Унан алдараҡ Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаттары “Башҡортостан Республикаһында мәғариф тураһында” законға төҙәтмәләр индергәйне.
Яңы закон буйынса, балаларға мәктәпкә телефон йөрөтөргә рөхсәт ителә, ләкин уның менән дәрестәр ваҡытында ҡулланырға ярамай. Бары тик экстрен осраҡтарҙа ғына (уҡыусыларҙың һәм мәктәп хеҙмәткәрҙәренең сәләмәтлегенә һәм ғүмеренә хәүеф янағанда) ҡулланырға мөмкин, тип билдәләнә документта.
“Башинформ” мәғлүмәттәрен файҙаланып, Т. Сәйфетдинова әҙерләне.