Мәғариф
12 Декабрь 2024, 09:40

Бөрйән уҡытыусыһы “Урал батыр” эпосы буйынса ҡулланма эшләгән

Иҫке Монасип урта мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте, рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы, филология фәндәре кандидаты Истәкова Рәғиҙә Әхмәт ҡыҙы мәғарифты үҫтереү институты тарафынан ойошторолған иң яҡшы уҡытыу-методик ҡулланмалар конкурсына ”Урал батыр” эпосын дәрестән тыш өйрәнеү аша балаларҙың ижади һәләттәрен үҫтереү һәм уларға рухи тәрбиә биреү” темаһына уҡытыу-методик комплекттың уҡытыу-методик ҡулланмаһын һәм ”Урал батыр” эпосы - балаларға” исемле эш дәфтәрен тәҡдим итте

Бөрйән уҡытыусыһы “Урал батыр” эпосы буйынса ҡулланма эшләгәнБөрйән уҡытыусыһы “Урал батыр” эпосы буйынса ҡулланма эшләгән
Бөрйән уҡытыусыһы “Урал батыр” эпосы буйынса ҡулланма эшләгән

Белем биреү учреждениеларында туған телдәрҙе уҡытыу мәсьәләһе бөгөн көнүҙәк проблемаларҙың береһе. Уҡыу-уҡытыу өлкәһенә заман талаптары йылдан-йыл ниндәйҙер үҙгәрештәр индерә. Шул уҡ ваҡытта милләттәрҙең туған телгә булған ихтыяжын ҡәнәғәтләндерҙәй уҡытыу-методик комплекттарын эшләү һәм уларҙы тормошҡа ашырыу ҙа бик мөһим мәсьәлә. Билдәле булыуынса, быға тиклем уҡыу әсбаптары, ҡулланмалар, дәреслектәр, эш дәфтәрҙәре айырым белгестәр, ғалимдар, билдәле уҡытыусылар тарафынан төҙөлгән күмәк коллектив эш булараҡ тормошҡа ашырыла килде.

Күптән түгел Башҡортостан Республикаһының мәғарифты үҫтереү институты тарафынан региональ һәм этномәҙәни үҙенсәлектәрҙе сағылдырыусы иң яҡшы уҡытыу-методик ҡулланмалар конкурсы ойошторолдо. Ул республикабыҙҙың телсе һәм әҙәбиәтсе уҡытыусылары өсөн уҡытыу һәм тәрбиә эшендәге тәжрибәһен уртаҡлашыу эшендә киң мөмкинселектәр асты. Конкурста беҙҙең райондан Иҫке Монасип урта мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте, рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы, филология фәндәре кандидаты Истәкова Рәғиҙә Әхмәт ҡыҙы ла ҡатнашты. Ул комиссия иғтибарына ”Урал батыр” эпосын дәрестән тыш өйрәнеү аша балаларҙың ижади һәләттәрен үҫтереү һәм уларға рухи тәрбиә биреү” темаһына уҡытыу-методик комплекттың уҡытыу-методик ҡулланмаһын һәм “”Урал батыр” эпосы - балаларға” исемле эш дәфтәрен тәҡдим итте.

Белгестәр тарафынан Рәғиҙә Әхмәт ҡыҙының хеҙмәтенең актуаллеге, мөһимлеге баһаланды. Китапханаларҙа ошондай әсбаптарға ихтыяждың ҙур булыуы, һорау менән ҡулланылыуы билдәләнде.

Халҡыбыҙҙың рухи ҡомартҡыһын, милли-мәҙәни үҙенсәлектәрен үҙәккә ҡуйып, киләсәк быуынға рухи тәрбиә биреүсе уҡытыу-методик комплектын башҡарыусы уҡытыусы Истәкова Рәғиҙә Әхмәт ҡыҙына киләсәктә уңыштар теләйбеҙ.

Сығанаҡ: Бөрйән районы мәғариф бүлеге.

Бөрйән уҡытыусыһы “Урал батыр” эпосы буйынса ҡулланма эшләгән
Бөрйән уҡытыусыһы “Урал батыр” эпосы буйынса ҡулланма эшләгән
Автор:Тансылу Багаутдинова
Читайте нас