...Иртәнге 8-ҙәр тирәһендә район үҙәге урамы буйлап ҡулына бер түгел, ике сумка тотҡан мөләйем йөҙлө уҡытыусы эшкә ашыға. Ул райондағы иң ҙур мәктәптең - Иҫке Собханғол урта мәктәбенең физика уҡытыусыһы Хәкимова Фәнүзә Әҡсән ҡыҙы.
1994 йылда Башҡорт дәүләт педагогия институтын ҡыҙыл дипломға тамамлаған Фәнүзә Әҡсән ҡыҙының уҡытыусылыҡ эшенә башкөллө сумыуына быйыл 30 йыл. Институтта эшкә ҡалдырырға ныҡышып ҡараһалар ҙа, Бөрйәненә ашыҡҡан Ф. Хәкимова ошо йылдар эсендә әллә күпме балаға тормош ҡанаттары ҡуйҙы, физика фәненә ҡыҙыҡһыныу, һөйөү уятты.
Уның төп сифаттары – мөләйемлек, кешелеклек һәм эшһөйәрлек.
-Балаларҙың барыһына ла тигеҙ ҡарайым. Мин уҡыусыларҙы физиканан 7-се кластан уҡыта башлайым (физиканы өйрәнеү шул мәлдә башлана). 5-6 дәрес үтеү менән кемдең физикаға барымы барлығын, киләсәктә физмат йүнәлешендә уҡый аласағын – буласаҡ олимпиадасыларымды тойомлап алам. Улар менән айырым шөғөлләнеүҙәр башлана. Балаларҙы хаталары өсөн әрләмәйем, шул хаталар өҫтөндә бергәләп эшләйбеҙ. Мәҫәлән, быйыл физиканан берҙәм дәүләт имтиханын 100 балға тапшырған Айлина Акиева һәр ваҡыт 18-се заданиела хата ебәрә торғайны. Уға 50 вариантлыҡ китабымды биреп ҡуйҙым. Шул китаптағы барлыҡ 18-се заданиеларҙы башҡарып сыҡты. Балалар менән шөғөлләнеү өсөн ҡатмарлыраҡ китаптар һатып алып торам. Уҡыусылар теләгән ваҡыттарында китаптарын тотоп үҙҙәре аңлап етмәгән мәсьәлә буйынса һорауҙары менән минең яныма килә ала. Ғөмүмән, даими бәйләнештәбеҙ.
Уҡыусыларымдың төрлө конкурстарҙа, олимпиадаларҙа еңеүе – ул минең еңеүем.
Айырыуса тырышҡандарҙы, еңеүселәрҙе дәртләндереп, үҙемдең премияларымды биреп барам. Балалар ниндәйҙер уңышҡа ирешһен өсөн улар менән маҡсатлы һәм планлы рәүештә даими шөғөлләнеү кәрәк.
Имтиханға физика фәнен һайлаусы 11-селәр менән марттан алып айырыуса көсөргәнешле шөғөлләнәбеҙ. Дәрестәр бөткәс, өйгә ҡайтып, бер аҙ ял итеп киләбеҙ ҙә сәғәт 4-тән киске һигеҙенсе яртыларға тиклем әҙерләнәбеҙ. Ошо айҙар эсендә 7-се кластан 11-се класҡа тиклемге барлыҡ темаларҙы ҡабатлатып сығам. Төрлө темалар буйынса һорауҙар бирәм, улар яттан яуап бирергә тейештәр. Бер балаға 3 сәғәт тирәһе ваҡыт кәрәк. Уҡыусылар 3 сәғәт эсендә 500-ләгән формула яҙалар.
Мәктәпте тамамлағас та бәйләнеште өҙмәйбеҙ – уларҙың юғары уҡыу йортонда нисек уҡығанын, артабан ҡайҙа эшкә ингәген – барыһын да белеп барам, - ти Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы Фәнүзә Хәкимова.
Әйткәндәй, хәбәр итеүебеҙсә, ул быйыл республиканың иң яҡшы 100 уҡытыусыһы исемлегенә инеп, Мәскәүҙә белемен камиллаштырыу курстарында булып ҡайтты.
-Мәскәүгә “Иң яҡшы 100 уҡытыусы” проекты буйынса юлландыҡ. Йәшәү ҙә, ашау ҙа, юл да – барыһы ла бушлай булды. Республика Башлығына уҡытыусылар тураһында шундай хәстәрлек күргәне өсөн рәхмәтлемен.
МФТИ-ла (был илдәге абруйлы юғары уҡыу йорто) курс аҙағында физиканан тест эшләттеләр. 99 балл йыйғанмын. Йөҙөнсөһө лә дөрөҫ булған ул, тик әҙерәк ҡабаланғанмын. Профессор А. Зайцев үткәргәйне тесты. Минең уҡыусым Айлина Акиева физиканан 100 балл йыйғанда ла Айлинаны тәүге ҡотлаусы кеше шул Мәскәү профессоры булды. Айлина Өфө нефть-техник университетына уҡырға инде. Тағы бер уҡыусым Ғәлиә Хоҙайғолова БДУ-ны ҡыҙыл дипломға тамамланы, унан Мәскәүҙәге Сколковола, артабан Санкт-Петербургта уҡыны. Хәҙер студенттарҙы онлайн уҡыта, - ти Фәнүзә Әҡсән ҡыҙы.
Уҡытыусының үҙенең улы Азамат менән ҡыҙы Лилиә лә техник вуздарҙы һайлаған. Икеһе лә юғары стипендияларға өлгәшә. Азамат хәҙер эшләп йөрөй.
...Эйе, уның ҡулында, ғәҙәттә, ике сумка була. Балалар яҙмышы өсөн яныу, уларҙы белемлерәк итергә ынтылыу, тормошта үҙ урындарын табып, лайыҡлы йәшәһендәр өсөн тырышыу йөгө ята уларҙа. Изге йөк.
Аҡыллы, белемле, тәрбиәле, кешелекле, изге йөрәкле уҡытыусының ҡулында ғына түгел был йөк, йөрәгендә. Халыҡ уҡытыусыһы исеменә лә лайыҡ булырлыҡ остаз ул Фәнүзә Әҡсән ҡыҙы!
Т. Баһауетдинова.