...7-се кластарҙа уҡып йөрөй инем. Бөтә мәктәп менән ниндәйҙер концертҡа әҙерләнә башланыҡ. Беҙҙең класс малайҙарынан вокаль ансамбле төҙөргә булдылар. Йыр һайланыҡ та өйрәнә башланыҡ. Йырлайбыҙ, йырлайбыҙ, килеп сыҡмаған һымаҡ. Шул ваҡыт класҡа директор килеп инде лә беҙҙе тыңлай башланы. Йырлап бөткәс, ул:
- Тәк, кемегеҙҙер йырҙы боҙа. Хәҙер кем икәнен беләбеҙ. Тәк, Булат, һин йырламай ғына ситкәрәк китеп тор әле. Йә, хәҙер йырлағыҙ инде, - тине. Йырлай башланыҡ...
- Юҡ, юҡ, Булат, һин кире тор. Сәлим сыҡһын әле...
Беҙҙең сығыш уға тағы оҡшаманы.
- Сәлим, урыныңа баҫ, Фаил, һин йырламай тор... - Шулай тағы бер нисә малайҙан һуң сират миңә лә килеп етте...
- Йә, Нәил, хәҙер һин йырлама... - Малайҙар минһеҙ йырлай башланы. Шул ваҡыт директорҙың йөҙө асылып китте:
- Во! Во! Во! Бына ҡалай шәп килеп сыға! Нәил, һин хорҙы боҙоп торғанһың бит, ә! - тине ул, миңә ҡарап. Шул ваҡыт мин үҙемде нисектер ғәйепле тойҙом. Ә директор шул һүҙҙәрҙе әйтте лә сығып китте һәм башҡа килеп тә әйләнмәне. (Ул музыка белгесе түгел, ә тарих уҡытыусыһы ине)
...Ә мин шул көндән башлап коллектив менән дә, яңғыҙым да йырлауҙан баш тарттым. Йырлай белмәйем, тигән уй мейемә ғүмерлеккә һыҙылды ла ҡуйҙы. Шуға башҡаларға ҡушылып йырлаһам, йырҙы боҙормон, тип уйлай инем.
...Йылдар үтте. Гитарала уйнарға өйрәндем. "Ейәнсура" исемле төркөм ойошторҙом. "Урал моңо" (1993 ) фестивалендә 1-се дәрәжә дипломға лайыҡ булдыҡ. "Күрше ҡыҙы Гөлнара" исемле йыр башҡарғайныҡ. Мәктәптә 20 йылға яҡын гитара һәм ВИА түңәрәге алып барҙым. Миңә йөрөгән егеттәр үҙҙәре төркөм ойошторҙолар.("Үрмәксе", "Атлант" һ.б.)
...Ә үҙем һаман йырлай алмайым... Килеп сыҡмай ҙа ҡуя...
...Былар менән мин нимә әйтергә уйлайым: тәрбиә биргәндә һүҙҙәр менән һаҡ булырға кәрәк. Әйтәйек, балаларға бер ваҡытта ла "Һинән килеп сыҡмай" тип әйтергә ярамай. Бигерәк тә һәләттәре асыла башлаған ваҡытта - 14 йәштәргә тиклемге осорҙа...
Наил Юлдашбаев.
Сығанаҡ: Наиль Юлдашбаев