-Әйткәндәй, беҙҙең Әбделмәмбәт мәктәбе өсөнсө йыл рәттән Бөрйән районы мәктәптәре араһында беренселекте бирмәй.
Быйылғы йылдың еңеүселәре араһында беҙҙең мәктәптән 2 -се класс уҡыусыһы Ҡасимов Радмир булыуы үтә лә һөйөнөслө. Был еңеү Радмирҙың беренсе генә еңеүе түгел,быға тиклем дә ул грэпплинг буйынса Рәсәй кимәлендәге ярыштарҙа призлы урындар яуланы. Бәләкәс кенә булыуына ҡарамаҫтан,мәктәбебеҙ данын лайыҡлы яҡлап сығыш яһаусы тырыш уҡыусыбыҙға уңыштар,тағы ла алда еңеүҙәренең күп булыуын теләйбеҙ, ә уны әҙерләүсе уҡытыусыларына "афарин!" тип әйтергә генә ҡала, - тип хәбәр итәләр
Әбделмәмбәт мәктәбе(Ҡыпсаҡ) төркөмөндә.