Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
19 Июнь , 08:30

Вилдан физиканан 100 балл йыйған!

Яҡташыбыҙ, Яңы Усман ауылында тыуып, шунда үҫеп, әлеге ваҡытта Өфө ҡалаһында йәшәүсе, “Бәрәкәт” журналын сығарыуға ҙур көс һалыусы Даян Мәзитовтың улы – ҡурайсы, көрәшсе Вилдан Даян улы физика буйынса Берҙәм дәүләт имтиханын 100 балға тапшырған! Вилдан Р. Ғарипов исемендәге башҡорт гимназияһында белем алған.

Вилдан физиканан 100 балл йыйған!
Вилдан физиканан 100 балл йыйған!

-Эй һөйөндөк! Аллаға шөкөр: Даяндың улы Вилдан физика буйынса Берҙәм дәүләт имтиханын 100 балға тапшырҙы
Яҡшы уҡыған, көрәш менән шөғөлләнгән, ҡурай конкурстарында лауреат булған, бәләкәй генә сағынан намаҙ уҡыған, ураҙаларын ҡалдырмай тотҡан динле, уңған улымды ихлас ҡотлап, артабан да ҙур уңыштар, барлыҡ теләктәренең тормошҡа ашыуын теләйбеҙ.

Физиканан белем биргән хөрмәтле остазы, класс етәксеһе Гөлдәр Вәйес ҡыҙы әйтеүенсә, "буласаҡ шәп физик ул, бер ҡайҙа ла юғалып ҡалмаясаҡ". Амин, шулай ғына булһын, Алла бирһә!

Әйткәндәй, башҡа предметтарҙан да туҡһандан ашыу балл йыйҙы Вилдан, йөҙгә саҡ ҡына етмәне. Фотола ул остазы Гөлдәр Вәйес ҡыҙы менән, - тип хәбәр итә Вилдан тураһында уның инәһе, Даяндың бер туған апаһы Дилбәр Ишморатова.

Афарин, Вилдан! Беҙ ҙә ғорурланабыҙ һинең менән!

Сығанаҡ: Дилбәр Ишморатованың шәхси сәхифәһе.

Вилдан физиканан 100 балл йыйған!
Вилдан физиканан 100 балл йыйған!
Автор:Тансылу Багаутдинова
Читайте нас: