Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
30 Август , 09:20

Республикала йәш уҡытыусыларға гранттар исемлеге раҫланды

Йәш уҡытыусыларға Башҡортостан хөкүмәтенән гранттар тапшырыла. Премьер-министр Андрей Назаров 27 августа тейешле указға ҡул ҡуйҙы.

Республикала йәш уҡытыусыларға гранттар исемлеге раҫланды
Республикала йәш уҡытыусыларға гранттар исемлеге раҫланды

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, һәр береһе 40 мең һумлыҡ гранттар ике йылға бер тапҡыр республиканың дәүләт һәм муниципаль дөйөм белем биреү учреждениеларының конкурс буйынса һайлап алынған иң яҡшы 25 йәш уҡытыусыһына бирелә.

Бынан алдараҡ «Башинформ» Башҡортостанда 2024 йылға ауыл ерендәэшләгән йәш уҡытыусыларға гранттар исемлеген раҫлауҙары тураһында яҙғайны. Йыл һайын 150 йәш педагог 690 мең һум күләмендәге грантҡа эйә була. Конкурс шарттарына ярашлы, еңеүселәр ауыл мәктәбендә кәмендә 10 йыл эшләргә тейеш.

https://www.bashinform.ru/news/social/2024-08-29/v-bashkirii-utverzhden-spisok-poluchateley-granta-molodym-uchitelyam-3903385

Автор:
Читайте нас: