Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
8 Апрель , 11:50

Бөрйән уҡыусылары Мәскәүгә юлланды

Бөгөн Бөрйәндән бер төркөм уҡыусылар илебеҙҙең баш ҡалаһы Мәскәүгә юлға сыҡты. Кемдәргә эләкте һуң был бәхет? Район мәктәптәренән уҡыу алдынғылары, спортсылар, йәмғиәт эштәрендә әүҙемдәр, “Беренселәр хәрәкәте” активистары – барлығы 23 бала юлланды был алыҫ сәфәргә.

Бөрйән уҡыусылары Мәскәүгә юлланды
Бөрйән уҡыусылары Мәскәүгә юлланды

Делегация составтында өс район уҡыусылары – Бөрйәндән тыш, Әбйәлилдән һәм Учалынан да 23-әр уҡыусы бергә юл тотто баш ҡалға.

Улар бөгөн Өфөлә йоҡлаясаҡ һәм иртәгә самолетта Мәскәүгә осасаҡ. Тәүге көндә балалар “ВДНХ-Экспо” күргәҙмә үҙәгендә Башҡортостан Республикаһының һәм “Беренселәр хәрәкәте” күргәҙмәләрен ҡараясаҡтар. Икенсе көнөнө Мәскәү менән танышасаҡтар.

14 йәштән өлкән балалар (8-10 класс уҡыусылары) эйә булды был бәхеткә.

Беҙҙең район уҡыусыларына ике етәксе тәғәйенләнгән – Иҫке Собханғол урта дөйөм белем биреү мәктәбенең химия уҡытыусыһы Ҡудашев Марсель Тәлғәт улы һәм Иҫке Собханғол төп мәктәбенең математика уҡытыусыһы Шәмиғолова Зөлфиә Кәрим ҡыҙы.

Был сәйәхәтте БР Мәғариф министрлығы менән “Беренселәр хәрәкәте” ойошторған. Райондарҙа мәғариф бүлектәре һәм “Беренселәр хәрәкәте”нең урындағы белгестәре (беҙҙең районда – Төлкөбаева Гүзәлиә Фәйез ҡыҙы менән Үмәрова Азалия Нурғәле ҡыҙы) яуаплы.

Балаларға имен һәм мауыҡтырғыс сәфәр теләйек!

Бөрйән уҡыусылары Мәскәүгә юлланды
Бөрйән уҡыусылары Мәскәүгә юлланды
Бөрйән уҡыусылары Мәскәүгә юлланды
Бөрйән уҡыусылары Мәскәүгә юлланды
Бөрйән уҡыусылары Мәскәүгә юлланды
Автор:Тансылу Багаутдинова
Читайте нас: