төркөмдәрҙә 25 уҡыусы булһа, был төркөмгә 12 бала алына. Киләһе уҡыу йылына 9 класты тамамлаған 50 уҡыусыны ҡабул итеү планы ҡуйылған.
-Коллективтың берҙәм, татыу булыуы ла ҙур роль уйнайҙыр.
-Әгәр ҙә етәксе булып эшләйһең икән, бер кемде лә тыңлама, үҙең уйла, үҙең хәл ит, тигән һүҙҙәрҙе иҫтә тотам.
Коллектив һәйбәт, татыу булмаһа, унсама йылдар буйы уны етәкләп булмаҫ ине. Эш дәүеремдәге хеҙмәткәрҙәрҙең барыһын да хәтерләйем, барыһын да тик яҡшы яҡтан телгә алыр инем. Эш булғас, төрлө саҡтар ҙа булғандыр - һүҙгә килешкән, ниндәйҙер ҡатылыҡ күрһәткән ваҡыттар ҙа булғандыр инде, әммә шунһыҙ коллектив менән идара итеп булмай. Бөгөнгө көндә коллективта оҙаҡ йылдар С.Ф. Бикмөхәмәтова, В.Ә. Бикбаева эшләй. Л.Г. Яхина, Ғ.Ә. Вәлиев, Л.Н. Кульчикова, М.Р. Тләүбаева - төп таяныстарым.
-Ниндәй уңыштарығыҙ менән ғорурланаһығыҙ?
-Училищеның, хәҙер филиалдың уҡыусылары, уларҙың уңыштары менән ғорурланам.
2014 йылға тиклемге документтарға күҙ һалһаҡ, 9345 уҡыусы төрлө һөнәр буйынса уҡып сыҡҡан. Баймаҡ филиалына әйләнгәндән һуң, 950 тирәһе уҡыусы һөнәр алған. Йәғни 10 меңдән ашыу кешенең һөнәр алыуында өлөшөм булыуы менән ғорурланам.
-Ғаиләгеҙ тураһында һөйләп үтегеҙ әле.
-Бәхет тынлыҡты ярата тигән әйтем бар бит. Ғаиләнең тотороҡлоғо, уның уңыштары күп ваҡыт ҡатын-ҡыҙҙан тора тип уйлайым. Ғаилә уңышлы булһа, балалар ҙа бәхетле. Тәүге ғаиләм тарҡалыу сәбәпле, кесе мәктәп йәшендәге ике улымды үҙемә тәрбиәләп, аяҡҡа баҫтырырға тура килде. Бында ата-әсәйемдең, Рәмилә апайымдың ярҙамы ҙур булды. Тимур ҙа, Тайфур ҙа юғары белем алдылар. Бөгөнгө көндә икеһенең дә ғаиләләре, эштәре, үҙ йорттары бар, Өфөлә йәшәйҙәр. Әлеге мәлдә тормош иптәшем Лилиә менән 11-сене тамамлаған ҡыҙыбыҙ Гүзәлиәне үҙаллы тормошҡа аяҡ баҫтырыу бурысы тора.
-Эшегеҙҙән арыған ваҡыттар булдымы? Нисек ял итәһегеҙ?
-Эштән арығаным булмағандыр ул. Яратҡан эшемә мөкиббән киткән дә ҡуйғанмын. Йыл артынан йыл үткән, тиҫтә йылдар үтеп киткән.
Ялдарҙа, отпуск мәлендә ғаиләбеҙ менән ял итәбеҙ. Атайым хаҡлы ялға сыҡҡас бал ҡорттары көтә башлағайны. Ул мәрхүм булғас, ҡортсолоҡ эше миңә ҡалды һәм ул минең дә хоббима әйләнеп китте. Үҙенә күрә бер ял. Улар эргәһендә сәбәләнеп булмай. Тынысландыра.
Иртән яҙҙан сәскәләр үҫтерергә яратам. Нарцисс, тюльпандарҙы өйҙә үҙем ултыртам. Ҡар иреп бөтөү менән, әле донъя йәшеллеккә күмелмәгән, башҡа сәскәләр булмаған ваҡытта килеп сыға улар.
Юлымда элекке уҡыусыларым осрап: “Таһир ағай, ҡасандыр һеҙ беҙҙе уҡытҡайнығыҙ”, тиһәләр, күңелгә йылы булып китә. Йәш ҡыҙҙар һәм егеттәр менән эшләү үҙе энергия бирәлер ул. Нисек кенә әйтһәләр ҙә, йәшлек – ул матурлыҡ. Студенттарҙың һәр береһенең үҙ холоҡтары, ололарҙы асыуландырған ҡылыҡтары ла булып тора. Унһыҙ булмайҙыр ҙа. Сөнки уларҙың тормош тәжрибәһе юҡ, бәләкәй генә проблема уларға ҡатмарлы күренә.
-Китап уҡырға яратаһығыҙмы?
- Китап уҡырға ярата торғайным. Ваҡыт юҡмы, әллә хәҙерге әҙәбиәтте аңлау-аңламау проблемаһымы, бөгөнгө көндә онотолоп китеп заман китаптарын уҡығаным юҡ. Яратҡан авторҙарым - А.П.Чехов һәм Зәйнәб Биишева. Йәшерәк саҡта китаптарҙы почта аша яҙҙырып алдырҙым. Улдарымды китап уҡыуға йәлеп итә алғаныма ҡыуанам. Бәләкәй саҡтарынан ҡулдарынан китап төшмәне. Ҡатмарлы әҫәрҙәрҙе лә уҡығандарына аптырай торғайным. Күҙ алдына килтерегеҙ, бәләкәй малай Достоевскийҙы уҡып ултырһын әле. Ҡыҙымдың бирелеп китап уҡыуында оло улымдың өлөшө бар. Бәләкәй сағында бер ҡыҙыҡлы китап алып ҡайтып тотторғайны, шунан алып китаптан айырылманы.
-Һөнәр алыштырыу, тормошоғоҙҙа нимәне булһа ла үҙгәртеү уйы булғаны бармы?
-Ҡайһы саҡ ғүмер буйы бер урында эшләү дөрөҫ микән ул тигән уй килеп сыҡҡылай ине. Ә һөнәремде ҡырҡа үҙгәртеп, икенсе йүнәлеш буйынса китеүҙе бер ваҡытта ла уйлағаным булманы. Заман талабы, эшем буйынса төп дипломдан тыш, башҡаларын да алырға тура килде, әлбиттә. Ошо урында Александр Солженицындың цитатаһын ҡабатларға теләр инем:
«Был асыҡ балҡып торған интеллект, был ирекле һәм күҙгә ташланмаҫ юмор, был еңеллек һәм, фекер киңлеге, бер инженерлыҡ өлкәһенән икенсеһенә һәм ғөмүмән, техниканан йәмғиәткә, сәнғәткә күсеүҙең иркенлеге».
Инженерҙың төп йүнәлеше - нимәлер уйлап сығарыу, ижад итеү. Шуға күрә алған һөнәрем оҡшай. Улдарым да инженер һөнәрлеләр. Береһе эшен - автомобилдәр, икенсеһе компьютер технологиялары менән бәйләне.
Үткән тормош юлым менән ҡәнәғәтмен. Шуға ла тормошомда нимәнелер үҙгәртеү уйы булманы. Әлбиттә, төрлө яңылышлыҡтар булғандыр инде, хаталарһыҙ ғына кеше йәшәй алмайҙыр ул. Мөмкин булһа, мин ошо уҡ юлды, бер нәмәһен дә үҙгәртмәй, тулыһынса яңынан ҡабатлар инем.
-Тик бәхетлеләр, үҙ тормошонан бәхет, йәм табып йәшәгәндәр генә ошо һүҙҙәрҙе әйтә алалыр. Матур әңгәмә өсөн ҙур рәхмәт!
Ә. Уразаева.