Мәғариф
25 Ғинуар 2025, 07:10

Уҡып та, эшләп тә өлгөрә Нурзилә

Был һылыу ҡыҙ күптәргә район мәҙәниәт һарайында үткән саралар аша ла таныштыр, сөнки ул бәләкәйҙән йырларға ярата, уҡыусы сағында конкурс-концерттарҙа ихлас ҡатнаша ине.

Уҡып та, эшләп тә өлгөрә НурзиләУҡып та, эшләп тә өлгөрә Нурзилә
Уҡып та, эшләп тә өлгөрә Нурзилә

Бөрйән ҡыҙы Нурзилә Йәғәфәрова Өфө дәүләт нефть-техник университетының 4-се курс студенты. Был һылыу ҡыҙ күптәргә район мәҙәниәт һарайында үткән саралар аша ла таныштыр, сөнки ул бәләкәйҙән йырларға ярата, уҡыусы сағында конкурс-концерттарҙа ихлас ҡатнаша ине.

Нурзилә Яңы Монасип ауылы ҡыҙы, Райман һәм Гүзәл Йәғәфәровтарҙың татыу һәм матур ғаиләһендә икенсе бала булып донъяға килгән. Башланғыс синыфты тыуған ауылында, унан һуң 3 йыл Нәби мәктәбендә уҡый. Артабан Рәми Ғарипов исемендәге беренсе башҡорт республика гимназия-интернатында белем ала. Уҡыусы сағында бигерәк тә теүәл фәндәрҙе яратып өйрәнә, химия дәрестәрен көтөп ала. Шуға ла юғары уҡыу йортона документтар тапшырғанда, һис икеләнмәй инженер-технолог һөнәрен һайлай. Дәрестәрҙе ваҡытында эшләргә, уларға ныҡлы әҙерләнергә өйрәнгән Нурзиләгә студент булыу әллә ни ауырлыҡ килтермәй.

  • Тәүге курста уҡығанда имтихандар тапшырғанда нишләптер миңә гел ауыр билеттар эләгә торғайны. Шунан алып сессия ваҡытында тик ауыр һорауҙарға ғына әҙерләнәм. Имтихан ваҡытында ябайыраҡ темалар эләкһә, был минең өсөн үтә еңел тип ауырын һорап алам, - тип көлә ул.

Тәүге ике йылын уҡып бөткәс, ата-әсәһенә аҡса һорап бәлә һалмаҫ өсөн, кафела бариста булып эшләй башлай. Һуңыраҡ “Башнефть” предприятиеһының лабораторияһына лаборант булып эшкә урынлаша. Уҡыу менән эште бергә алып барыуы бик еңелдән булмаһа ла, бирешмәй ныҡыш ҡыҙ, хатта йәмәғәт эштәрендә ҡатнашырға ваҡыт таба. Әлеге ваҡытта баш ҡалабыҙҙағы Бөрйән йәштәре берлегендә иң әүҙем ағзаларҙың береһе ул.

Ут кеүек янып торған, бар ергә лә өлгөр Нурзилә диплом алғас та уҡыуын дауам итергә, үҙ һөнәре буйынса артабан да үҫешергә ниәтләй. Бар яҡлап та алдынғы һәм уңышлы, тырыш ҡыҙҙың киләсәктә барлыҡ хыялдары ла тормошҡа ашһын.

Автор:Айгузель Уразаева
Читайте нас