Дөйөм белем биреү учреждениеларына йөрөү өсөн нормативтар әүәлгесә: 23 градусҡаса түбәнәйһә — ауылда, 25 градуста ҡалала 1, 2, 3 һәм 4 класс уҡыусылары дәрес ҡалдыра ала.
Һауа температураһы 25 градустан түбәнәйһә — ауылда, 27 градус һыуыҡта ҡалала 5-9 класс уҡыусылары дәрескә бармаһа була. Ауыл мәктәптәренең өлкән класс уҡыусыларына — 30, ҡаланыҡыларға иһә 32 градус һыуыҡта мәктәпкә бармаҫҡа мөмкин.
Нормативтар уҡытыусыларға ҡағылмай, улар, температура нисә градус булыуға ҡарамаҫтан, мәктәптә булырға тейеш. Шуға күрә кластан бер уҡыусы килһә лә, уҡытыусылар уның өсөн дәрес үткәрергә бурыслы.
Зиннур Боҫҡонов фотоһы.