-“Асыш” медиаконкурсының финалында төрлө ҡала һәм райондар уҡыусылары бар. Манапова Шәүрә Бөрйән районы Иҫке Собханғол ауылынан килгән. Ул 7-се Ш синыфында уҡый, йәғни шайморатовсы. Шәүрәнең ғилми эше Бөрйәндең мәмерйәләренә бағышланған. Йәш тикшеренеүсе "Кеше һәм тәбиғәт" номинацияһында өсөнсө урынды яуланы. Уны конкурсҡа башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Нурутҡолова Лилиә Салауат ҡыҙы әҙерләгән.
Шәүрә полимер балсыҡтан мәмерйәле тыуған төбәгенең макетын эшләп килтергән. Уның макетына ингән мәмерйәләрҙең күбеһе киң билдәле түгел икән. Шуға атамалары ла эргә-тирәһендәге ауыл исеменән алып ҡушылған. Бына Яуымбай, Тимер, Мәндәғол, Кейекбай, Аҡбулат мәмерйәләре. Ҡотан мәмерйәһенең Антон тигән атамаһы ла бар. Ә Ғәҙелгәрәй ауылы эргәһендә өс мәмерйә урынлашҡан: береһе – донъяға билдәле Шүлгәнташ. Икенсеһе Күлйорттамаҡ йәки Космонавт мәмерйәһе тип йөрөтөлә. Өсөнсөһө – Ожегов мәмерйәһе, халыҡ телендә ул Сумған тип атала.
Шәүрә Манапованың макетына ингән объекттар – бөтәһе лә карст мәмерйәләр, ундай бушлыҡтар йомшаҡ тоҡомдарҙың ер аҫты һыуҙарынан йыуылыуы арҡаһында барлыҡҡа килә.
Шәүрәгә тыуған төбәген өйрәнеүҙә уңыштар юлдаш булһын. Кем белә, бәлки, киләсәктә ул Бөрйәндең бығаса асылмаған серҙәрен асыр, ғилми донъяны үҙ табыштары менән байытыр, - тип хәбәр итәләр "Аманат" балалар-үҫмерҙәр журналы төркөмөндә.
-Мин тағы ла бер медиапроектта ҡатнаштым! Ул “Тамыр” каналы үткәргән “АСЫШ” эҙләнеүселәр проекты. «Бөрйән районының аҙ билдәле мәмерйәләре» исемле проект эшемде жюри ағзалары бик яҡшы баһаланы. Ә иң ҡыуандырғаны - йәш шәһитселәр менән осрашыуым. «Аҡбуҙат» журналының ярҙамын тойоу миңә ҡыйыулыҡ өҫтәне, - тип яҙа үҙенең сәхифәһендә Шәүрә.
Афарин, Шәүрә! Уңыштар һиңә!