Мәғариф
29 Декабрь 2024, 04:00

Уҡыу алдынғыларына – премия!

Йыл һайын декабрь аҙағында Илекәева (Шәмиғолов) Әлфиә Йәғәфәр ҡыҙы Әбделмәмбәт урта дөйөм белем биреү мәктәбенең уҡыу алдынғыларына үҙенең премияһын тапшыра. Быйыл был премияға олимпиадала еңгән 9 уҡыусы лайыҡ булды.

Уҡыу алдынғыларына – премия!Уҡыу алдынғыларына – премия!
Уҡыу алдынғыларына – премия!

-Икенсе йыл рәттән улым һәм ҡыҙым Әлфиә Йәғәфәр ҡыҙының премияһына лайыҡ булдылар. Былтыр улым алһа, быйыл ҡыҙым Розалия ошо премияға эйә булып ҡыуанды.
Әлфиә Йәғәфәр ҡыҙына балаларҙы ҡыуандырғаны өсөн ҙур рәхмәт! Һеҙгә һаулыҡлы оҙон ғүмер теләйбеҙ! – ти Килдеғолдан Гөлсинә Көмөшбаева.

Балаларҙың һәләттәрен үҫтереү, уларҙың хеҙмәтен баһалау киләсәктә лайыҡлы граждандар тәрбиәләүҙең мөһим бер өлөшө. Афарин, тиергә генә ҡала! Ҡылған изге ғәмәлдәрегеҙ үҙегеҙгә лә йөҙләтә әйләнеп ҡайтһын!

Автор:Тансылу Багаутдинова
Читайте нас