2019-2023 йылдарҙа төбәктә 777 мәктәп төҙөкләндерелгән. Шулай уҡ ҡайһы бер белем биреү учреждениеларында тәүге тапҡыр йылы бәҙрәфтәр барлыҡҡа килгән, мейестәр яңыртылған, ашханалар һәм спорт залдары төҙөкләндерелгән. Ике йыл эсендә мәктәптәрҙе капиталь ремонтлау һәм йыһазландырыу федераль программаһы буйынса республикала 140 бина яңыртылған. 2026 йылға был һан 214-кә етәсәк.
Беҙҙең районда ла мәктәптәр яңы һулыш ала. Мәҫәлән, һуңғы йылдарҙа Яңы Собханғолда, Ағиҙел ҡасабаһында яңы мәктәптәр төҙөлдө, Байназар, Иҫке Монасип мәктәптәрендә капиталь ремонт үтте, Ғәлиәкбәр, Ғәҙелгәрәй мәктәптәренең спорт залдары төҙөкләндерелде.
- «Мәғариф» милли проектының төбәк проекттарына ярашлы, белем биреү учреждениеларында уҡыусылар һәм уҡытыусылар өсөн йылдан-йыл яңы уңайлы шарттар булдырыла. Был яңы уңыштарға, ҡаҙаныштарға, сифатлы белем биреүгә һәм алыуға мөмкинлек бирә. Быйыл Брәтәк мәктәбендә капиталь ремонт башҡарыу күҙаллана, - тине район мәғариф бүлеге етәксеһе Гөлназ Ғәлләмова.
“Мәғариф” милли проекты сиктәрендә бойомға ашырылған “Һанлы белем биреү мөхите” төбәк проекты сиктәрендә төрлө йылдарҙа Иҫке Монасип, Әбделмәмбәт, Яңы Собханғол, Иҫке Собханғол, Байназар, Ырғыҙлы мәктәптәренең матди-техник базаһы яңыртылды.
Ошо белем биреү учреждениеларының береһендә – Иҫке Монасип мәктәбендә (һүрәттә)капиталь ремонт 2021-2022 йылдарҙа башҡарылды. Уҡыусылар белем байрамында тулыһынса яңыртылған матур, яҡты, уңайлы мәктәпкә барҙы.
-Заман башҡа – заң башҡа, тигәндәй, бөгөнгө ауыл уҡыусыһы берҙәм мәғариф системаһында белем алған кеүек, уның уҡыған мәктәбе, класы ла хәҙерге заман талаптарына яуап биреп, уҡыу өсөн уңайлы шарттар булдырылырға тейеш. Ошоларҙы күҙ уңында тотоп, мәктәпте яңыртыу кәрәклеген күтәреп сыҡтыҡ һәм беҙгә республика бюджетынан “Мәктәпкә капиталь ремонт һәм төҙөкләндереү” проекты нигеҙендә аҡса бүленде. Бер йыл үтеүгә мәктәбебеҙ танымаҫлыҡ булып үҙгәрҙе, яңыса төҫ алды. Бинаның ҡыйығы, тышҡы стеналары яңыртып көпләнде, ихатаһына асфальт түшәлде. Мәктәптең эсендә лә тулыһынса косметик ремонт эштәре башҡарылды, яңы кабинеттар барлыҡҡа килде. Уҡыусылар өсөн хәҙер заманса ҡорамалдар менән йыһазландырылған хореография, психология кабинеттары эшләй.
Бөтә фәндәрҙән дә тиерлек кабинеттар дәрестәрҙе мауыҡтырғыс һәм фәһемле итеп үткәреү өсөн күп төрлө инвентарҙар менән тулыландырылды. Яңы технологиялар менән уҡытыу маҡсатында лингафон кабинеттары, йәғни проекция һәм тауыш биреү техникалары менән йыһазландырылған махсус бүлмә бар. Гардероб, спорт залы янында душ бүлмәләре, ашхана – барыһы ла уҡыусылар өсөн уңайлы итеп эшләнелде. Балаларға мәктәптең ҡәҙерен белеп, тырышып уҡырға ғына ҡала, - тип белдерҙе мәктәп директоры Данил Ҡотлобаев.
Иҫке Монасип мәктәбенең 9-сы класс уҡыусыһы Айгүзәл Бикмәтова, бөтә уҡыусылар кеүек, мәктәптәге үҙгәрешкә ҡыуанып бөтә алмай.
-Мәктәбебеҙҙә бөтә нәмә лә яңы – парталар, ултырғыстар, таҡталар, компьютерҙар. Хеҙмәт кабинетында төрлө яңы теген машинкалары, тамашалар залында ҙур көҙгө, бейеү өйрәнеү класы, психолог бүлмәһендә төрлө тренингтар үткәреү ҡорамалдары бар. Мәктәпте матур итеп кәртәләп тә алдылар. Ошондай яҡты, матур мәктәптә уҡыуы күңелле, хатта еңелерәк тә кеүек. Директорға, уҡытыусыларға, хеҙмәткәрҙәргә ҙур рәхмәт, - тине ул.
“Капиталь ремонт беҙҙең балалар өсөн ҙур бүләк булды. Мәктәпте танырлыҡ та түгел - кластар матур, коридорҙар яҡты, иң мөһиме, йылы”, - тиҙәр ата-әсәләр ҙә.
- Балаларыбыҙ өсөн йылы, уңайлы мөхит булдырыу, заманса алымдар һәм ҡорамалдар ярҙамында белем биреү, үҫешеү һәм үҙ иленең ысын патриоттары булыу мөмкинлеген булдырыу – беҙҙең бурысыбыҙ, – тип белдергәйне бер сығышында республика Башлығы Радий Хәбиров.
Быйылғы йылдың 1 сентябренә тағы ла 35 мәктәптең яңыртылыуы көтөлә. Быйыл шулай уҡ республика мәктәптәрендә Хәүефһеҙлек һәм Ватанды һаҡлау нигеҙҙәре, хеҙмәт (технология) предмет кабинеттары яңы ҡорамалдар, йыһаздар менән тәьмин ителәсәк.
Г. ХАФИЗОВА.