Өфө фән һәм технологиялар университетының Стәрлетамаҡ филиалында башҡорт һәм төрки филологияһы факультеты үткәргән "Йәш журналист" республика конкурсында беҙҙең Иҫке Монасип мәктәбенең 10-сы класс уҡыусыһы Буранова Әлфиә ҡатнашып, 2-се урын алыуға өлгәште.
28 ноябрь көндө уҡыу йортоноң асыҡ ишектәр көнөндә еңеүселәрҙе бүләкләү тантанаһы үтте. Был сарала Әлфиә үҙенең етәксеһе - тарих һәм йәмғиәтте өйрәнеү уҡытыусыһы Һатыбалова Зөлфиә Таһир ҡыҙы Һатыбалова менән ҡатнашып, төрлө оҫталыҡ дәрестәре үтеп ҡайттылар. Әйткәндәй, Әлфиә журналистика йүнәлеше буйынса үткән республика конкурстарында йыл да ҡатнашып, призлы урындар яулап тора. Тырыш һәм һәләтле ҡыҙға ижади уңыштар, ҡәләменең үткерлеген теләп ҡалабыҙ. Коллегабыҙҙы һәм уҡыусыһын сираттағы еңеүе менән ҡотлайбыҙ!
Ҡотлобаева Динара Ишбулат ҡыҙы, педагог-психолог.