Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
1 Апрель , 09:25

Ата-әсәләр имтихан тапшырып ҡараны

Мәктәпте тамамлаусыларҙы, уларҙың ата-әсәләрен тулҡынландырғыс мәлдәр көтә. Шуға ла, йылдағыса, ата-әсәләргә балалары кеүек имтихан биреп ҡарау мөмкинлеге булдырылды.

Ата-әсәләр имтихан тапшырып ҡараны
Ата-әсәләр имтихан тапшырып ҡараны

Был акция сығарылыш уҡыусыларына һәм уларҙың ата-әсәләренә ярҙам итеү, психологик көсөргәнеште кәметеү, имтихан барышы менән таныштырыу маҡсатында ойошторола.

Иҫке Собханғол мәктәбендә өлкәндәр бөтә имтихан процедураларын үтте, имтиханда күҙәтеү нисек бара, материалдар менән нисек эш итергә икәнлеген үҙ күҙҙәре менән күрҙе. Акцияла ҡатнашыусылар тарих фәненән имтихан эшен яҙып ҡараны.

Ата-әсәләр имтихан тапшырып ҡараны
Ата-әсәләр имтихан тапшырып ҡараны
Автор:Альфина Юлчурина
Читайте нас: