+28 °С
Болотло
Өфөләге “Торатау” Конгресс-холында “Йыл уҡыусыһы – 2024” Бөтә Рәсәй конкурсының Төбәк этабы еңеүселәрен һәм лауреаттарын наградлау тантанаһы үтте.
Наградланыусылар араһында Иҫке Собханғол урта дөйөм белем биреү мәктәбе уҡыусылары ла бар: Нурия Хәлиуллина - “Йәмәғәтсе” номинацияһында – 2-се, Ишморат Күлбаев “Йыл спортсыһы” номинацияһында почетлы 3-сө урын яуланы.
Уҡыусыларға артабан да уңыштар насип булһын!