Грант алыусы йәш, перспективалы ауыл педагогтары араһында беҙҙең районда йәшәүсе, эшләүсе уҡытыусылар ҙа бар.
-Педагогик хеҙмәткәрҙәргә дәүләт программалары буйынса ярҙам беҙҙең районда даими бирелә. Йәш белгестәрҙе дәртләндереү маҡсатында булдырылған грантты алыусылар йылдан-йыл арта бара. Уҙған йылда грантты 4 педагог алһа, быйыл был финанс ярҙамы 8 йәш белгескә биреләсәк. Башҡортостандың Мәғариф һәм фән министрлығы тарафынан “Башҡорт һәм рус телдәре уҡытыусылары араһында аҡсалата дәртләндереүгә дәғүә итеү” республика конкурсында Иҫке Собханғол мәктәбе уҡытыусыһы Резеда Ғәйзулла ҡыҙы Сәғитова 50 мең һумлыҡ премияға лайыҡ булды. Район мәктәптәре «Мәктәптәрҙә инициативалы бюджетлау» проектында йыл да әүҙем ҡатнаша. Уҡыусыларҙың проектын бойомға ашырыу өсөн финанс ярҙамы быйыл Иҫке Собханғол һәм Әбделмәмбәт мәктәптәренә бүленде. Ике мәктәптә коммерцияға ҡарамаған белем биреү ойошмаһы булдырылған. Шулай уҡ республика кимәлендә конкурстарҙа, олимпиадаларҙа еңеүселәр, призерҙар әҙерләгән уҡытыусыларға премиялар ҡаралған. Был ярҙам саралары педагогтарға һөнәренә тоғро ҡалып, тырышып эшләргә этәргес бирә, - тине район мәғариф бүлегенең муниципаль методик хеҙмәте етәксеһе Әлфиә Ишбулды ҡыҙы Ғәбитова.
Аҫҡар урта мәктәбенең башланғыс кластар уҡытыусыһы Әҡлимә Әминева уҙған йылда грант алыусы йәш педагогтарҙың береһе.
- Беҙҙең ғаилә өсөн был ҙур ярҙам булды. Грант аҡсаһына яңы өйөбөҙҙөң эске эштәрен тамамлап, Яңы йылға күсеп сыҡтыҡ. Район мәғариф бүлегенә, хөкүмәтебеҙгә рәхмәт, - ти Әҡлимә Сәит ҡыҙы.
Яңы Монасип ауылы ҡыҙы Башҡорт дәүләт университетының Стәрлетамаҡтағы филиалын тамамлаған. Яҙмышын Аҫҡар егете Азамат Әминев менән бәйләп, 3 балаға ғүмер биргәндәр. Хеҙмәт юлын Аҫҡар мәктәбе интернатында тәрбиәсе булып башлай һәм 2019 йылдан башланғыс кластарҙа уҡыта. Балалар менән уртаҡ тел таба белгән, ойоштороу һәләтенә эйә педагогҡа мәктәптең тәрбиә эштәре буйынса директор кәңәшсеһе вазифаһы йөкмәтелгән. Әҡлимә Сәит ҡыҙы уҡыусылары менән район, республика ярыштарында әүҙем ҡатнаша. Үҙ үҫеше өҫтөндә лә әүҙем эшләй. Үҙен һынап ҡарау маҡсатында быйыл “Йыл уҡытыусыһы” район конкурсында ҡатнашып, 3-сө урын ала һәм республика этабында ҡатнашыу хоҡуғына эйә була. Был конкурста яҡшы һөҙөмтәләр күрһәтеп, Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү ойошмаһының махсус бүләгенә лайыҡ була. Мәктәп тормошонан тыш, ауылда йәмғиәт эштәрендә, мәҙәни сараларҙа ихлас ҡатнаша.
Йәш белгескә артабан да яратҡан һөнәренең емештәрен татып, яңынан-яңы уңыштар яулауын теләйбеҙ.
Башҡортостан Республикаһы башлығы Радий Хәбиров үҙенең бер сығышында: “Уҡытыусыларға, мәғариф системаһы хеҙмәткәрҙәренә ҙур яуаплылыҡ йөкмәтелә, улар балаларыбыҙҙы тәрбиәләй, киләсәктең ниндәй булыуы уларға бәйле. Республикала мәғариф өлкәһенә, уҡытыусыларға ярҙам күрһәтеүгә айырыуса ҙур иғтибар бүләбеҙ”, тигәйне.
Республикала юғары эш һөҙөмтәләре күрһәткән уҡытыусыларға премиялар, эш хаҡына өҫтәмәләр һәм башҡа матди ярҙам рәүешендә өҫтәмә түләүҙәр булдырылған. Мәҫәлән, быйыл иң яҡшы балалар баҡсалары педагогтарына республика Башлығы премиялары биреү индерелде. Бынан тыш, балалар баҡсаларының йәш белгестәренә 575 меңәр һум күләмендә 50 грант булдырылған.
Һөнәри белем биреүҙе һәм хеҙмәт династияларын яңыртыу йылы сиктәрендә 2022 йылда иң яҡшы уҡытыусыларға һәм мастерҙарға 690 мең һум күләмендә йыл һайын бирелә торған 10 грант булдырылды, 2023 йылда уларҙың һаны 20-гә тиклем арттырылды.
Башҡортостан Башлығы булышлығында республикала тәүге тапҡыр йәш ауыл уҡытыусыларына 690 мең һумлыҡ грант булдырылды. 2019 йылдан 2023 йылға тиклем 525 уҡытыусы грант алды, ә 2023 йылда, Уҡытыусы һәм остаз йылында, гранттар һаны 150-гә еткерелде.
2020 йылдан Башҡортостан Республикаһында ауыл тораҡ пункттарына, эшсе ҡасабаларға, ҡала тибындағы ҡасабаларға, 50 меңгә тиклем кеше йәшәгән ҡалаларға эшләргә барған (күсеп барған) уҡытыусыларға 1 миллион һум күләмендә бер тапҡыр бирелә торған компенсация түләүҙе күҙ уңында тотҡан «Ауыл уҡытыусыһы» программаһы тормошҡа ашырыла.
2021 йылда Башҡортостан тәүгеләрҙән булып Йылдам профессиональ әҙерлек үҙәген булдырҙы. Быйыл ошондай тағы бер үҙәк асыласаҡ. Республика «Профессионалитет» проектына әүҙем ҡушылды, уның сиктәрендә ике йыл эсендә 14 кластер булдырыуға 1,2 миллиард һум самаһы федераль аҡса йәлеп ителгән. Уларҙың һаны буйынса Башҡортостан Рәсәйҙә беренсе урында тора.