Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
19 Июнь , 09:05

Айлина 100 балл йыйған!

Иҫке Собханғол урта дөйөм белем биреү мәктәбенең 11-се класын тамамлаусы Айлина Акиева физиканан 100 балл йыйған!

Айлина 100 балл йыйған!
Айлина 100 балл йыйған!

-Шул тиклем шатландым, ҡыуандым бөгөн. Акиева Айлина физиканан 100 балл йыйҙы. Әлбиттә әйтеүе генә еңел, "100 балл”, тип. Күпме тырышлыҡ ята был 100 балл эсендә. Айлинаны 7 кластан уҡ уҡыта башланым. Шул тиклем тырыш, әйткән һәр эште ваҡытында эшләй.

Февраль айында 900 мәсьәләне эшләп бөткәйне, мин айына 100 мәсьәлә бирәм (сентябрь-май, 900).

Төрлө олмпиадаларҙа ҡатнашып, еңеүсе һәм призер булды. УГНТУ, УУиНТ үткәргән олимпиадалаҙа 1- се урын, Санкт- Петербург үткәргән донья кимәлендәге (очный тур) олимпиадала призер булырға өлгәште.

Ата-әсәһенә, Айлинаға ҙур рәхмәтемде еткерәм. Бәхетле генә бул, матурым, - тип яҙа үҙенең сәхифәһендә Айлинаға физиканан белем биргән Фәнүзә Хәкимова.

Фәнүзә Әҡсән ҡыҙын да, Айлинаны ла оло еңеүҙәре, уңыштары менән ҡотлайбыҙ!

Автор:Тансылу Багаутдинова
Читайте нас: