Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
3 Июль , 16:50

Өфөлә олимпиада еңеүселәре бүләкләнде

Өфө фән һәм технологиялар университетында Рәсәй кимәлендә үткәрелгән башҡорт теле һөм әҙәбиәте буйынса төньяҡ-көнсығыш олимпиадаһында еңеүсе уҡыусыларҙы бүләкләү тантанаһы үтте. Улар араһында Бөрйән районы уҡыусылары һәм уҡытыусылары ла бар.

Өфөлә олимпиада еңеүселәре бүләкләнде
Өфөлә олимпиада еңеүселәре бүләкләнде

Әбделмәмбәт мәктәбенең 9 синыф уҡыусыһы Хәлиуллина Алина 2-се дәрәжә дипломға, Әбделмәмбәт мәктәбенең 9 синыф уҡыусыһы Байназарова Зөһрә, 10-сы синыф уҡыусыһы Мәхмутова Лиана, 11-се синыф уҡыусылары Ғарифуллина Алтынай, Билалов Сынтимер, Иҫке Собханғол мәктәбенең 10-сы синыф уҡыусыһы Мырҙағолов Илтимер, Байназар мәктәбенең 10-сы синыф уҡыусыһы Салауатова Асия 3-сө дәрәжә дипломға лайыҡ булдылар.

Уҡытыусылары Сәғитова Резеда Ғәйзулла ҡыҙы, Баязитова Рәсимә Рауил ҡыҙы, Үтәбаева Айгөл Рафаэль ҡыҙына Рәхмәт хаттары тапшырылды. Был олимпиаданың әһәмиәте шунда: уҡыусы ошо факультетҡа ингән осраҡта уға 58 мең күләмендә стипендия түләнә, ҡунаҡхана тибындағы ятаҡтан урын бирелә. Рус теленән берҙәм дәүләт имтиханының балы 75-тән кәм булмауы шарт. Уҡыусылар тағы ла юғары үрҙәр яулап, уҡыуын уңышлы тамамлаһындар, тигән теләктә ҡалабыҙ. Афарин!

Сығанаҡ:
Администрация Бурзянского района

Өфөлә олимпиада еңеүселәре бүләкләнде
Өфөлә олимпиада еңеүселәре бүләкләнде
Автор:
Читайте нас: