5 октябрь - Уҡытыусылар көнө
Ләйсән Айрат ҡыҙы Иҫке Собханғол ауылында тыуып-үҫкән. Музыка менән бәләкәйҙән дуҫ - 8 йәшенән сәнғәт мәктәбенең фортепиано класында шөғөлләнә. Мәктәпте тамамлағас, тормош юлын музыка менән бәйләргә ҡарар итә һәм Башҡорт дәүләт университетының Сибай институтында музыка уҡытыусыһына уҡып сыға. Ҡулына диплом алғас, һәләтле ҡыҙҙы шунда уҡ туған музыка мәктәбенә эшкә саҡыралар. 1999 йылда фортепиано класында ең һыҙғанып эш башлай. Бына хәҙер 25 йыл ул балаларға музыкаль белем һәм тәрбиә биреп, уларҙың ижади һәләтен үҫтерергә ярҙам итә. Уҡыусылары өсөн уҡытыусы ғына түгел, яҡын дуҫ, кәңәшсе, серҙәш тә.
- Минең алда кем булырға тигән һорау торманы. Музыка мәктәбендә уҡый башлағас та ошо мөхит күңелемә бик яҡын булды. Иң мөһиме - әсәйем минең һайлаған һөнәремә ҡаршы булманы. Ә уҡып сыҡҡан мәктәбемдә эш башлау – минең өсөн ҙур бәхет. Үҙемдең уҡытыусыларым – Данияр Мөнийәр улы Мәхмүтов, Ағзам Сәйфетдин улы Кирамов, Зәйнулла Хатмулла улы Мөхәмәтдинов, Роза Ғәлиулла ҡыҙы Хәсәнова, Йәмил Шәриф улы Иҫәнғәлиндар менән бер коллективта эшләү бәхете тейҙе, - ти Ләйсән Айрат ҡыҙы.
Педагогта быйыл 5 бала шөғөлләнә. Улар 1-се, 2-се, 6-сы, 7-се класс уҡыусылары. Һәр уҡыусыһын тик яҡшы яҡтан ғына телгә ала Ләйсән Айрат ҡыҙы. Уның уҡыусылары йыл да республика, халыҡ-ара конкурстарҙа призлы урындар яулай. Мәҫәлән, быйыл Дауыт Бәшәров менән Рамзан Йәмилев “Башҡортостан йондоҙҙары” республика конкурсында, Амалия Алтынбаева “Рәсәйҙең ижади кешеләре” Бөтә Рәсәй конкурсында, ошо уҡ өс бала “Бөтә планета йондоҙҙары” халыҡ-ара конкурсында дипломант булғандар. Һәләтле балалар өсөн уҙғарылған “Арт-Ҡоролтай. Балалар” форумында быйыл Амалия ҡатнашҡан.
-Фортепиано класында уҡырға теләүсе балалар күп. Әммә һәләттән тыш, ныҡышмалылыҡ, тырышлыҡ талап иткән был шөғөлдән ҡайһы бер балалар тиҙ ялҡа. Музыканы ысын күңелдән яратҡан, күҙҙәрендә осҡон янып торған балалар ғына сығарылыш класына тиклем барып етә. Бында уларға терәк, ярҙамсы булған ата-әсәләрҙең дә роле ҙур. Ғәҙәттә, беҙ беренсе класҡа дөйөм белем биреү мәктәбенең 2-се класына уҡырға барған, йәғни уҡырға, яҙырға өйрәнгән уҡыусыларҙы алабыҙ. Шулай ҙа әле мәктәпкә уҡырға бармаған һәм шул хәтлем ҙур теләк менән фортепианола уйнарға теләүсе бала килһә, һис шикһеҙ алырға тырышабыҙ. Ундай балаларҙы күҙҙәренә ҡарап ҡына ла белеп була. Мәҫәлән, 6-сы класс уҡыусыһы Дауыт Бәшәров 1-се класҡа килгәнендә бәләкәй генә ҡулдары менән ҡоласын киң йәйеп, мин ошо хәтлем күп көй өйрәнәсәкмен, тип килгәйне. Балалар үҫә килә классик көйҙәрҙе генә түгел, заманса йәки фильмдарҙан көйҙәр уйнарға теләк белдерә. Үҙҙәре нотаһын табып, тырышып өйрәнеүҙәре айырым маҡтауға лайыҡ, - ти педагог.
Дәрестәрҙән тыш, Ләйсән Айрат ҡыҙы 10 йыл уҡытыу-тәрбиәүи эштәр буйынса директор урынбаҫары вазифаһын башҡара. Шулай уҡ мәктәптә янғын хәүефһеҙлеге, хәүефһеҙлек техникаһы, хеҙмәтте һаҡлау буйынса эштәр уның иңендә. Тағы ла ҡурайсылар, вокалистар, флейтасылар өсөн концертмейстер булып та эшләй, йәғни төп башҡарыусының сығышын фортепианола оҙата. Тырыш, уҡыусыларына ла, үҙенә лә талапсан педагогтың шәхси уңыштары ла бихисап. Уның хеҙмәте Мәҙәниәт министрлығының Рәхмәт хаттары, Маҡтау ҡағыҙҙары менән баһаланған.
- Сәнғәт мәктәбенең алыштырғыһыҙ хеҙмәткәре, яуаплы, грамоталы, талантлы музыкант-уҡытыусыһы ул Ләйсән Айрат ҡыҙы. Ул оҫта ойоштороусы, яҡшы концертмейстерлыҡ һәләтенә эйә. Уҡыусыларҙы ҙур конкурстарға әҙерләй, үҙенең артынан әйҙәй, һәләттәрен үҫтерә, уңыштарға өлгәшергә өйрәтә, - ти уның хаҡында сәнғәт мәктәбе директоры Рәмил Иманғолов.
Ике улы өсөн хәстәрлекле әсәй ҙә ул. 21, 19 йәшлек улдары Вячеслав менән Владислав - студенттар. Өлкән улы ҡурайҙа уйнай, кесеһе күберәк спортты үҙ итә.
Балаларҙың музыкаль һәләтен үҫтереүгә бар көсөн һалған Ләйсән Айрат ҡыҙына артабан да хеҙмәт емештәрен татып, дәртләнеп эшләргә яҙһын.
Һүрәттә: Л. Ишдәүләтова уҡыусыһы Амалия менән