Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
14 Март , 09:00

Уҡыусылар электр селтәрҙәре предприятиеһы менән танышҡан

Профориентация планына ярашлы, Иҫке Собханғол дөйөм белем биреү мәктәбенең 10-сы класс уҡыусылары  Бөрйән районы электр селтәрҙәре предприятиеһында (РЭС) булған.

Уҡыусылар электр селтәрҙәре предприятиеһы менән танышҡан
Уҡыусылар электр селтәрҙәре предприятиеһы менән танышҡан

РЭС вәкилдәре балаларҙы махсус техникалар, юғары вольтлы һынауҙар лабораторияһы, үҙҙәренең биләмәһе, санитар-көнкүреш бинаһы, эш кабинеттары, шулай уҡ “Бөрйән” подстанцияһы менән таныштырған.

РЭС составында Лэп, 10/0,4 кВ трансформатор подстанциялары һәм 110 кВ подстанциялары: Иҫке Собханғолда, Байназарҙа, Әүжәндә һәм райондың башҡа ауылдарында.

Экскурсия балаларға бик оҡшаған. Улар бик күп нәмәләр белеп ҡалған.

Сығанаҡ - МОБУ СОШ с.Старосубхангулово  төркөмө.

Уҡыусылар электр селтәрҙәре предприятиеһы менән танышҡан
Уҡыусылар электр селтәрҙәре предприятиеһы менән танышҡан
Уҡыусылар электр селтәрҙәре предприятиеһы менән танышҡан
Уҡыусылар электр селтәрҙәре предприятиеһы менән танышҡан
Уҡыусылар электр селтәрҙәре предприятиеһы менән танышҡан
Автор:Тансылу Багаутдинова
Читайте нас: