

Тәүге көндә 9-11 класс уҡыусылары 6 майҙансыҡта интерактив дәрестәр, һөнәри һынауҙар һәм оҫталыҡ дәрестәре үтте. “Тәбиғи-географик факультет” майҙансығында уҡыусылар банандың ДНК-һын таптылар, Рәсәйҙең, Башҡортостандың картаһын йыйҙылар, “Колледж” майҙансығында музыкаль ҡоралдар менән көй сығарырға өйрәнделәр, “Тәрбиә эштәре һәм йәштәр сәйәсәте буйынса департамент” майҙансығында проекттар эшләү һәм идеяны нисек тормошҡа ашырыу тураһында лекция тыңланылар, “Башҡорт филологияһы” майҙансығында башҡорт теле буйынса квиз-уйын уйнанылар, “Физика, математика һәм һанлы нанотехнология” майҙансығында роботтар һәм пилотһыҙ осоусы апараттарға программа төҙөп, улар менән идара итергә өйрәнделәр, “Һөнәри йүнәлеш һәм технопарк” майҙансығында ВУЗ-ға уҡырға ингәндә өҫтәлмә балдарҙы нисек алыу, юғары һәм урта белем, стипендиялар буйынса, ҡыҫҡаһы, Башҡорт дәүләт педагогия университеты тураһында дөйөм мәғлүмәт алдылар. Тағы бер майҙансыҡта уҡытыусылар өсөн «Уҡыусылар менән ғилми-тикшеренеү эшен ойоштороу: теория һәм практика» темаһына методик оҫтахана эшләне.
Уҡыу йортоноң педгогтары һәм студенттары шулай уҡ бюджет урындары һаны, буласаҡ ҡабул итеү кампанияһының үҙенсәлектәре, документтар тапшырыу алымдары, университеттың спорт һәм йәмәғәт тормошонда ҡатнашыу мөмкинлектәре тураһында һөйләнеләр.
Майҙансыҡтарҙа эшләү уҡыусыларға оҡшаны. Һөнәр һайлауҙа икеләнеп йөрөгән балалар өсөн осрашыу айырыуса файҙалы булды.
-Бөгөнгө осрашыуҙан Башҡорт дәүләт педагогия университетының студенттарға яңы, күп мөмкинлектәр биреүен белдем. Әле ҡайҙа уҡырға барырымды ҡарар итмәгәнмен, әммә ошо уҡыу йорто миңә оҡшаны. Мин психология буйынса йәки башланғыс кластар уҡытыусыһына уҡырға уйлайым һәм күптән эшләргә теләгән проектым буйынса бөгөн күп һорауҙарға яуап алдым. Студент булып китһәм, уны мотлаҡ тормошҡа ашырасаҡмын, - тине 11-се “Б” класы уҡыусыһы Нурия Абдуллина.
Киләсәген хореография менән бәйләргә теләгән 11-се класс уҡысыһы Камилла Хисмәтуллинаға ла уҡыу йорто оҡшаған. Бигерәк тә тәүге тапҡыр күргән робот, осоусы апараттар һәм уларҙы программалаштырыу унда ҙур ҡыҙыҡһыныу уятҡан.
Уҡыу йорто педагогтары менән осрашыуҙың икенсе көнөндә университетының тәрбиә эштәре һәм йәштәр сәйәсәте буйынса департамент директоры И. Ҡаһарманов, универсаль педагогик компетенциялар технопаркы директоры Э. Шәймөхәмәтова мәғариф бүлеге белгестәре, мәктәп етәкселәре, методик берекмәләр етәкселәре менән түңәрәк өҫтәл форматында эшләне.
Намыҫлы хеҙмәте, һөнәри оҫталығы һәм һөнәри эшмәкәрлегендәге ҡаҙаныштары өсөн бер нисә уҡытыусыға М.Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының Рәхмәт хаттары тапшырылды.
Университет педагогтары шулай уҡ 9-11 класс уҡыусылары менән «һорау-яуап» формаһында «Бер тигеҙ диалог» әңгәмәһе үткәрҙе.