Студент саҡ - һәр кемдең күңелендә онотолмаҫ хәтирәләр, яҡты иҫтәлектәр ҡалдырған мауыҡтырғыс бер мәл. Кемдер уны һағынып иҫкә алһа, кемдәрҙер әле был мәлде кисерә.
Тимер ауылы егете Шафиҡ Баймырҙин белемгә, алдына ҡуйған маҡсатына ынтылыусы алдынғы ҡарашлы йәштәрҙең береһе. Ул Өфө дәүләт нефть-техник университетының магистратураһында һуңғы курста белем ала.
Шафиҡ Тимер ауылында Камил һәм Тамара Баймырҙиндарҙың ғаиләһендә тыуған. 3 ҡыҙҙан һуң көтөп алынған малай бәләкәй сағынан тырыш, ныҡыш булып үҫә, мәктәптә яҡшы уҡый.
Рәми Ғарипов исемендәге 1-се башҡорт республика гимназия-интернатын алтын миҙалға тамамлаусы егет тәүге төплө белемде тыуған ауылы мәктәбендә ала. “Тимер мәктәбендә 7-се синыфҡа тиклем белем биреүсе уҡытыусыларыма бик ҙур рәхмәтлемен. Уларҙың һәр береһе минең яҡшы уҡыуыма булышлыҡ итте, төплө белем бирҙе. 7-се синыфта уҡыған сағымда Рәми Ғарипов исемендәге гимназия ойошторған республика полиолимпиадаһында ҡатнашып, 2-се урын яуланым һәм был уңышым миңә 8-се синыфҡа гимназияға уҡырға инергә булышлыҡ итте. Гимназияла уҡыу бик күп тырышлыҡ талап итте. Класс етәксебеҙ, физика фәне уҡытыусыһы Гөлдәр Ваис ҡыҙы беҙгә: «Малайҙар, уҡыр кәрәк, уҡығыҙ!» тип көн дә ҡабатлай торғайны. Ә сығарылыш синыфында көн һайын тигәндәй иртәнге сәғәт 7-нән килеп, дәрестәр башланғансы физика фәненән берҙәм дәүләт имтиханына әҙерләне. Юғары уҡыу йортонда, киләсәк тормошта кәрәк буласаҡ бик мөһим кәңәштәр бирҙе. Шуға күрә гимназияның педагогтарына, коллективына, тәү сиратта Гөлдәр Ваис ҡыҙына, шулай уҡ интернат тормошон бар хәленсә еңеләйткән, өйөн, ғаиләһен юҡһынған һәр баланы аңлап, гел яҡшы мөнәсәбәт күрһәтеүсе тәрбиәсебеҙ Фәүзиә Маньюл ҡыҙына сикһеҙ рәхмәтлемен. Мин әле лә юл төшкәндә уларҙы инеп күреп, хәлдәрен белешеп сығам”, – ти ул.
Берҙәм дәүләт имтихандарын юғары балға тапшырғас, һайлаған юғары уҡыу йортона - Өфө дәүләт нефть-техник университетына уҡырға инеүе ҡыйын булмай уға. Тау-нефть факультетының “Нефть һәм газ ятҡылыҡтарын эшкәртеү һәм файҙаланыу” йүнәлешен һайлай. Ярты йыл уҡығас, пандемия башланыу сәбәпле, студенттарҙы дистанцион уҡыуға күсерәләр. Шафиҡҡа ла йыл ярым өйҙән уҡырға тура килә.
-Дистанцион уҡығанда сессиялар ваҡытында имтихандарҙы тапшырғанда бер кем дә китаптан йә интернеттан күсерә алмаһын өсөн һәр педагог төрлө ысулдар уйлап сығара торғайны. Мәҫәлән, телефондың камералары алдында күҙҙәрҙе йомоп ултырып имтихан тапшырған ваҡыттар ҙа булды. Тест эштәре булһа, һорауға яуап биреүгә, берәй ҡайҙан ҡарап өлгөрмәҫ өсөн, бер нисә секунд ҡына ваҡыт бирелә торғайны, - ти ул, көлөп.
3-сө курсҡа кире Өфөгә барып уҡый башлағас, стипендия яҡшы түләнеп, матди яҡтан ҡыйынлыҡ кисермәһә лә, буш ваҡытын файҙалы үткәреү маҡсатынан бер ресторанға официант булып эшкә урынлаша. Уҡыуына ҡамасау булмаһын өсөн аҙнаһына 2-3 смена ғына ала. Һуңғы курстарҙа уҡығанында ике тапҡыр себергә практикаға ла барып ҡайта. Практика ғына булһа ла, рәсми эш кеүек эш хаҡы алып эшләй. Унда нисек итеп нефтте ер өҫтөнә сығарғандарын, уны файҙаланыу рәүешенә еткәнсе нисек әҙерләүҙәрен үҙ күҙҙәре менән күреп, эшкә өйрәнә.
Юғары уҡыу йортон тамамлап, ҡулына диплом алғас та туҡтап ҡалмай ныҡыш егет, имтихандар тапшырып, магистратураға уҡырға инә. Ошо уҡ йылда уҡыған йүнәлеше буйынса эшкә саҡыралар. Уҡыу һәм эште бергә алып барыу бик үк еңел булмаһа ла, үҙенең тырышлығы, сослоғо менән бар ҡаршылыҡтарҙы йырып сыға килә.
- Уҡыу ҙа, эш тә бер йүнәлештә булғас, һөнәрең буйынса камиллашаһың, үҫәһең. Уҡыу йортонда алған белем эш барышында нығытылып, нығыраҡ хәтерҙә ҡала. Киләсәккә пландарым - магистратураны яҡшы тамамлап, эшемдә яҡшы белгес, илемә файҙалы кеше булыу, - ти Шафиҡ Камил улы.