Әбделмәмбәт урта мәктәбе уҡыусылары ла ошо конкурста ҡатнашыуҙы хупланылар. Был проектка 14 йәше тулған 8-11 класс уҡыусылары ҙур теләк менән ҡушылды.
Йыйылыш рәйесе һәм секретары, иҫәп комиссияһы ағзалары һайланып ҡуйылды.
Уҡыусыларҙың 6 командаһы тыуған мәктәбендә уҡытыу һәм тәрбиә сифатын яҡшыртыу буйынса үҙ проекттарын тәҡдим итте. "Мәктәп оҫта ҡулдар бүлмәһе", "Релаксация бүлмәһе", "Заманса ял итеү бүлмәһе", "Мәктәп ихатаһын йәшелләндереү", "Шахмат мөйөшө", "Мәктәп ихатаһын инфраструктуралау". Проекттар бик ҡыҙыҡлы һәм һәр береһе үҙенсәлекле ине. Яҡлау бик сағыу һәм әүҙем барҙы. Конкурста ҡатнашыусылар үҙ эштәрен ышаныслы яҡланы. Уҡыусыларҙың сығыштарын беҙ ҡыҙыҡһынып, һоҡланып һәм ғорурланып ҡарап ултырҙыҡ. Сығыштарҙан һуң 5-11 класс уҡыусылары араһында тәҡдим ителгән проекттар буйынса тауыш биреү үтте. Тауыш биреүҙә 90 бала ҡатнашты.
Тауыш биреү йомғаҡтары буйынса иң күп тауыш (49 тауыш) менән "Мәктәп ихатаһын инфраструктуралау" проекты еңеп сыҡты.
Проектта ҡатнашыусыларҙың барыһына ла рәхмәт белдерәбеҙ һәм еңеүсе командаға артабан да уңыштар теләйбеҙ!
Маҡсатыбыҙға ирешеп, хыялдарыбыҙҙы тормошҡа ашырырға яҙһын!
А. Үтәбаева.
#Школьноеинициативноебюджетирование
#Бурзянскийрайон
#МОБУСОШДАБДУЛМАМБЕТОВО
#ШкИБ