Мәғариф
17 Февраль 2025, 04:45

Тәрбиәселәргә 575 мең һумлыҡ грант алыу мөмкинлеге бар

Башҡортостанда балалар баҡсалары тәрбиәселәре республика Башлығы грантын оторға мөмкин. Конкурста ҡатнашыу шарттары түбәндәгесә.

Тәрбиәселәргә  575 мең һумлыҡ грант алыу мөмкинлеге барТәрбиәселәргә  575 мең һумлыҡ грант алыу мөмкинлеге бар
Тәрбиәселәргә 575 мең һумлыҡ грант алыу мөмкинлеге бар

Конкурста 35 йәшкә тиклемге өлкән тәрбиәселәр, тәрбиәселәр, педагог-психологтар, педагог-логопедтар, уҡытыусы-дефектологтар, музыкаль етәкселәр, физкультура буйынса инструкторҙар ҡатнаша ала. Белем биреү ойошмаһында эш стажы ике йылдан кәм булмаҫҡа тейеш, тип хәбәр иттеләр республика Мәғариф министрлығынан.

Ведомствола белдереүҙәренсә, грант конкурсында ҡатнашыу өсөн ғаризалар 1 мартҡа тиклем ҡабул ителә. Конкурс шарттары тураһында тулыраҡ мәғлүмәтте бында белергә мөмкин.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, республика етәксеһе Радий Хәбировтың указы менән 2024 йылдың 1 ғинуарынан мәктәпкәсә белем биреү уҡытыусыларына һәр ҡайһыһы 575 мең һумлыҡ гранттар булдырылды.

https://www.bashinform.ru/news/social/2025-02-14/vospitateli-mogut-vyigrat-grant-glavy-bashkirii-v-razmere-575-tysyach-rubley-4122040

 

Автор:
Читайте нас