Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
30 Апрель 2025, 08:10

Бөрйән ҡыҙы Алтайҙан еңеү менән ҡайтҡан!

2025 йылдың 27 апреленән 29 апреленә тиклем Таулы Алтай ҡалаһының В.К.Плакас исемендәге республика гимназияһы базаһында Себер һәм Алыҫ Көнсығыш халыҡтарының туған телдәре буйынса төбәк-ара олимпиада үтте. Сарала Бүрәт, Саха (Яҡут), Татарстан, Башҡортостан, Тыва, Хакасия, Алтай Республикаһынан 30 уҡыусы ҡатнашты. Бәйгеселәр араһында Бөрйән ҡыҙы ла бар.

Бөрйән ҡыҙы Алтайҙан еңеү менән ҡайтҡан!
Бөрйән ҡыҙы Алтайҙан еңеү менән ҡайтҡан!

Бәйгеселәр араһында Бөрйән ҡыҙы, Рәми Ғарипов исемендәге 1-се гимназияның 11 “Б” класы уҡыусыһы Григорьева Анастасия ла була. Ул "Урал батыр" башҡорт эпосы нигеҙендә интерактив уйындар" ижади проекты менән сығыш яһай.

-Анастасия Бөрйән ҡыҙы булғанлыҡтан, мәшһүр эпосыбыҙ менән ныҡлы ҡыҙыҡһына, бер нисә йыл дауамында был проект өҫтөндә эшләй. Уның уңышлы сығышында "Шүлгәнташ" тарихи-мәҙәни музей комплексында экскурсовод, гимназияның музей эшендә экскурсовод булып эшләүе ҙур роль уйнай. Олимпиаданың "Үҙең менән таныштырыу " өлөшөндә ул Алтайҙан килгән ҡунаҡтар менән аралашырға тура килеүен билдәләй. Алтай Республикаһындағы Денисов һәм Шүлгәнташ мәмерйәләренең оҡшашлығы тураһында әйтеп үтә. Һомай образында сығыш яһауы ла уңышлы була. Художестволы әҫәрҙе анализлау этабын да Настя уңышлы үтә.

Шулай итеп, уҡыусыбыҙҙың проекты жюри ағзаларында ҙур ҡыҙыҡһыныу уята. Анастасия бөтә этаптарҙы уңышлы үтеп, II дәрәжә Дипломға лайыҡ була.

Уҡыусыбыҙҙың гимназия данын ғына түгел, ә Башҡортостаныбыҙҙың данын лайыҡлы яҡлауы менән ғорурланабыҙ.
Афарин, Настя! – тип хәбәр итәләр гимназиянан.

Анастасияның етәкселәре - башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Р.М. Тимербулатова, рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Ф.Ф. Ҡотлогилдина.

Сығанаҡ:

Римма Тимербулатова

 

Бөрйән ҡыҙы Алтайҙан еңеү менән ҡайтҡан!
Бөрйән ҡыҙы Алтайҙан еңеү менән ҡайтҡан!
Бөрйән ҡыҙы Алтайҙан еңеү менән ҡайтҡан!
Бөрйән ҡыҙы Алтайҙан еңеү менән ҡайтҡан!
Бөрйән ҡыҙы Алтайҙан еңеү менән ҡайтҡан!
Бөрйән ҡыҙы Алтайҙан еңеү менән ҡайтҡан!
Бөрйән ҡыҙы Алтайҙан еңеү менән ҡайтҡан!
Автор: Тансылу Багаутдинова
Читайте нас