Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
28 Апрель 2025, 11:15

“Әгәр нимәлер эшләйһең икән, уны яҡшы итеп эшләргә кәрәк”, ти Әнисә Ғибәт ҡыҙы

Мәктәпкәсә белем биреү донъяһына осраҡлы рәүештә килеп эләккәйнем. Тик педагогик хеҙмәткәр булып киткәс, мин барлыҡ һорауҙарҙың, мәсьәләләрҙең асылына төшөнөп, уларҙы төплө аңларға тырыштым, өйрәндем, ҡыҫҡаһы, яңы һөнәремә башкөлләй сумдым. Ә үҙем бала саҡтан табип булырға хыялланғайным... Минән бик яҡшы табип сығыр ине ул. Әлегә тиклем төшөмдә медицина университетында уҡып йөрөйөм икән тип күрәм. Үҙ ваҡытында медицина институтына ике тапҡыр барып ҡараным, ләкин конкурстан үтә алманым. Хыялымдың тормошҡа ашмауы бик йәл, әлбиттә...

“Әгәр нимәлер эшләйһең икән, уны яҡшы итеп эшләргә кәрәк”, ти Әнисә Ғибәт ҡыҙы
“Әгәр нимәлер эшләйһең икән, уны яҡшы итеп эшләргә кәрәк”, ти Әнисә Ғибәт ҡыҙы

Беҙҙең илебеҙ үҙҙәренең өлгөһө менән башҡаларҙы тырышыраҡ, эшһөйөүсәнерәк, маҡсатҡа ынтылышлыраҡ булырға илһамландырып йәшәүсе талантлы кешеләргә бай. Ундай замандаштарыбыҙ һоҡланыу һәм ғорурлыҡ хистәре уята. Үҙең менән бер төбәктә тыуған кеше тураһында һүҙ барһа, был ғорурлыҡ икеләтә арта.

Мин һеҙгә Өфө ҡала округы хакимиәте Мәғариф идаралығының мәктәпкәсә белем биреү һәм кадрҙар тәьминәте бүлеге етәксеһе Әнисә Баймөхәмәтова хаҡында һөйләргә теләйем.

Әнисә Ғибәтулла ҡыҙы ауылда ҡәҙимге ғаиләлә тыуып-үҫә, ҙур булмаған ауыл мәктәбендә белем ала. Хәҙер ул Башҡортостан Республикаһының баш ҡалаһының мәктәпкәсә белем биреү системаһы өсөн яуаплы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре, Рәсәй Федерацияһы мәғарифының почетлы хеҙмәткәре. Башҡортостан Башлығының Рәхмәт хатына лайыҡ булған.

Көсөргәнешле һәм тығыҙ эш графигына ҡарамаҫтан, ул интервьюға ризалашты.

-Әнисә Ғибәтовна, осрашыуға бик шатмын! Һүҙҙе һеҙгә ғүмер һәм тәрбиә биргән ата-әсәйегеҙҙән башлаһаҡ дөрөҫөрәк булыр ул...

-Мин Бөрйән районының Иҫке Собханғол ауылында донъяға килгәнмен. Ата-әсәйем – ауылдың ҡәҙимге алтын ҡуллы хеҙмәт кешеләре. Әсәйем Ғилмисафа уникаль кеше булды, ҡулы бар эшкә лә оҫта ине – быйма баҫты, мейес сығарҙы, ҡатын-ҡыҙҙарға һәр төрлө кейемдәр текте, файҙалы һәм тәмле итеп ашарға бешерҙе, йәшелсә үҫтерҙе (ул йылдарҙа халыҡ йәшелсәгә артыҡ иғтибар бирмәй ине). Ҡышҡылыҡҡа беҙҙең баҙҙа һәр ваҡыт тоҙланған йәшелсәле өс мискә булды: ҡыяр, помидор һәм кәбеҫтә. Әсәйем тураһында әллә күпме һөйләргә булыр ине...

Атайым Ғибәтулла төҙөлөшкә, балта эшенә оҫта булды. Үҙ ҡулдары менән бик матур йорт йыһаздары эшләй торғайны.

Ата-әсәйемдең үрнәге минең тормош принцибыма ныҡ көслө эҙ һалды: “Әгәр нимәлер эшләйһең икән, яҡшы итеп эшләргә кәрәк”.

Шулай уҡ беҙҙе яратыусы һәм һәр ваҡыт тәҙрә янында көтөүсе ҡәйнәм хаҡында ла изге һүҙҙәр генә әйткем килә. Оло йәштә булыуына ҡарамаҫтан, беҙҙе күреү менән йүгереп килеп сыға һәм ҡапҡа төбөндә үк ҡаршы ала.

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ирем ковид арҡаһында беҙҙе ташлап китеп барҙы... Ләкин Бөрйәнгә ҡәйнәмә даими ҡайтып торабыҙ. Уның өсөн беҙ - иң ҡәҙерле һәм яҡын кешеләрбеҙ.

-Педагог булып китеүегеҙ нисек килеп сыҡты? Яңылышмаһам, һеҙ башта медик булғанығыҙ.

-Эйе, хеҙмәт юлымды мин балалар дауаханаһында шәфҡәт туташы булып башланым. Яҙмыш ҡушыуы буйынса Нижневартовск ҡалаһына барып юлыҡтым һәм балалар баҡсаһында шәфҡәт туташы булып эшемде дауам иттем. Баҡса мөдире Тетенова Людмила Витальевна һәр ваҡыт, һиңә институттың мәктәпкәсә тәрбиә биреү факультетына уҡырға барырға кәрәк, тип әйтә торғайны. “Һинән килеп сығасаҡ!” тип дәртләндереп торҙо. Институтты тамамлағандан һуң мине ошо уҡ балалар баҡсаһы мөдиренең фәнни-методик эш буйынса урынбаҫары итеп тәғәйенләнеләр.

Мәктәпкәсә белем биреү донъяһына бына шулай осраҡлы рәүештә килеп эләктем. Педагогик хеҙмәткәр булып киткәс, мин барлыҡ һорауҙарҙың, мәсьәләләрҙең асылына төшөнөп, уларҙы төплө аңларға тырыштым, өйрәндем, ҡыҫҡаһы, яңы һөнәремә башкөлләй сумдым.

Ә үҙем бала саҡтан табип булырға хыялланғайным... Минән бик яҡшы табип сығыр ине ул. Әлегә тиклем төшөмдә медицина университетында уҡып йөрөйөм икән тип күрәм. Үҙ ваҡытында медицина институтына ике тапҡыр барып ҡараным, ләкин конкурстан үтә алманым. Хыялымдың тормошҡа ашмауы бик йәл, әлбиттә...

-Тәүге эш көнөндә эшкә китеп барышлай нимә тураһында уйланығыҙ?

-Был турала хәтерләмәйем. Үҙемдең медицина институтына инә алмағаным өсөн кәйефем юҡ ине, бер йылдан тағы ла бәхетемде һынап ҡарарға планлаштырғайным. Ниһайәт, аҡса эшләй башлаясағым һәм ата-әсәйемә ярҙам итә аласағым ҡыуандыра ине.

-Тәүге эш урынығыҙға бәйле һеҙҙең күңелегеҙҙә йәшәгән иң матур хәтирә ниндәй икән?

-Иң йылы хәтирәләрем минең етәкселәремә, остаздарыма, үҙем эшләгән коллективҡа бәйле. Минең юлымда һәр ваҡыт бик яҡшы кешеләр осрап торҙо. Тәүге баҡса мөдире Людмила Витальевнаны айырым бер йылылыҡ менән иҫкә алам. Юлымда Лидия Геннадьевна, Альбина Наилевна, Минзифа Мөхәмәтшиевна осраған өсөн Аллаһҡа бик рәхмәтлемен. Уларҙан күп нәмәләргә өйрәндем. Һәр кеше минең өсөн китап һымаҡ. Уны уҡырға һәм бөтә яҡшы нәмәләрҙе үҙемә алырға кәрәк тип уйлайым.

-Тәүге мөдирегеҙҙең еңел  ҡулдары арҡаһында педагогика һеҙҙең тормошоғоҙҙоң бер өлөшөнә әйләнгән. Был өлкәлә һеҙ нисә йыл?

-Мәктәпкәсә белем биреү өлкәһендә – 39 йыл.

-Һеҙ хәҙер Өфөлә, Мәғариф идаралығында эшләйһегеҙ...

-2001 йылда беҙ ғаиләбеҙ менән Өфөгә күсеп ҡайттыҡ. Мин бында ла баҡса мөдире вазифаһында балалар баҡсаһында эшемде дауам иттем. 2008 йылдан муниципаль хеҙмәттәмен. Өфө ҡалаһының мәктәпкәсә белем биреү системаһы өсөн яуаплымын.

Мин үҙемдең эшемде бик яратам, баш ҡалабыҙҙа мәктәпкәсә белем биреүҙең заманса сифатын тәьмин итеү өсөн бар көсөмдө һалырға тырышам. Беҙҙең мәктәпкәсә белем һәм тәрбиә биреү учреждениеларында эш Рәсәй халҡының ҡиммәттәре системаһы һәм балаларҙың йәш үҙенсәлеге иҫәпкә алынған принциптарға һәм йүнәлештәргә таянып ойошторола. Кескәйҙәрҙе илһөйәрлек рухында, рухи-әхләҡи йәһәттән тәрбиәләүгә айырым иғтибар бирелә. Нигеҙҙә – үҙ илеңә, кесе Ватаныңа һөйөү һәм ихтирам уятыу, үҙ халҡыңдың вәкиле булыуҙы тойоу. Беҙҙең балалар баҡсалары республикала мәктәпкәсә белем һәм тәрбиә биреү буйынса флагман булып тора.

-Бында эшкә урынлашҡандан алып һеҙҙең эш урынығыҙ, эш шарттары нисек үҙгәрҙе?

-Әлбиттә, хәҙер барыһы ла башҡаса. Ярты быуатҡа яҡын ваҡыт үтте бит. Хәҙер эшләү өсөн бик яҡшы шарттар тыуҙырылған, шул уҡ ваҡытта талаптарҙың темптары ла күпкә күтәрелде. Заман ағышынан тороп ҡалмай, һәр ваҡыт хәрәкәттә, һәр ваҡыт кәрәкле булыу өсөн үҙ өҫтөңдә даими эшләргә, үҙ квалификацияңды күтәрергә, ҡыҫҡаһы, ваҡыт менән ҡатар атларға кәрәк.

-Замана тәрбиәсеһе традицион ысулдарҙы яҡшы белеүҙән тыш, цифрлаштырыу шарттарында ла эшкә әҙер булырға тейеш. Һеҙ был хаҡта нимә уйлайһығыҙ?

-Цифрлаштырыу балалар баҡсаларын да урап үтмәне. Беҙҙең тәрбиәселәр төрлө һанлы технологияларҙы уңышлы ҡулланалар. Ул педагогтарға белем биреү процесын еңеләйтергә, уны тағы ла йәлеп итерлегерәк, ҡыҙыҡлыраҡ, барыһы ла ҡуллана алырлыҡ итергә, тәрбиәләнеүселәрҙе уҡытыуҙы ябайлаштырырға һәм шәхсәнерәк итергә мөмкинлек бирә.

Социаль селтәрҙәрҙе һәм ҡушымталарҙы ҡулланыу ата-әсәләр һәм хеҙмәттәштәр менән аралашыу мөмкинлеген киңәйтә. Интерактив таҡталар һәм интерактив өҫтәлдәр мультимедия дәрестәре һәм презентациялар төҙөргә, балаларҙы уҡыу процесына ылыҡтырырға ярҙам итә.

Өфө ҡалаһы педагогтары эштәренә һанлы технологияларҙы бик әүҙем индерә, төрлө кимәлдәрҙә үҙҙәренең тәжрибәһе менән уңышлы бүлешә.

Ағымдағы уҡыу йылында беҙ Ереван ҡалаһында үткән халыҡ-ара конкурста эш тәжрибәбеҙ тураһында сығыш яһаныҡ һәм беренсе урын яуланыҡ. Беҙҙең тәрбиәсебеҙ “Туған телдә уҡыу индерелгән мәктәпкәсә белем биреү ойошмаһы педагогы” Бөтә Рәсәй һөнәри оҫталыҡ конкурсында абсолют еңеүсе булды. Былтыр минең яҡташым, Бөрйән районында тыуып-үҫкән Гөлсинә Ишбаева ошо уҡ конкурстың лауреаты булғайны. Ул еңеүҙәр Өфө ҡалаһы мәктәпкәсә белем биреү профессионалдары командаһының дөйөм эш һөҙөмтәһе. Был мине бик ҡыуандыра һәм артабанғы үҫеш өсөн импульс бирә.

-Идеаль тәрбиәсе һеҙҙең өсөн ниндәй ул?

-Иң беренсе сиратта изге, йомшаҡ күңелле, балаларҙы ярата, заманса фекер йөрөтә, ваҡыт менән бергә атлай, үҙенең һөнәри оҫталығын күтәреү буйынса даими эш алып бара. Уға яуаплылыҡ, төркөмдәге һәр тәрбиәләнеүсенең үҫеш траекторияһын дөрөҫ ҡороу уның ҡулында икәнен тәрән аңлап эш итеү хас булырға тейеш.

-Һеҙҙең һөнәр ниндәй өҫтөнлөктәргә һәм етешһеҙлектәргә эйә?

-Тәрбиәсе һөнәре хаҡында һүҙ йөрөткөм килә. Мин һәр ваҡыт һәм һәр кемгә әйтеп йөрөйөм – ҡатын-ҡыҙҙар, бәләкәй балаһы булған әсәйҙәр өсөн ул иң яҡшы һөнәр.

Балаң менән бергә эшкә киләһең, бергә ҡайтып китәһең. Көнө буйы йылыла, уңайлы мөхиттә эшләйһең. Бары тик балаларҙың шат һәм яңғырауыҡ тауыштары ғына ишетелеп тора, күңелдә тик ыңғай ғына хис-тойғолар... Көн һайын  балаларҙың ауыртыныу-һыҙланыуҙары, сирҙәре менән осрашырға тура килгән балалар дауаханаһынан һуң бында эшкә килгәс был айырыуса һиҙелде.

Тәрбиәсе булып эшләгәндә һин үҙеңдең эш һөҙөмтәңде күрәһең һәм ҡыуанаһың. Балалар баҡсаһына үҙаллы бер нәмә лә эшләй белмәгән сабыйҙар килә һәм баҡсанан мәктәпкә инде “үҫкән”, уҡыуға әҙер балалар сығып китә.

Етешһеҙлектәрҙе бөтөнләй күрмәйем. Бары тик ата-әсәләргә генә түбәндәгеләрҙе әйткем килә: мәктәпкәсә йәш – ул айырым бер сенситив (юғары һиҙгерлек осоро) йәш, тап шул мәлдә баланың бөтә артабанғы үҫеше өсөн нигеҙ һалына. Бала ошо ваҡыт эсендә үҙе өсөн барлыҡ артабанғы тормошона ҡарағанда ла күберәк нәмәләрҙе ала, күңеленә һеңдерә. Мәктәпкәсә белем – дөйөм белемдең тәүге кимәле, баҫҡысы.  Шуға күрә уға бик ҙур яуаплылыҡ менән ҡарарға кәрәк.

-Был һөнәрҙә иң ауыры нимә?

-Һәр ата-әсә өсөн иң ҡиммәтлеһе – уның балаһы. Ул һиңә иң ҡәҙерлеһен ышанып тапшыра. Шуға күрә беҙҙең һөнәрҙә иң ауыры – балалар ғүмере өсөн яуаплылыҡ.

-Педагогикала һеҙҙе барыһынан да бигерәк нимә борсолорға мәжбүр итә?

-Мине киң мәғлүмәт сараларында, социаль селтәрҙәрҙә педагогтың кире (негатив) образын булдырыу борсой. Социаль селтәрҙәрҙә уҡытыусыны, тәрбиәсене тикшереп, педагогтың кире образын формалаштыралар, шул рәүешле уны хеҙмәтен осһоҙландыралар, юҡҡа сығаралар.

-Ошоға бәйле һеҙ бөгөн педагогтарҙың хәленә инергә теләр инегеҙме?

-Мин педагогтарҙы үҙҙәренең ғаиләһенә ваҡыттары аҙ ҡалған өсөн йәлләйем. Уларҙың иңенә башҡа балаларҙы тәрбиәләү һәм аңдарын үҫтереү өсөн ҙур яуаплылыҡ һалынған. Үҙ балалары менән шөғөлләнеүгә ваҡыттары юҡлыҡҡа һылтанып, күп ата-әсәләр был йәһәттән эштең күп өлөшөн педагогтарҙың иңенә күсергән.

Ата-әсәләр яғынан педагогтарға ҡарата буллингҡа ла урын бар... Был мәсьәләне хәл итеү өҫтөндә эшләйбеҙ.

-Педагогиканың көнүҙәк мәсьәләләрен тағы ла нимәләрҙә күрәһегеҙ?

-Төп проблема – кадрҙар, кадрҙар етешмәүе. Беҙ, әлбиттә, был йүнәлештә эш алып барабыҙ. Был һөнәрҙең абруйын арттырыу, педагогтарҙың  яҡшы ижади тәжрибәләрен күрһәтеү, таратыу, яҡшы тәжрибә менән уртаҡлашыу маҡсатында төрлө конкурстар үткәрәбеҙ. Йәш педагогтарҙы тармаҡҡа йәлеп итеү маҡсатында махсус урта һөнәри белем биреү, юғары белем биреү уҡыу йорттары менән хеҙмәттәшлек итәбеҙ, студенттар менән осрашабыҙ, уртаҡ саралар ойошторабыҙ...

-Буласаҡ педагогтарға һәм яңы эш башлаусыларға ниндәй кәңәштәр бирер инегеҙ?

-Балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе эшмәкәрлегендә күп һанлы педагогик мәсьәләләр осрай. Уларҙың күбеһенә контроль яуаптар юҡ. Проблемаларҙы, айырыуса педагогик проблемаларҙы хәл итеү өсөн тормош тәжрибәһе һәм һөнәри тәжрибә кәрәк. Тап бына шул йыш ҡына етеңкерәмәй. Үҙеңде үҫтереү өҫтөндә күп эшләргә, даими рәүештә уҡырға һәм уҡырға кәрәк тигән теләгемде  әйтер инем. Шулай уҡ маҡсатҡа ынтылышлылыҡ теләр инем.

-Һеҙ үҙ эшегеҙгә башкөлләй бирелгән кеше. Барыбер ҙә шундай һорау бирергә йөрьәт итәм: был йүнәлеште ташлап, икенсе берәй яңы нәмә башларға теләк юҡмы?

-Хәҙер инде ундай теләк юҡ. Үҙемдең эшемде яҡшы беләм. Ләкин артабан үҫешергә, үҙемдең һөнәри потенциалымды тормошҡа ашырырға кәрәк.

Шул уҡ ваҡытта күңелдә тормошҡа ашмаған хыял арҡаһында ҡәнәғәт булмау хисе ҡалды. Мин бик яҡшы табип булыр инем...

-Һеҙгә үҙегеҙҙең принциптарығыҙҙы тапап үтергә тура килгәне булдымы?

-Дөрөҫөн генә әйткәндә – юҡтыр. Шуға күрә лә миңә йыш ҡына ҡыйынлыҡтар менән сәкәшергә, уларҙы еңеп сығырға тура килде. Ләкин һөҙөмтә менән һәр ваҡыт ҡәнәғәт ҡалдым.

-Әгәр яңынан йәшәй башларға тура килһә, әлеге ваҡытта булған кеүек булып китә алыр инегеҙме?

-Һәр кеше тормошта ниндәйҙер хаталар яһай. Әгәр яңынан йәшәргә тура килһә, мин уларға юл ҡуймаҫҡа тырышыр инем. Һәр хәлдә яҡшыраҡҡа ынтылыр инем.

-Буш ваҡытығыҙҙы нисек үткәрәһегеҙ?

-Буш ваҡытым минең бик аҙ. Әгәр ундай мөмкинлек килеп тыуһа, дачала эшләйем. Тәбиғәт, сәйәхәт яратам.

-Һеҙҙең яратҡан китаптарығыҙ, аш-һыуҙарығыҙ ниндәй?

-Үҙебеҙҙең классиктарҙы яратам. Ваҡыт табып, үҙебеҙҙең мәктәп программаһынан барлыҡ әҫәрҙәрҙе яңынан уҡып сыҡҡым килә. Сит ил авторҙарынан Маргарет Митчелдың “Унесенные ветром” әҫәре илһамландыра, хәл итергә кәрәк булған мәсьәлә буйынса фекер төйнәргә ярҙам итә.

Аш-һыуға килгәндә үҙебеҙҙең башҡорт халҡының аш-һыуҙары иң яратҡан ризыҡтарым.

-Үҙегеҙгә нимәләр теләр инегеҙ?

-Алға барырға, туҡтамаҫҡа!

-Әнисә Ғибәтулла ҡыҙы, һеҙгә тағы ла бер тапҡыр ҙур рәхмәт!

Беҙҙең фекер алышыу мәктәпкәсә белем биреү темаһына яңыса ҡарарға мөмкинлек бирҙе һәм уйланыуҙар өсөн яңы офоҡтар асты.

Бик йөкмәткеле осрашыу һәм миңә бүлгән иғтибарығыҙ өсөн рәхмәт!

Рәйлә Нурмөхәмәтова (Күлбаева).

(Руссанан Т. Баһауетдинова тәржемәһе).

“Әгәр нимәлер эшләйһең икән, уны яҡшы итеп эшләргә кәрәк”, ти Әнисә Ғибәт ҡыҙы
“Әгәр нимәлер эшләйһең икән, уны яҡшы итеп эшләргә кәрәк”, ти Әнисә Ғибәт ҡыҙы
“Әгәр нимәлер эшләйһең икән, уны яҡшы итеп эшләргә кәрәк”, ти Әнисә Ғибәт ҡыҙы
“Әгәр нимәлер эшләйһең икән, уны яҡшы итеп эшләргә кәрәк”, ти Әнисә Ғибәт ҡыҙы
“Әгәр нимәлер эшләйһең икән, уны яҡшы итеп эшләргә кәрәк”, ти Әнисә Ғибәт ҡыҙы
Автор: Тансылу Багаутдинова
Читайте нас