-Мәктәп бинаһы 2005 йылдың 9 авгусында асылды. Уны төҙөүгә арҙаҡлы ауылдашыбыҙ Исмәғил Ғәбитов күп көс һалды. Мәктәп тәүҙә 11 йыллыҡ ине, 2011 йылда үҙгәртеп ҡороу менән бәйле, Иҫке Собханғол мәктәбенә ҡушылдыҡ һәм 9 йыллыҡҡа ҡалды. Бөгөнгө көндә мәктәптә 60 бала белем ала, 12 педагог эшләй. 9-сы класты 11 бала тамамланы, уларҙың икәүһе ҡыҙыл аттестатҡа эйә булды. 10-11 класс уҡыусылары Иҫке Собханғол мәктәбенә йөрөп уҡый. Быйыл 1-се класҡа 5 бала киләсәк.
Уҡыусыларыбыҙҙың белем кимәле яҡшы, имтихандарҙы уңышлы тапшыралар, төрлө конкурстарҙа, олимпиадаларҙа ҡатнашып, призлы урындар яулайҙар. Мәҫәлән, 9-сы синыф уҡыусылары Ишморат Күлбаев физкультуранан олимпиадала республика кимәлендә, Данил Байғазин фәнни-эҙләнеү эше менән төбәк-ара конференцияла призерҙар булдылар. Уҡытыусылар ҙа үҙ үҫеше өҫтөндә эшләй, конкурстарҙа ҡатнаша. Уҡытыусылар тәрбиәүи эшкә ҙур иғтибар бирә. Төрлө иҫәптәрҙә торған, насар ғәҙҙәттәргә бирелгән уҡыусыларыбыҙ юҡ. Ата-әсәләр менән дә эштәр даими алып барыла.
Баҡсабыҙҙан йыл да мул уңыш алабыҙ. Ул балаларҙы йыл әйләнәһенә витаминлы аштар менән туҡландырыуға китә. Һатып та ебәрәбеҙ. Килгән аҡсаға мәктәпкә кәрәк-яраҡтар алабыҙ. Мәктәп яны баҡсаһында уҡытыусылар ҙа, хеҙмәткәрҙәр ҙә, уҡыусылар ҙа тырышып эшләй. Ашханала ашатыу яҡшы ойошторолған, ашнаҡсы һәм уның ярҙамсыһы балаларҙы тәмле, йылы аштар менән һыйлай. Ике йыйыштырыусыбыҙ ҙа үҙ эштәрен тейешле кимәлдә башҡара, бинаны тәртиптә тоталар. Ҡаҙанлыҡта үҙ эшенә яуаплы ҡараған 4 кеше эшләй. Мәктәптең водителе үҙебеҙҙең автобуста уҡыусыларҙы ярыштарға, конкурстарға йөрөтә, аҙна аҙағында Иҫке Собханғол мәктәбендә уҡыған уҡыусыларҙы ташый.
Мәктәп - ауылдың йәме. Уны һәр ваҡыт таҙа, төҙөк, уҡыусылар өсөн уңайлы итергә тырышабыҙ. Яңы уҡыу йылына йыл да тырышып әҙерләнәбеҙ. Класс бүләмәләрендә косметик ремонт башҡарылды. Белем биреү учреждениеларының яңы уҡыу йылына әҙерлеген тикшереүҙә 18 йыл рәттән призлы урындар алып килдек. Иң мөһиме – балаларға матур тәрбиә, сифатлы белем биреү һәм уларҙың хәүефһеҙлеген тәьмин итеү, - тине мәктәп етәксеһе.
Спорт залы төҙөкләндерелгән
Ғәлиәкбәр мәктәбенең спорт залында “Мәғариф” милли проектының “Һәр баланың уңышы” төбәк проекты сиктәрендә ремонт башҡарылған. Залға яңы ҙур тәҙрәләр, яҡтыртҡыстар, йылытыу батарейкалары һәм ишектәр ҡуйылған, косметик ремонт эшләнгән.
-Беҙҙең өсөн был ҙур һәм шатлыҡлы ваҡиға. Мәктәптең спорт залы буш тормай, тиһәң дә була. Бында балалар ҙа, йәштәр ҙә спорт менән шөғөлләнергә ихлас йөрөй. Уҡыусылар менән юғары категориялы физкультура уҡытыусыһы Рауил Абдулхаҡ улы Ҡаһарманов шөғөлләнә. Балаларҙа спортҡа һөйөү тәрбиәләүҙә уның роле бик ҙур. Уҡыусыларҙы ярыштарға, спорт уйындарына ылыҡтыра. Уҡыусылар волейбол, футбол, еңел атлетика, көрәш буйынса район, зона, республика ярыштарында ҡатнашып, урындар яулайҙар. Йыл да мәктәп спорт залында райондың волейбол һөйөүсе йәштәре араһында Чечняла һәләк булған яугир ауылдашыбыҙ Илдар Ғәбитов иҫтәлегенә волейбол ярыштары ойошторола, иптәштәрсә осрашыуҙар үткәрелә.
Ауыл халҡы менән “Урындағы башланғыстарҙы хуплау” программаһында ла ҡатнашып, спорт залына ҙур ғына суммаға спорт инвентарҙары алыуға өлгәшкәйнек. Яңыртылған спорт залында спорт һөйөүселәргә мөмкинлектәр тағы ла күбәйҙе. Яҡты, йылы бинала шөғөлләнеп, тағы ла күберәк уңыштар менән һөйөндөрөрҙәр тип өмөтләнәбеҙ, – тине мәктәп етәксеһе Сания Сабир ҡыҙы.
Спорт залын ремонтлауға 514 мең 813 һум аҡса тотонолған. Был хаҡта район мәғариф бүлеге начальнигы Илшат Сәйфитдинов белдерҙе.
-“Һәр баланың уңышы” проекты – мәктәптәргә бик яҡшы ярҙам. Ғәҙәттә, мәктәптәргә ремонт эшләнгәндә спорт залдарына иғтибар бүленмәй. Ә был проект тик спорт залдарын ремонтлауға йүнәлтелгән. 2018 йылдан алып районда алты мәктәптең - Яңы Мөсәт, Әбделмәмбәт, Брәтәк, Әтек, Ғәҙелгәрәй һәм Ғәлиәкбәр мәктәптәренең спорт залдары ошо проект нигеҙендә төҙөкләндерелде.
Ғәлиәкбәр мәктәбе уҡыусылары һәм уҡытыусылары өсөн шатбыҙ. Артабан да уларға спорт залының мәнфәғәтен күреп, сәмләнеп эшләүҙәрен теләйем, - тине Илшат Ғаяз улы.
Спорт объекттарын төҙөү, ремонтлау Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың һәр ваҡыт иғтибар үҙәгендә. Ул быйыл февраль айында Физик культураны һәм спортты үҫтереү мәсьәләләре буйынса совет ултырышында, республика спорт инфраструктураһына ҙур иғтибар бүлә, тип билдәләгәйне.- Беҙ инфраструктураға ҙур инвестициялар яһайбыҙ - яңы спорт ҡоролмалары һәм объекттары төҙөйбөҙ. Уларҙың һөҙөмтәле эшләүе тураһында уйлау мөһим. Һәр бала үҙе ҡыҙыҡһынған дисциплина менән шөғөлләнә алырға тейеш. Был беҙ хәл итергә тейешле әһәмиәтле мәсьәлә, - тигәйне үҙ сығышында Радий Хәбиров.
20 яңы тәҙрә ҡуйылған
“Берҙәм Рәсәй” сәйәси партияһының Башҡортостан төбәк бүлексәһе тарафынан ғәмәлгә ашырылған “Реаль эштәр” проекты сиктәрендә Ғәлиәкбәр мәктәбе бинаһына 20 яңы тәҙрә ҡуйылған.
-Был проектта ҡатнашыу ауыл хакимиәте ярҙамы менән тормошҡа ашырылды. Мәктәптең икенсе ҡатындағы тәҙрәләр тулыһынса яңыға алмаштырылды. Улар серей башлаған һәм һыуыҡ өрә ине. Мәктәп өсөн был бик ҙур ярҙам булды. Район мәғариф бүлегенә, ауыл хакимиәтенә, хөкүмәткә ҙур рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ, - тип белдерҙе мәктәп етәксеһе.
“Реаль эштәр” проекты тәү сиратта халыҡты борсоған мәсьәләләрҙе хәл итеүгә, уларҙың тормош кимәлен яҡшыртыуға йүнәлтелгән. Бының өсөн һәр төбәктә эшсе төркөм ойошторолған. Халыҡтың үҙенең әүҙемлеге лә иҫәпкә алына. Улар йыйылыш үткәреп, ҡарарҙар ҡабул итә һәм партияның төбәк бүлексәһе менән бәйләнешкә сыға. Әле республикала “Реаль эштәр” проектына ярашлы йөҙҙәрсә саҡрым юл ремонтланған, тиҫтәләгән күпер төҙөкләндерелгән, урамдарҙа яҡтыртыу ҡоролмалары урынлаштырылған, балалар баҡсалары, мәктәптәр, парктар тәртипкә килтерелгән, уйын майҙансыҡтары төҙөлгән.
“Мәктәбебеҙҙе шул хәтлем яратам»
«Мәктәбебеҙҙе, балаларҙы шул хәтлем яратам, коллегаларымдың тырышып балаларға белем һәм тәрбиә биреүҙәренән ҡәнәғәтмен», тип торған етәксенең ҡул аҫтында эшләгәндәр ҙә, уҡыусылар ҙа мәктәбен ярата, уға һаҡсыл ҡарашта. Коридорҙа күпереп үҫкән гөлдәр ҙә быға ишара. Балалар булған ерҙә бындай ҙа ҡупшы итеп гөлдәр үҫтереү мөмкин дә түгел кеүек. Беҙҙә балалар тәртипле ул, теймәйҙәр, йыйыштырыусы апайҙары ла матур ҡарай, ти етәксе.
Мәктәп менән бер бинала балалар баҡсаһы - мәктәпкәсә белем биреү төркөмө урынлашҡан. Унда ике тәрбиәсе эшләй. Күңелле бүлмәләрҙә һәр нәмә бәләкәй балаларға яраҡлаштырып эшләнгән.
Бөтә уңайлыҡтар һәм шарттар тыуҙырылған мәктәптә уҡыусыларға тырышып уҡырға ғына ҡала. Яңы уҡыу йылында уларға яңы уңыштар теләйбеҙ.