Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
1 Апрель , 15:35

Айлина менән Илнур олимпиадала уңыш яулаған!

Февралдә физика буйынса “УГНТУ-2024” (“Өфө дәүләт нефть-техник университеты-2024”) олимпиадаһы үтте. Унда республика район-ҡалаларынан 263 уҡыусы ҡатнашты. Шул иҫәптән Иҫке Собханғол дөйөм белем биреү мәктәбе уҡыусылары ла үҙҙәренең белем кимәлен һынап ҡараны. Әйткәндәй, беҙҙең район балалары был яуаплы олимпиадаға бик яҡшы әҙерләнеп, юғары һөҙөмтәләр күрһәтте.

Айлина менән Илнур олимпиадала уңыш яулаған!
Айлина менән Илнур олимпиадала уңыш яулаған!

Айлина Акиева 1-се дәрәжә, Илнур Ғайсин 2-се дәрәжә дипломға лайыҡ булғандар. Республика кимәлендә юғары уңыштарға ирешкән, береһе еңеүсе, икенсеһе призер булған уҡыусыларҙы һәм уларҙың уҡытыусыларын - Иҫке Собханғол дөйөм белем биреү мәктәбенең физика уҡытыусыһы Хәкимова Фәнүзә Әҡсән ҡыҙын ҙур ҡаҙаныштары менән ҡотлайбыҙ һәм алдағы көндәрҙә лә уңыштар теләйбеҙ!

 “Өфө дәүләт нефть-техник университетына ҡабул итеү ҡағиҙәләре”нә ярашлы, 2024 йылда был олимпиада еңеүселәренең һәм призерҙарының һөҙөмтәләре уҡыуға ҡабул ителгәндә уҡырға инеүсенең шәхси ҡаҙаныштары сифатында иҫәпкә алынасаҡ (шәхси ҡаҙаныштар өсөн балдар конкурс балдарын суммаһына индерелә):

-олимпиада еңеүселәренә (беренсе дәрәжә диплом) Берҙәм дәүләт имтихандары балдары суммаһына өҫтәп +10 балл;

-олимпиада призерҙарына (икенсе, өсөнсө дәрәжә диплом) +7 балл.

Автор:Тансылу Багаутдинова
Читайте нас: