Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
5 Октябрь , 12:00

Уҡыусылары менән ғорурлана

Исламбай мәктәбенең математика, физика фәндәре уҡытыусыһы Рәмзиә Сәлимйән ҡыҙы Ғәлиуллина 38 йыл ғүмерен балалар уҡытыуға бағышлаған. 10 йыл мәктәп директоры, унан алда уҡытыу эштәре буйынса директор урынбаҫары булып эшләгән ижади ҡарашлы, талапсан педагог ул.

Уҡыусылары менән ғорурлана
Уҡыусылары менән ғорурлана

Рәмзиә Ғәлиуллина - Брәтәк ауылы ҡыҙы. Бала саҡтан уҡытыусы булырға хыяллана. “Беҙ бәләкәй саҡта уҡытыусынан башҡа һөнәрҙәр хаҡында йүнләп белмәй ҙә инек”, - ти бала саҡ хыялына тоғро ҡалған уҡытыусы.

Аҫҡарҙа 10-сы класты тамамлағандан һуң, 1982 йылда Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институтының физика-математика факультетына уҡырға инә. Унан йүнәлеш буйынса Новосибирск ҡалаһына юллана. Ике йыл уҡытҡандан һуң, тыуған яҡтарына ҡайтып, Исламбай ауылында эш башлай.

Унда ул буласаҡ тормош иптәшен дә осрата – Юлай Ғәлиуллин менән яҙмыштарын бәйләп, ике ул тәрбиәләп үҫтерәләр. Рәсим әсәһе юлынан киткән - Өфө районының Булгаков ауылында яңы асылған “Юғарыға ос” мәктәбендә физика, информатика, математика фәндәренән уҡыта.

Иншар Өфө дәүләт нефть-техник университетының архитектура-төҙөлөш факультетын тамамлап, Өфөлә һөнәре буйынса эшләй.

Ғорурланып телгә алырлыҡ уҡыусылары булыуы менән бәхетле Рәмзиә Сәлимйән ҡыҙы. Үҙ предметын яҡшы белгән, ауылдаштары араһында ихтирам яулаған юғары категориялы уҡытыусы теүәл фәндәргә ҡыҙыҡһыныу уятып ҡына ҡалмай, балаларҙың күңелдәрен дә үҫтерә, киләсәккә ышаныстарын да нығыта.

-Йәш саҡта үтә талапсан инем. Олоғая килә, тормошта һәр нәмә үҙ яйы менән барғанын аңлай төштөм. Әлбиттә, барыһы ла физик йә математик булып китмәй. Ваҡытында уҡыусыларымдың берәүһенең дә өмөтөн һүндереп, хаталары өсөн күңелдәрен яраламағаным өсөн шатланам. “Өслө”ләр өсөн ҡайғырып ултырмағыҙ, киләсәккә өмөт юғалтмағыҙ, маҡсаттар ҡуйып йәшәгеҙ, тип уҡытырға тырыштым. Шөкөр, уҡыусыларымдың үҙ юлдарын табып, матур, етеш донъя көтөүҙәрен күреп ҡыуанам, - ти уҡытыусы.

Уны балалар ҙа үҙ итә. Әҙер яуаптар менән китаптар сығарыла башлағанда ла, балалар улар менән ҡулланмай, “Апай өйрәткәнсә эшләйбеҙ”, тип тырышалар. Олимпиадаларҙа, конкурстарҙа призлы урындар яулайҙар.

Остаздың тырышлығы һөҙөмтәһен бирә - 10-11 класҡа Байназар, Иҫке Собханғол мәктәбенә барған уҡыусылар яҡшы өлгәшәләр. Ундағы уҡытыусылар фәнде яҡшы аңлаған уҡыусылар килеүенә ҡыуанып, рәхмәттәрен белдерәләр. Уҡыусылар берҙәм дәүләт имтихандарында ла яҡшы балдар йыялар.

-Заман башҡа – заң башҡа, тиҙәр. Хәҙерге балаларҙы гаджеттарһыҙ күҙ алдына килтереп булмай. Интернеттан әҙер яуаптарҙы яҙып алып килгән уҡыусылар бар. Предметҡа ҡыҙыҡһыныу уятыуға күп көс талап ителә.

Әлеге ваҡытта Рәми Ғарипов гимназия-интернатының 11-се класында белем алыусы Алик Ғәлиуллинға ҙур өмөттәр бағланым. Район буйынса 1-се урын алды, Ҡазанда үткән 300-ҙән ашыу уҡыусы ҡатнашҡан конкурста 11-се урынды яуланы. Төбәк-ара олимпиадала 1-се урын яулағаны өсөн уны гимназияға имтиханһыҙ уҡырға алдылар. Шулай уҡ төрлө йылдарҙа уҡытҡан Эвелина, Артур Хәйбуллиндар, Янбулат Ғәлиуллин һәм башҡа бер нисә уҡыусы предметты бик яҡшы белделәр.

Рәмзиә Сәлимйән ҡыҙының математика менән бер ниндәй уртаҡлығы булмаған, ғөмүмән, ҡатын-ҡыҙҙарға хас булмағаныраҡ бер үҙенсәлекле һәләте бар - ул ҡурайҙа уйнай. Мәктәптә уҡыған сағында китапхана асҡысы ышанып тапшырылғас, күп китаптар уҡый, айырыуса Ғата Сөләймәновтың ҡурай тураһындағы китабы ҙур ҡыҙыҡһыныу уята. “Их, мин дә ҡурайҙа уйнаһам ине”, тип хыяллана. Аҙаҡ был уйын тормошҡа ашыра. Өлкән улы Рәсимдән һыҙғыртырға өйрәнә, яйлап үҙ аллы шөғөлләнә, Йәмил Иҫәнғәлиндан дәрестәр ала. Ә 2007 йылдан алып ҡурайҙа уйнау серҙәренә уҡыусыларын төшөндөрә башлай. Районда 450 ҡурайсыны йәлеп итеп үткәрелгән сараға 15 ҡурайсы алып бара ул. “Нур” ҡурайсылар ансамбле төрлө конкурстарҙа, шәжәрәләрҙә сығыш яһай, призлы урындар ала. Яңғыҙ башҡарыусылары ла тәүге урындарҙан ҡалмайҙар. Тик былтыр, быйыл түңәрәктәр эше туҡтап ҡалған. “Балаларҙы йәлеп итеүе лә ауырыраҡ. Ата-әсә яғынан да ҡыҙыҡһыныу, башҡорт моңона, ҡурайға иғтибар булһа ине”, - ти Рәмзиә Ғәлиуллина.

Әйткәндәй ул үҙе “Илсе Ғайса”, “Шәүрә” оҙон көйҙәрен уйнарға ярата.

Рәмзиә Сәлимйән ҡыҙының район мәғариф бүлегенән, ауыл, район хакимиәтенән бирелгән маҡтау ҡағыҙҙары бихисап. 2007 йылда Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы тигән исемгә лайыҡ була. Улар араһына тағы берәү өҫтәлде – Рәмзиә Сәлимйән ҡыҙы ошо көндәрҙә мәғариф өлкәһендә оҙаҡ йылдар намыҫлы хеҙмәте һәм ҡаҙаныштары өсөн Рәсәй Федерацияһы Мәғариф министрлығының Маҡтау ҡағыҙы менән бүләкләнде.

Башҡа ауыл ҡатындары кеүек үк Рәмзиә Сәлимйән ҡыҙы өйҙә лә уңған хужабикә. Аш-һыу әҙерләү, йөн иләү, сиратыу, бәйләм бәйләп, уны берәйһенә бүләк итеү күңеленә ял бирерҙәй яратҡан шөғөлдәре уның.

 

Автор:Альфина Юлчурина
Читайте нас: