Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
5 Февраль , 09:35

"Фәһим+Нурия= мөхәббәт"!

Кемдер, класс таҡтаһына шаяртып "Фәһим+Нурия= мөхәббәт" тип яҙып ҡуйған. Баҡтиһәң, ауылыбыҙҙа матур итеп донья көткән өлгөлө ғаилә - Нурия һәм Фәһим Бикмәтовтар класташтар икән. 3 февралдә Иҫке Монасип мәктәбе 10, 20, 30, 40 һәм 60 йыл элек оло тормошҡа осорған ҡарлуғастарын йыйҙы...

"Фәһим+Нурия= мөхәббәт"!
"Фәһим+Нурия= мөхәббәт"!

 Төрлө тарафтан ашҡынып килеп етте һабаҡташтар. Бөтәһенең дә йөҙөндә бәхетле йылмайыу, күҙҙәрендә осҡон яна. Шулай булмай һуң! Ҡайһы берәүҙәренең мәктәпте тамамлағандан алып күрешкәндәре лә булмаған. Мәҫәлән, 1984 йылғы сығарылыш уҡыусылары йылдар аша таныш йөҙҙәрҙе сырамытып, бер аҙ йөрәкһеп тә, һағынышып ҡосаҡлашалар. Кемдер, класс таҡтаһына шаяртып "Фәһим+Нурия= мөхәббәт" тип яҙып ҡуйған. Баҡтиһәң, ауылыбыҙҙа матур итеп донья көткән өлгөлө ғаилә - Нурия һәм Фәһим Бикмәтовтар класташтар икән. Барыһы ла матурҙар, һөйләшеп һүҙҙәре бөтмәй, тәьҫораттар хаттин ашҡан. Бына дәрескә инергә ҡыңғырау шылтыраны һәм барыһына ла етәкселәре (күбеһе хаҡлы ялдағы ветеран уҡытыусылар) менән берлектә класс сәғәте үткәрелде. Унан белем йорто буйлап экскурсия ойошторолдо. Яңыса йөҙ алған һәм заманса йыһазландырылған мәктәпте күреү элекке уҡыусылар күңеленә тағы ла ҡыуаныс өҫтәне.
Аҙаҡ барыһы ла акттар залына - байрамдың тантаналы өлөшөнә йыйылды. Мәктәп директоры Ҡотлобаев Данил Камил улы һабаҡташтар осрашыуын асып, барыһын да байрам менән ҡотлағас, быйылғы 11-се класс уҡыусылары ҡыңғырау биреп, һәммәһен дә мәктәп йылдарына алып ҡайтты. Унан сәхнәгә ветеран-уҡытыусылар саҡырылды. Улар ҙа элекке уҡыусыларын күреү шатлығын еткереп, тулҡынланып һүҙ алды. Бына бер-бер артлы һабаҡташтар сәхнәгә саҡырыла башланды. Һәр класс күңелле мәктәп йылдары хәтирәләре менән уртаҡлашып, уҡытыусыларына, тыуған мәктәптәренә рәхмәт һүҙҙәрен, йылы тойғоларын еткереп, матур бүләктәр тапшырҙы. Һәр сығыш мәктәп уҡыусылары тарафынан әҙерләнгән йыр-бейеүҙәр менән оҙатыла барҙы.
Эйе, һабаҡташтар, уҡытыусылар араһынан баҡыйлыҡҡа күскәндәр ҙә бар, улар 1 минутлыҡ тынлыҡ менән иҫкә алып үтелде. Ә сара һуңынан барыһы ла, йәшлек йылдарын иҫкә алып, мәктәп вальсына төштө. Һабаҡташтар осрашыуы иҫтәлеккә фотоға төшөү менән тамамланды.

Ҡотлобаева Динара Ишбулат ҡыҙы, педагог-психолог.

"Фәһим+Нурия= мөхәббәт"!
"Фәһим+Нурия= мөхәббәт"!
"Фәһим+Нурия= мөхәббәт"!
"Фәһим+Нурия= мөхәббәт"!
"Фәһим+Нурия= мөхәббәт"!
"Фәһим+Нурия= мөхәббәт"!
"Фәһим+Нурия= мөхәббәт"!
"Фәһим+Нурия= мөхәббәт"!
Автор:
Читайте нас: