Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
15 Февраль , 11:55

Бөтә проекттар ҙа яҡшы

Иҫке Собханғол төп дөйөм белем биреү мәктәбе (Ағиҙел биҫтәһе) инициативалы бюджетлау проекттарын тормошҡа ашырыуға субсидиялар алыу конкурсында ҡатнаша. Мәктәптең юғары класс уҡыусылары 3 проект тәҡдим итте.

- Беҙҙең мәктәп ихатаһы (мәктәп ихатаһында әүҙем ял итеү, уҡыусыларҙың дәрестән тыш эшмәкәрлеге өсөн шарттар булдырыу, шулай уҡ экологик хәлде яҡшыртыу маҡсатында төҙөкләндереү);

- “Батыр” хәрби-патриотик клубы (уҡыусыларҙа гражданлыҡ, патриотизм ҡиммәттәрен үҫтереү, хәрби бурысҡа тоғролоҡ, юғары яуаплылыҡ һәм дисциплиналылыҡ кеүек сифаттарҙы формалаштырыу);

- Киләсәк мәктәбе (киләсәк мәктәп дизайнын булдырыу, уҡыусыларға ла, уҡытыусыларға ла, ата-әсәләргә лә уңайлы мөхит тыуҙырыу. Уҡытыуҙа яңы технологияларҙы ҡулланыу өсөн шарттар, ижтимағи әүҙем мәктәп моделен булдырыу).

Бөгөнгө көндә мәктәптең 5-9-сы класс уҡыусылары конкурста ҡатнашасаҡ иң яҡшы проект өсөн тауыш биреүҙә ҡатнаша.

Автор:Гөлнәзирә Исҡужина, тәрбиә эштәре буйынса директор кәңәшсеһе
Читайте нас: