Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
2 Апрель , 08:35

Каникул ҡыҙыҡлы һәм файҙалы үтте

Яҙғы каникулда мәктәбебеҙҙә "Аҡыллы каникулдар" лагеры эшләне. Һәр көн бик үҙенсәлекле булды. Рус теле, математика, биология, тирә-яҡ мөхитте өйрәнеү, география фәндәренә бәйле һәм шулай уҡ юл хәүефһеҙлеге, сағыу буяуҙар, көлкө көндәре балалар күңеленә хуш килде. Бөтә көндәр ҙә иртәнге зарядканан башланып китте.

Каникул ҡыҙыҡлы һәм файҙалы үтте
Каникул ҡыҙыҡлы һәм файҙалы үтте

 Уҡыусылар шул тиклем әүҙем булдылар: төрлө темаларға әңгәмә ҡорҙолар, викторина һорауҙарына яуап бирҙеләр, ҡыҙыҡлы ребустар, башватҡыстар систеләр, квест-уйындар, интеллектуаль, хәрәкәтле, спорт уйындарын яратып уйнанылар. Мауыҡтырғыс сараларҙа, күңелле эстафеталарҙа, "Мөғжизәләр яланы" уйынында ла ихлас ҡатнаштылар. Физкультура сәләмәтләндереү комплексына бассейнға ла барып ҡайттылар. Мәктәбебеҙҙә яңы булдырылған тәбиғәт мөйөшөндәге ташбаҡаларҙы күҙәтеү, уларҙы тәрбиәләү, йыуындырыуҙы уҡыусылар ҡыҙыҡһынып өйрәнделәр. Шулай уҡ микроскоп аша һуған тиресәһенең төҙөлөшөн дә ҡаранылар. Яңыртылған мәктәп музейында ла булдылар, борон-борондан һаҡланып килгән ҡомартҡылар менән дә таныштылар.

Мосолмандар өсөн изге ай - Рамаҙан айы икәнен дә онотманыҡ, ауыл мәсетенә сәйәхәткә барҙылар. "Исламдың биш терәге" исемле асыҡ дәрес ҡаранылар, ауыл мәсете тарихы тураһында мәғлүмәт алдылар, блиц-һорау турнирын үттеләр. Каникулыбыҙ күңелле лә, файҙалы ла үтте. Көн һайын тәмле аштары менән һыйлаған ашнаҡсы апайҙарыбыҙға, физкультура уҡытыусыларына, тәрбиәсе - вожатыйҙарыбыҙға, таҙалыҡ булдырыусы апайҙарыбыҙға ҙур рәхмәтлебеҙ!
Д. Дауытова, Әбделмәмбәт мәктәбе уҡытыусыһы.

Каникул ҡыҙыҡлы һәм файҙалы үтте
Каникул ҡыҙыҡлы һәм файҙалы үтте
Каникул ҡыҙыҡлы һәм файҙалы үтте
Каникул ҡыҙыҡлы һәм файҙалы үтте
Каникул ҡыҙыҡлы һәм файҙалы үтте
Каникул ҡыҙыҡлы һәм файҙалы үтте
Каникул ҡыҙыҡлы һәм файҙалы үтте
Каникул ҡыҙыҡлы һәм файҙалы үтте
Автор:
Читайте нас: