-2023-2024 уҡыу йылында гвардия майоры Инсур Вәлий улы Кинйәкәйев исемендәге премияға лайыҡ булыусы иң-иңдәр бына улар: Байназар төп урта мәктәбенең 6-сы синыф уҡыусыһы Мостафин Раян Илфат улы, шул уҡ мәктәптең 11-се синыф уҡыусыһы Ишбулатов Батыр Урал улы, Яуымбай филиалының 3-сө синыф уҡыусыһы Ямғурсин Азат Радик улы. Афарин, уҡыусылар! Шулай һәр ваҡыт тырыш булығыҙ!
Ҡайҙа ғына йөрөһәгеҙҙә,
Кем генә булһағыҙҙа,
Кеше булып ҡалығыҙ!
Изгелекте, тоғролоҡто
Иман итеп алығыҙ!
тип хәбәр итәләр
Яуымбай ауыл китапханаһы(Яумбаевская С.Б.) төркөмөндә.