Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
22 Ғинуар , 17:20

Байназарҙар педагогтарға хөрмәт күрһәткән

Байназар урта мәктәбендә "Уҡытыусы һәм остаз йылы"н ябыу кисәһе уҙған. Сарала мәғариф ветерандары һәм әлеге көндә балаларға белем һәм тәрбиә биреүсе уҡытыусылар ҡатнашҡан.

Байназарҙар педагогтарға хөрмәт күрһәткән
Байназарҙар педагогтарға хөрмәт күрһәткән

-2, 9 класс уҡыусыларының (класс етәкселәре Әсмә Әхтәм ҡыҙы һәм Айһылыу Роберт ҡыҙы) дәртле йыр һәм шиғырҙарынан һуң, сараны асып, мәктәп директоры Исмәғилева Нурзилә Сәғит ҡыҙы оҙаҡ йылдар Байназар урта мәктәбендә тырышып хеҙмәт иткән ветеран уҡытыусыларға Рәхмәт хаттары тапшырҙы. Рәхмәт хаттарына 2023-2024 уҡыу йылында муниципаль, республика кимәлендәге олимпиадаларҙа еңеүсе уҡыусылар әҙерләүсе педагогтар ҙа лайыҡ булды. 2024 йылды илебеҙ башлығы Ғаилә йылы тип иғлан итте. Мәктәптә эшләүсе парҙар - Айгөл һәм Ғәзим Ғәлиуллиндар, Рәсимә һәм Азамат Баязитовтар, Гүзәл һәм Илдус Айытбаевтар ғаиләләренә иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды.
Йыл йомғаҡлау сараһында Байназар ауылы хакимиәте белгесе Гүзәл Аҙанғолова, район мәғариф бүлеге начальнигы урынбаҫары Миңлегөл Ғәлиуллина ла ҡатнаштылар. Улар кешелеккә белем, ғилем биреүсе педагогтарға изге теләктәрен еткерҙеләр.
Тантаналы сараға Нәсимә Сабир ҡыҙы һәм Зилә Йәнғәле ҡыҙы әҙерләгән уҡыусылар башҡарыуында йырҙар һәм бейеү йәм өҫтәне.
Байрамдың икенсе өлөшө мәктәп ашханаһында уҙҙы. Бында уҡытыусылар өҫтәл табындары әҙерләгән инеләр. Профком ҡыҙҙары байрамды күңелле итеп үткәреүгә ҙур көс һалдылар. Ысынлап та, саранан һәр кем ҡыуанып, яҡшы кәйеф менән ҡайтты.
Белем, тәрбиә биргән остаздарыбыҙ менән бәйләнешебеҙ өҙөлмәһен, һәр саҡ татыу булайыҡ, тигән теләктәбеҙ, - тип хәбәр итәләр Байназар урта мәктәбе төркөмөндә.

Байназарҙар педагогтарға хөрмәт күрһәткән
Байназарҙар педагогтарға хөрмәт күрһәткән
Байназарҙар педагогтарға хөрмәт күрһәткән
Байназарҙар педагогтарға хөрмәт күрһәткән
Байназарҙар педагогтарға хөрмәт күрһәткән
Байназарҙар педагогтарға хөрмәт күрһәткән
Байназарҙар педагогтарға хөрмәт күрһәткән
Автор:
Читайте нас: