Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
30 Июнь 2025, 09:00

Алтын миҙаллы егет йәки БДИ - 2025 геройы

Иҫке Монасип мәктәбе талантлы, уңған, һәләтле балаларға һәр ваҡыт бай булды. Йыл да уның ишектәрен асып, алтын миҙалға лайыҡлы булып, ҡарлуғастары осоп сығып тора. Улар Берҙәм дәүләт имтихандарын юғары балдарға биреп, төрлө уҡыу йорттарына инеп, матур итеп һөнәр алып сығалар. Быйыл да бер егет алтын миҙалға лайыҡ булды...

Алтын миҙаллы егет йәки БДИ - 2025 геройы
Алтын миҙаллы егет йәки БДИ - 2025 геройы

Иҫке Монасип мәктәбе талантлы, уңған, һәләтле балаларға һәр ваҡыт бай булды. Йыл да уның ишектәрен асып, алтын миҙалға лайыҡлы булып, ҡарлуғастары осоп сығып тора. Улар Берҙәм дәүләт имтихандарын юғары балдарға биреп, төрлө уҡыу йорттарына инеп, матур итеп һөнәр алып сығалар.

Бына быйыл да 11-се класты тамалаусы Бикмәтов Исмәғил БДИ имтихандарын юғары балдарға биреп, алтын миҙалға лайыҡ булды. Уңған, тырыш, һәләтле егет уҡыу йылдарында бөтә предметтарҙан тик “бишле” билдәләренә генә өлгәште. Тырышып уҡыу, конкурстарҙа, олимпиадаларҙа ҡатнашып еңеүҙәр бушҡа китмәй. Яҡшы уҡыуы, өлгөлө тәртибе өсөн Мәскәүгә, Бөтә Рәсәй күргәҙмәһенә барыу бәхетенә лә ирешә ул. Айырыуса инглиз телен яратып өйрәнә Исмәғил. Уҡытыусыһы Айытбаева Розалия Ғәфүр ҡыҙы етәкселегендә әҙерләнеп, инглиз теленән олимпиадаларҙа район кимәлендә һәр ваҡыт еңеү яулай. Аҡмулла олимпиадаһында инглиз теле буйынса ҡатнашып, юғары балдар йыйҙы. Мәғариф министрлығы тарафынын ойошторолған “I can speak” Республика олимпиадаһында ҡатнашып финалға сыға. «Арыҫланов уҡыуҙары» III фәнни-ғәмәли конференцияһында ҡатнашып ҙур баһа алды. Уның эше «Ғәли Ибраһимовтың «Кинйә» романынан өҙөктө инглиз теленә тәржемә итеү” номинацияһында Мәғариф һәм фән министрлығының II дәрәжәле дипломы менән бүләкләнә. «Экология – һәр кемдең эше” исемле халыҡ-ара конкурста ҡатнашып, экоөй төҙөү буйынса үҙ эшен яҡлап, конкурстың махсус призына лайыҡ була. Шулай уҡ Исмәғил рус әҙәбиәтенән классик әҫәрҙәрҙе яратып уҡыны. Информатика фәненә ылыҡты.
9-сы класты тамамлағанда ла Исмәғил бар имтихандарҙы ла тик «бишле” билдәһенә генә тапшырҙы.
Исмәғил Берҙәм дәүләт имтихандарына ла бик етди әҙерләнде. Һәр яҡлап һәләтле уҡыусының тырышлығының һөҙөмтәһе лә емешле булды. Рус теленән уҡытыусыһы Кунафина Зөлфиә Альберт ҡыҙы етәкселегендә әҙерләнеп 89 балл йыйһа, информатиканан 93 балл йыйҙы. Был районда иң юғары күрһәткес. Профиль математиканан Хисмәтуллина Лия Зәки ҡыҙы етәкселегендә әҙерләнеп 78 балл йыйыуға өлгәште.
Исмәғилгә матур тәрбиә биргән ата-әсәһе Бикмәтов Сабит Мәжит улы менән Бикмәтова Айгөл Ибраһим ҡыҙы, уҡытыусылары, дуҫтары уның менән лайыҡлы рәүештә ғорурлана ала.

Автор:
Читайте нас