Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
20 Сентябрь , 10:30

Геройҙар... йәшелсә-емештәрҙән

"Эш бөткәс, уйнарға ярай”, ти халыҡ мәҡәле. Көҙгө уңышты йыйып алып бөткәс, Әбделмәмбәт мәктәбендә 6-11 класс уҡыусылары өсөн уңыш байрамы ойошторолған.

Геройҙар... йәшелсә-емештәрҙән
Геройҙар... йәшелсә-емештәрҙән

-Сара йәй көнө мәктәп баҡсаһында көндәрен теүәл генә йөрөп, тырышып эшләгән уҡыусыларҙы тәбрикләп, тәмле приздар менән бүләкләүҙән башланып китте. Артабан командалар үҙҙәре менән таныштырҙы.
Һәр класс көҙгө уңыш темаһына үҙенсәлекле исем, девиз һәм йыр әҙерләгән, костюмдар ҙа сағыу, үҙенсәлекле булды. Һуңынан, йәшелсәләр тураһында башватҡыс сисеп алғас, көҙгө уңыштан эшләнгән "Әкиәт илендә" тигән композицияларҙы яҡлау башланды.
Ниндәй генә әкиәт, йәнһүрәт геройҙары юҡ ине бында! Үҙ эштәрен яҡлап, һәр кластан берәр уҡыусы сығыш яһаны. Әйтерһең дә, һәр беребеҙ шул әкиәттәр иленә сәйәхәт итеп ҡайттыҡ. Ә геройҙар барыһы ла йәшелсә-емештәрҙән... Уҡыусыларҙың оҫталығына хайран ҡалырлыҡ!
Жюри йомғаҡ яһағансы, йырлашып та ярышып алдыҡ. Шулай итеп, уҡыусылар был байрамда ысын мәғәнәһендә ял итте, күңел асты, - тип хәбәр итәләр Әбделмәмбәт мәктәбе (Ҡыпсаҡ) төркөмөндә.

Геройҙар... йәшелсә-емештәрҙән
Геройҙар... йәшелсә-емештәрҙән
Геройҙар... йәшелсә-емештәрҙән
Геройҙар... йәшелсә-емештәрҙән
Геройҙар... йәшелсә-емештәрҙән
Геройҙар... йәшелсә-емештәрҙән
Геройҙар... йәшелсә-емештәрҙән
Геройҙар... йәшелсә-емештәрҙән
Геройҙар... йәшелсә-емештәрҙән
Геройҙар... йәшелсә-емештәрҙән
Автор:Тансылу Багаутдинова
Читайте нас: