Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
22 Июль , 10:41

Һөнәр утта янмай, һыуҙа батмай торған хазина

Урал аръяғы агросәнәғәт колледжының Иҫке Собханғол филиалын тамамлаусылар өсөн уҡыу йылы дипломдар тапшырыу тантанаһы менән тамамланды. Сираттағы сығарылыш “Ағасты семәрләп эшләүселәр”, “Тракторсы-машинист” һәм “Автомобиль ремонтлау мастеры” һөнәрҙәре буйынса урта махсус һөнәри белемле белгес булып оло тормош юлына аяҡ баҫты.

Һөнәр утта янмай, һыуҙа батмай торған хазина
Һөнәр утта янмай, һыуҙа батмай торған хазина

Уҡыу йорто етәксеһе Таһир Юлчурин һәм уҡыу-уҡытыу мөдире Лилиә Кульчикова сығарылыш студенттарын ҡотлап, уларға изге теләктәрен еткерҙеләр һәм ҡулдарына документтарын тапшырҙылар. Кисәге уҡыусыларҙың иң‐иңдәре рәхмәт хаттары менән бүләкләнде. Уҡыуҙарын уңышлы тамамлап, әрме хеҙмәтенә саҡырылып өлгөргән егеттәрҙең дипломдары ата-әсәләренә бирелде. Балаларына яҡшы тәрбиә биргәндәре өсөн Таһир Йәноҙаҡ улы иң яҡшы студенттарҙың ата-әсәләренә колледж етәкселеге исеменән рәхмәт хаттары тапшырҙы. Әлиә Ғазина ата-әсәләр исеменән уҡытыусыларға, мастерҙарға, филиал етәкселегенә рәхмәт һүҙҙәрен белдерҙе. Сығарылыш төркөмө студенттары уҡытыусыларына, мастерҙарына, тәрбиәселәренә һәм ата-әсәләренә музыкаль теҙмә бүләк итте.

 “Тракторсы-машинист” һөнәре буйынса белем алған егеттәр “С”, “D”, “Е”, “F” категорияларына танытма алды. Шулай уҡ уларҙың барыһы ла тиерлек электр һәм газ менән иретеп йәбештереүсе, ашнаҡсы һөнәрҙәренә өҫтәмә белем тураһында танытма алыуға өлгәште. “Ағасты семәрләп эшләүселәр” төркөмөндә уҡыусылар ҙа үҙ һөнәрҙәренән тыш, ашнаҡсы, электр һәм газ менән иретеп йәбештереүсе танытмаһы алдылар. 

Физик мөмкинлектәре сикләнгән уҡыусылар, ун ай уҡып, ҡортсолоҡ серҙәренә төшөндөләр. Быйылғы сығарылыш уҡыусылары араһында уҡыуҙа ла, төрлө сараларҙа ла алдынғылыҡта булған уҡыусылар бихисап. Шайморат Әлмөхәмәтов XIV Халыҡ-ара “Башҡорт халыҡ эпосы “Урал батыр” конкурсында 4-се урын, Даян Сафин “А.С.Пушкиндың ижады” Халыҡ-ара конкурсында 1-се урын, Ғәлинур Шәһивәлиев республикала үткәрелгән “Хәҙерге заманда шағирҙың бөйөк һүҙе” эссе конкурсында 2–се урын яулаһалар, Илназ Маликов республика кимәлендә үткәрелгән “Профессионалдар” чемпионатында 3-сө урын алды.

Урал аръяғы агросәнәғәт колледжының Иҫке Собханғол филиалы һөнәр алырға теләүселәрҙе көтә. Бындағы бөтә һөнәрҙәр ҙә һәр ерҙә ҙур һорау менән файҙаланыла.

Яңы уҡыу йылында филиал теләүселәрҙе түбәндәге һөнәрҙәр:

  • 9-сы синыфтан һуң “Ауыл хужалығы производствоһы мастеры” һөнәре (1 йыл 10 ай) буйынса - ауыл хужалығы производствоһы мастеры квалификацияһына, “С”, “D”, “Е”, “F” категорияларына һәм еңел автомобиль йөрөтөүгә “В” категорияһына;

- “Автомобиль ремонтлау мастеры” һөнәре (1 йыл 10 ай) буйынса автомобиль ремонтлаусы слесарь, еңел автомобиль йөрөтөүгә “В” категорияһына уҡырға саҡыра.

Еңел автомобиль йөрөтөүсеһе “В” категорияһына уҡыу бушлай ойошторола. Уға имтихандар Баймаҡ ҡалаһында тапшырыла. Бынан тыш мөмкинлектәре сикләнгән уҡыусылар өсөн “Ағасты семәрләп эшләүселәр” йүнәлеше буйынса ун айлыҡ уҡыуға уҡыусылар ҡабул ителә. Шуны ла әйтергә кәрәк, барлыҡ уҡыусыларға ла дөйөм ятаҡтан йәшәү өсөн урын бирелә, стипендия түләнә, күп балалы һәм аҙ тәьмин ителгән ғаиләлә үҫкән, етем һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған балалар, МХО-ла ҡатнашыусыларҙың балалары бушлай туҡлана. Филиалдың киләсәге бар. Районыбыҙҙа берҙән-бер уҡыу йортоноң ишеге йәштәр өсөн һәр ваҡыт асыҡ.

Һөнәр утта янмай, һыуҙа батмай торған хазина
Һөнәр утта янмай, һыуҙа батмай торған хазина
Автор:Альфина Юлчурина
Читайте нас: