Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
5 Май , 09:30

Исламбай уҡыусылары Өфөнән еңеү менән ҡайтҡан!

Өфөлә “Робофинист-2024” фестивале регламенты буйынса Республика робототехника чемпионаты үтте. Унда Исламбай мәктәбе уҡыусылары ҙур уңыш яулап ҡайтты.

Исламбай уҡыусылары Өфөнән еңеү менән ҡайтҡан!
Исламбай уҡыусылары Өфөнән еңеү менән ҡайтҡан!

Өфөлә “Робофинист-2024” фестивале регламенты буйынса Республика робототехника чемпионаты үтте. Башҡортостан Республикаһы Мәғариф һәм фән министрлығы, Республика балаларға белем биреү технопаркы, М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты тарафынан ойошторолған сарала Исламбай мәктәбе уҡыусылары ҙур уңыш яулап ҡайтты.

Аҫҡар мәктәбенең Исламбай филиалы уҡыусылары уҡытыусы Р. Ғәлиуллин етәкселегендә чемпионатта лайыҡлы сығыш яһап, “Парлы теннис” һәм "RoboRace” йүнәлештәре буйынса  буйынса 1-се урын яулаған!

Исламбай  уҡыусыларын еңеүҙәре менән ҡотлайбыҙ һәм алда ла уңыштар теләйбеҙ!

 

Автор:Тансылу Багаутдинова
Читайте нас: