Мәктәптә Әхәт Әбдрәхим улы Әбдрәхимов етәкселегендә 82 уҡытыусы, шул иҫәптән 2 педагог-психолог, 2 логопед, 2 социаль педагог эшләй. Мәктәп - донъя кимәлендәге Евразия фәнни-белем биреү үҙәге белем биреү усаҡтары исемлегендә, “Мәғариф ойошмаларының алдынғы тәжрибәһе: балалар баҡсаһы, мәктәп, университет” Бөтә Рәсәй конкурсы еңеүсеһе.
Иҫке Собханғол мәктәбенең ғилми методик эш буйынса директор урынбаҫары Лилиә Һибәтулла ҡыҙы Черкасова:
- Мәктәбебеҙ районда иң алдынғы мәктәп булып һанала, быға коллективтың берҙәм һәм тырыш булыуы булышлыҡ итә. Педагогик состав сифатлы белем биреү, дәүләт стандарттары талаптарын үтәү, уҡытыу-тәрбиә процесын камиллаштырыу буйынса маҡсатлы эш алып бара. Мәктәптә, заман талаптарын аңлап, балаларға тормошта дөрөҫ юл табырға булышлыҡ иткән педагогтар эшләй.Беҙҙең бурыс алдынғы булыу түгел, ә юғары сифатлы белем биреүгә һәм берҙәм белем биреү мөхитен булдырыуға ынтылыу. Был маҡсатты тормошҡа ашырыу һәм беренсе булып ҡалыу еңел түгел. Әммә даими рәүештә белемде камиллаштырыу, семинарҙарҙа ҡатнашыу уҡытыусыларға шәхси һәм һөнәри үҫеште, алға ҡуйған маҡсаттарын тормошҡа ашырырға мөмкинлек бирә. Беҙҙең педагогик коллектив яңылыҡтар өсөн һәр саҡ асыҡ, ынтылыш көслө. Шуға уңыштар ҙа үҙен көттөрмәй.
Республикаһы башлығы Радий Хәбиров балаларға белем биреүҙе иң өҫтөнлөклө йүнәлештәрҙең береһе тип билдәләне. Шуға ла республикала мәғариф системаһын үҫтереүгә комплекслы ҡараш ҡулланыла: матди-техник йыһазландырыу яҡшыра, педагогтар һәм уҡыусылар өсөн мотивация системаһы формалаша, уҡытыуҙың иң яҡшы практик саралары булдырыла. Иҫке Собханғол мәктәбендә лә инновацион йүнәлештәр бер нисәү.
“Үҫеш нөктәһе”
Башҡортостан республикаһы 2020 йылда «Мәғариф» милли проектының «Һанлы белем биреү мөхите» федераль проекты сиктәрендә мәғариф ойошмаларын цифрлы белем биреү мөхитен индереү өсөн матди-техник база менән тәьмин итеүгә 2021-2023 йылдарҙа федераль бюджеттан субсидиялар биреүгә конкурсҡа һайлап алыуҙа еңеүсе булды. Республиканың 945 белем биреү ойошмаһында һанлы белем биреү мөхитен индереү өсөн матди-техник база яңыртылды. Федераль бюджеттан бүленгән средстволарҙың дөйөм күләме 1,52 миллиард һум тәшкил итте.
“Үҫеш нөктәһе” тип исемләнгән цифрлы һәм гуманитар профилле белем биреү үҙәге “Мәғариф” милли һәм “Заманса мәктәп” төбәк проекттары сиктәрендә 2019 йылдан алып тормошҡа ашырыла. Был проект балаларҙың төрлө юҫыҡта үҫешеүе өсөн ҙур мөмкинлектәр бирә. Иҫке Собханғол мәктәбендә уҡыуҙан тыш “Сәнәғәт дизайны. Сәнәғәт мөхитен проектлау”, “3D моделирование и программирование” (Аллабирҙин Ф. А.), “Видеомонтаж нигеҙҙәре”, “Киләсәк оҫтаханаһы” (Ғәлиева Н. М.), “Йәш информатик”, “Күңелле шахматсы”, “Хәүефһеҙлек утрауы”, “Аҙым артынан аҙым” (Сәлихов А. М.) йүнәлештәре буйынса өҫтәмә дәрестәр алып барыла.
“Заманса мәктәп” төбәк проекты сиктәрендә 2021 йылда Ғәлиәкбәр һәм Яңы Усман филиалдарында, 2022 йылда Әтек филиалында “Үҫеш нөктә”ләре асылған. Заманса ҡоролмалар менән тулыландырылған кабинеттарҙа химия һәм биология, физика лабораториялары эшләй. “Үҫеш нөктәһе” үҙәгендә шөғөлләнеүсе уҡыусылар төрлө конкурс һәм акцияларҙа әүҙем ҡатнаша.
Уҡыу йорттары менән килешеү
Иҫке Собханғол мәктәбендә һөнәри йүнәлеш буйынса программалар селтәре 2010 йылдан алып эшләй. Ул ваҡытта Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы Р. Ш. Ғүмәрова башланғысы менән Башҡорт Дәүләт педагогия университеты һәм 2018 йылда республиканың инженер лицей-интернаты менән килешеү төҙөлә. 2021 йылда, Өфө дәүләт нефть-техник университеты менән хеҙмәттәшлек килешеүенә ҡул ҡуйылғас, мәктәптә инженер-техник йүнәлешендә “УГНТУ класы” барлыҡҡа килә. Профилле класта белем алған уҡыусыларға университетҡа уҡырға инеү мөмкинлеге киңәйә. Мәктәптең өлкән синыф уҡыусылары университет үткәргән олимпиадаларҙа һәр ваҡыт еңеүселәр һәм призерҙар иҫәбендә. Ағымдағы йылдың июнь айында Иҫке Собханғол мәктәбе, уҡыусыларының инициативаһы менән, инициативалы бюджетлау проекттары республика конкурсында ҡатнашып еңеп сыға.
Шулай уҡ мәктәптә 2022 йылдан алып Башҡорт Дәүләт аграр университетының агросиныфы эшләп килә. Башҡорт Дәүләт медицина университеты менән берлектә Пирогов класы булдырылып, әлеге ваҡытта килешеү төҙөү буйынса эштәр алып барыла.
6-10 синыф уҡыусыларына “Изотоп” йәйге химик лагерҙың ойошторолоуы юғары һөҙөмтәләр бирә. Йәйге лагерҙы БР-ҙың атҡаҙанған уҡытыусыһы А. М. Ғүмәров етәкләй. Һуңғы 3 йыл эсендә сығарылыш синыф уҡыусыларының химия йүнәлеше буйынса юғары уҡыу йорттарына инеүе 13-25 процент тәшкил итә.
Шайморатовсылар класы
2020 йылда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың тәҡдиме буйынса Рәсәй Федерацияһы Геройы, генерал-майор Миңлеғәле Шайморатов исемендәге кластар булдырыу проекты ғәмәлгә ашырылды. Шайморатовсылар класы районда Иҫке Собханғол мәктәбендә тәүгеләрҙән булып 2022 йылда асыла. Был класҡа имтихан тапшырып иң яҡшы уҡыған уҡыусылар һайлап алына. Әлеге ваҡытта Иҫке Собханғол мәктәбендә 7-се һәм 6-сы Шайморатовсылар кластары бар. 7 “Ш” синыфы етәксеһе Лилиә Салауат ҡыҙы Норотҡолова:
Шайморатовсылар кластарында уҡыусылар өсөн йылына 2 тапҡыр – ҡышҡыһын һәм йәйгеһен “Шайморатов уйындары” үтә. Был ярыштарҙа райондың шайморатовсылары һынатмай, һәр саҡ яҡшы күрһәткестәргә өлгәшә. Шулай уҡ улар өсөн Өфө ҡалаһында йәйге патриотик лагерь ойошторола. Былтыр райондан 5, быйыл 3 бала унда ял иткән. Быйылғы 24-29 августа үткән лагерҙа Шәүрә Манапова, Айсилә Шәмиғолова, Гөлфинә Йәғәфәрова үҙҙәрен тик яҡшы яҡтан ғына күрһәткән. Шәүрә 8-се взвод командиры булараҡ диплом һәм Бөйөк Еңеү тураһында китап менән бүләкләнһә, Айсилә тирҙа мәргән атыусы булараҡ танылған. Тирҙа атышҡан 200 бала араһынан 5-әүһе генә республика башлығы Р. Хәбировтың махсус бүләгенә лайыҡ була, Айсилә шул иҫәптә. Ҡыҙҙарҙың өсөһөнә лә кулон, Р. Хәбировтың ҡултамғаһы менән “Йәш шайморатовсы” көндәлеге тапшырылған.
Ҡаҙаныштар һәм еңеүҙәр
Иҫке Собханғол мәктәбендә сығарылыш синыф уҡыусыларының берҙәм дәүләт имтихандарын тапшырыуы йыл да яҡшы һөҙөмтәләр бирә. 2021 йылда математика, рус теле, физика, химия, биология фәндәренән 14 уҡыусы юғары балл йыйһа, былтыр 62 уҡыусының 9-ы мәктәпте миҙал менән тамамлаған. Быйыл 40 сығарылыш синыф уҡыусының 6-ауһы алтын, 10-ы көмөш миҙалға лайыҡ булған. Берҙәм дәүләт имтиханын юғары балға тапшырыусылар 6-ау, шул иҫәптән Айлина Акиева физика фәненән 100 балл йыйған.
Башҡортостанда уҡытыусыларҙың һөнәри кимәлен күтәреү һәм хеҙмәт шарттарын яҡшыртыу маҡсатында уларға төрлө ярҙам саралары тормошҡа ашырыла. Уҡытыусыларға юғары эш һөҙөмтәләре өсөн премиялар, эш хаҡына өҫтәмәләр һәм башҡа матди дәртләндереүҙәр рәүешендә өҫтәмә стимулдар бирелә. 2021 йылдан Бөтә Рәсәй, төбәк-ара олимпиадаларында һәм уҡыусыларҙың интеллектуаль һәләттәрен үҫтереүгә йүнәлтелгән конкурстарҙа еңеүсе һәм призлы урындар яулаусы уҡыусыларға, шулай уҡ уларҙы әҙерләгән педагогик хеҙмәткәрҙәргә Башҡортостан Республикаһы Башлығының йыллыҡ премиялары булдырылды. Иҫке Собханғол мәктәбенән был премияға лайыҡ булыусы уҡытыусы һәм уҡыусылар бихисап. Был иҫәптә физика фәне уҡытыусыһы Ф. Ә. Хәкимова, башҡорт теленән Х. З. Вәлиуллина, Л. С. Норотҡолова, Р. Г. Сәғитова, биологиянан О. П. Рябова, финанс грамоталыҡтан Г. К. Ғәбитова, хоҡуҡ фәненән Г. М. Хоҙайғолов, химиянан Л. Х. Черкасова һәм уларҙың уҡыусылары бар.
Уҡыусыларҙың юғары ҡаҙаныштары педагогик составтың үҙ һөнәрҙәренең оҫтаһы булыуының һөҙөмтәһе икәне билгеле. Әйтергә кәрәк, Иҫке Собханғол мәктәбендә үҙ фәндәренә мөкиббән киткән, һөнәрҙәренә тоғро уҡытыусылар эшләй. Улар араһында үҙ фәненән иң яҡшыһы тип табылғандар ҙа бар. “Башҡорт һәм рус теленән иң яҡшы уҡытыусы” республика конкурсында Л. С. Норотҡолова, Ф. Н. Ғүмәрова еңеп сыҡһалар, “Башҡортостандың йыл уҡытыусыһы – 2023” республика конкурсында Г. С. Аҙанғолова “Тыуған илемдә хәҡиҡәтте өйрәнәм” номинацияһында еңеүсе һәм махсус призға лайыҡ була. Л. Һ. Черкасова З. Сәғитов исемендәге, Р. Г. Сәғитова Ә. Сөләймәнов исемендәге муниципаль премияға эйә.
2019 йылдан республикала ауыл ерендә эшләгән йәш уҡытыусыларға ярҙам сараһы итеп Башҡортостан Башлығы Гранты булдырылғайны. Был грант Иҫке Собханғол мәктәбенән 5 йыл эсендә 6 уҡытыусыға тапшырылды. Ошо грантҡа эйә булыусы Лилиә Ишбулатова:
- Республика грантына ауыл ерендә эшләүсе 35 йәшкә тиклемге йәш уҡытыусылар ҡатнаша ала. Конкурс юғары кимәлдә үтә - уның шартына ярашлы, еңеүселәр ауыл мәктәбендә кәм тигәндә 10 йыл эшләргә бурыслы. Был конкурс йәш уҡытыусыларҙың перспективаһын арттырыуға булышлыҡ итә. Әлбиттә, кәрәкле документтарҙы йүнләү күп көс, ваҡыт һәм тырышлыҡ талап итә, сөнки 2 йыллыҡ эш тәжрибәң, уҡыусыларыңдың ҡаҙаныштары, уҡытыусының һөнәри оҫталығы тейешле кимәлдә ҡағыҙҙа сағылырға тейеш. Грантҡа мин 2022 йылда эйә булдым. Әлбиттә, эшемде баһалауҙарына бик шатмын. Был аҡса ғаиләбеҙҙең мәнфәғәтенә тотонолдо. Йәш ғаилә өсөн бик ҙур ярҙам тип ҡабул иттек.
Белем биреү сифатын күтәреү һәм уҡытыусыларҙың һөнәри кимәлен үҫтереү, хеҙмәт шарттарын яҡшыртыу маҡсатында тормошҡа ашырылған ярҙам саралары ыңғай һөҙөмтәләрен бирә – ауыл мәктәптәренә йәш уҡытыусылар ҡайта, белем биреү сифаты яҡшыра, конкурс-олимпиада еңеүселәре арта. Уҡытыусыларға юғары эш һөҙөмтәләре өсөн премиялар, эш хаҡына өҫтәмәләр һәм башҡа матди дәртләндереүҙәр рәүешендәге өҫтәмә стимулдар ҙа ҡаралған. Йәш уҡытыусылар өсөн булдырылған гранттан тыш, ағымдағы йылда иң яҡшы балалар баҡсаһы уҡытыусыларына республика башлығы премиялары индерелде һәм балалар баҡсаларының йәш педагогтарына 575 мең һум күләмендә 50 грант булдырылды. 2019 йылдан профессиональ белем биреү ойошмаларының һәләтле студенттары өсөн республика башлығы стипендиялары тапшырыла.
Дөйөм алғанда, хөкүмәт тарафынан хәстәрлек һәм ярҙам тойған белем биреү усағы гөрләп эшләй. Киләсәктә лә мәктәптәр ауылдарҙың йәме һәм йәне булып ҡалһын, йәш быуынға белем һәм тәрбиә биреүен дауам итһен. Бер ауылда ла ҡыңғырау тауыштары һүнмәһен.