Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
16 Ғинуар , 12:10

Остаздарым кешелекле, ғилемле, аҡыллы булдылар

...Йыйылыш булһа, халыҡ, кеше йыйылғансы, уларҙы сәхнәнән төшөрмәгән. Биҡҡолов Исмәғил «Зөлхизә»не йырлаған, Байгилдин мандолинала, ә Монасипов гармунда уйнаған. Ауылдағы мәҙәни тормошто уҡытыусылар ныҡ күтәргән. Һуғыш осоронда улар тейешле сәғәттәрен теүәл уҡытҡан. Балалар менән дәрестәр бөткәс, йә каникул осоронда ауылдағы бер эштән дә ҡалмағандар: көлтә ташығандар, иген урғандар, бесән сапҡандар. Әгәр бала кейеме булмай йәки ауырып мәктәпкә килә алмаһа, уның өйөнә барып уҡытҡандар...

Остаздарым кешелекле, ғилемле, аҡыллы булдылар
Остаздарым кешелекле, ғилемле, аҡыллы булдылар

Педагог һәм остаз йылы әле генә башланғайны, бына үтеп тә китте. Уҡытыусыларым тураһында йыл башында уҡ яҙырға уйлаһам да оҙаҡ ҡына был эшкә тотона алмай йонсоном. Ҡайһыһын ғына күҙ алдыма килтерһәм дә, бөтәһе лә иҫ киткес кешелекле, ғилемле, аҡыллы, булдыҡлы. Улар миңә һәр саҡ буй етмәҫлек юғары һәм бөйөк булдылар. Халыҡ яҙыусыһы Зәйнәп Биишева:

 « ...Бөйөктәрҙе заман, ил тыуҙыра

Кәрәк саҡта илгә халыҡҡа», - тип яҙғайны. Ысынлап та, беҙҙе 1941-1945 йылдарҙа немец фашистарына ҡаршы һуғышта ҡатнашҡан йәки ауыр һуғыш михнәттәрен үҙ елкәһендә сабый ғына булып татыған йәки һуғыш осоронан да ауырыраҡ һуғыштан һуң тыуып-үҫеп еткәндәр уҡытҡан. Улар үҙҙәре илһөйәр, хеҙмәт һөйөүсән, ҡыйыу, аҡыллы, белемле булғандар. Беҙҙә лә ошо сифаттарҙы тәрбиәләргә тырыштылар.

Һүҙемде ауылыбыҙҙа һуғыш осоронда эшләгән уҡытыусыларҙан башлап ебәрәйем. Был эште мин 2010 йылда уҡ теүәлләп ҡуйғайным.

Был эште уҡыусым Мәсәғотова (хәҙер Ҡасимова) Гөлфинә Хәйҙәр ҡыҙы менән башҡарып сыҡтыҡ. Әле ул мәктәптә пионервожатый һәм уҡытыусы булып эшләй.

1941-1945 йылдарҙа (хәҙер барыһы ла мәрхүмдәр) Кирамов Абдулхаҡ Арслан улы яҙыуынса, Байназаров Ишмөхәмәт һәм Ишмырҙа Фәтхулла улдары, Сәйфетдинов Фәсхетдин Фазлетдин улы һөйләүҙәренсә, ауылда түбәндәге уҡытыусылар эшләй:

  1. Монасипов Монат Мөғнитдин улы директор була. Ул һуғышҡа киткәс, директор вазифаһын (исемен хәтерләмәнеләр) Кирәев башҡара.

2.Кирәев физика фәненән уҡыта.

3.Бәхтиәрова Мәүлиҙә башланғыс синыфтарҙа уҡыта.

4.Хисамитдинова Хәнифә Нәби ауылынан килеп математика уҡыта.

5.Мансурова Орҡоя рус теленән уҡыта.

6.Ҡыямов Рәүф тә рус теленән уҡыта.

  1. 1944 йылда Яхин Зәкиргә бирелгән маҡтау ҡағыҙҙарында директор булып Ҡоҙаярова ҡултамға ҡуйған.

8.Байшөғорова Зөлхизә һуғышҡа барып яраланып ҡайтып уҡыта.

  1. Байгилдин башҡорт теленән уҡытҡан. Мандолина түңәрәге ойошторған.
  2. Мутаев фамилиялы бик матур уҡытыусыны иҫләйҙәр.
  3. Сәхипгәрәев немец теленән уҡытҡан.

12 Иҫке Сибайҙан килгән Биҡҡолов Исмәғил физкультуранан уҡытҡан, саңғыла шәп йөрөгән, ҡурай түңәрәге лә ойошторған.

Ләкин уларҙың күбеһе һуғышҡа китә. Байназаров Ишмырҙа: «Улар бик уҡымышлы, бынамын тигән оҫта, ҙур ерҙәрҙә уҡытыусы һөнәренә уҡыған кешеләр ине», - тине.

Йыйылыш булһа, халыҡ, кеше йыйылғансы, уларҙы сәхнәнән төшөрмәгән. Биҡҡолов Исмәғил «Зөлхизә»не йырлаған, Байгилдин мандолинала, ә Монасипов гармунда уйнаған. Ауылдағы мәҙәни тормошто уҡытыусылар ныҡ күтәргән. Һуғыш осоронда улар тейешле сәғәттәрен теүәл уҡытҡан. Балалар менән дәрестәр бөткәс, йә каникул осоронда ауылдағы бер эштән дә ҡалмағандар: көлтә ташығандар, иген урғандар, бесән сапҡандар. Әгәр бала кейеме булмай йәки ауырып мәктәпкә килә алмаһа, уның өйөнә барып уҡытҡандар.

1941-1948 йылдарҙа ауылда башланғыс синыфта уҡытҡан Байназаров Ишмөхәмәт Фәтхулла улы (1924- 2010) һөйләүенсә, бөтә уҡытыусылар ҙа агитатор булған. Фермаға ла барғандар һәм һәр береһе 10-шар өйҙө бүлешеп алып, радио-газета материалдары менән таныштырып барғандар. Әгәр райондан берәй телефонограмма килһә, шуны йә Байғаҙыға, йә Һарағыға, йә Ҡолғанаға, ,һауа торошо ниндәй булыуға ҡарамаҫтан, көнө-сәғәте менән алып барып еткерә торған булғандар.

1936 йылда тыуған, 1941 йылда 7-се класты тамамлаған Назарғолова Ғәрибә Хәлил ҡыҙы түбәндәгеләрҙе өҫтәп һөйләне. Һәр бер уҡытҡан кеше үҙенең белемен күтәреү өҫтөндә эшләгән. Тағы ла мәжбүри ситтән тороп педагогик белем алырға тейеш булған. Әгәр уҡытыусы имтихандарҙы бирә алмаһа, йә уҡыуына бармаһа, уны уҡытыуҙан ситләткәндәр. Унан тыш, йәй 1 ай район үҙәгендә хәрби эш өйрәнгәндәр.

1941-1945 йылдарҙа уҡытыусыларҙың эш хаҡының күп өлөшө йә ярҙам фондына, йә заёмға киткән. 1942 йылдың 10 октябрь көнө мәктәп директоры Хисамитдинова Хәнифә Зәйнетдин ҡыҙына 537 һум эш хаҡы яҙыла. Холостяцкий, хәрби, подоходный һалымдарҙы түләп, 60 һумын заёмға биргәс, 316 һумы ҡала. Хисамитдинова Хәнифә Сермән педучилищеһын тамамлап, алгебра һәм геометриянан уҡыта. Мостафа Ғилметдин улы Хәсәновтың «Бөрйән районы»  китабында ла «1941 йыл ир уҡытыусылар берәр йылы фуфайка, ҡатын-ҡыҙҙар берәр пар йөн носки һәм бейәләй бәйләп биргән» тип яҙылған. Ошо осорҙа беҙҙең ауылдан 7 класты тамамлап, Ғәлекәев Мөҙәрис Мөбәрәк улы, Хамматов Ғилметдин Кәбир улы, Мөхәмәтҡолова Рауза Сабирйән ҡыҙы, Заһитова Фатима Әхмәт ҡыҙы, Мәсәғотова Дағыя Абдулла ҡыҙы, Сөләймәнова Ғәниә лә балалар уҡыта.

15 йәшлек Мөҙәрис Ғәлекәев Килдеғол ауылына уҡытыусы булып бара. 1944 йылда үҙебеҙҙең ауылға ҡайта. 1981 йылда пенсияға сыҡҡансы башҡорт, рус теле дәрестәрен, тарих, география фәндәрен уҡыта.

1944 йыл ауыр яраланып, ауылға ҡайтҡан Дауытов Фауариз Яхъя улы ла һуғыш бөткәнсе ауылда хәрби дәрестәрҙән уҡыта.

Ә хәҙер һүҙем үҙемдең беренсе уҡытыусым Байназарова Нәсимә Ишбулды ҡыҙы тураһында. Мәктәптә мин оҙаҡ ҡына хәрефтәрҙе ҡушып уҡый алмай йонсоном. Нәсимә апай хәрефте өйрәтә лә, беҙҙе алға сығарып, һәр беребеҙҙе китаптан уҡыта. Мин дә, үҙ сиратымда, сыҡҡан булам класташтарҙың алдына.  «Ал, ала, ул», - тип уҡығандарын ятлап ҡабатлайым. Өйҙә лә тырышам. Хәрефтәрҙе күсереп тә яҙып ҡарайым, һүрәттәрен дә күсереп эшләйем. Баҡтиһәң, уҡып китер өсөн өндө ҡолаҡ менән ишетергә һәм шул өндөң тамғаһын күҙ менән күрергә кәрәк икән. Ә ул һәләт асылып китһен өсөн әҙерәк уҡыусы үҙаллы өйгә эш эшләгәндә уйланырға тейеш икән. Шунан ғына сер сиселә икән. Миңә лә бер саҡ уйланырға тура килде. Бер ваҡыт мин тороуға өйҙәгеләр эшкә китеп бөткән. Мин сәй эсеп, мәктәпкә китәйем, тип торһам, радионан: «Бөгөн көн һалҡын булыу сәбәпле, 1-селәр уҡыуға бармай», - тинеләр. Мин, ҡушмағастар, мәктәпкә бармаҫҡа булдым, шулай ҙа бөгөн беҙ ниндәй хәреф өйрәнер инек, тип китабымды алдым. Ҡараһам, тегендә яңғыҙ ғына бәләкәй бер бөртөк кенә хәреф тора. Аптыраным. Элек хәрефтәр гел икәү ине. Береһе ҙур, икенсеһе бәләкәй. Артабан эргәһендәге һүрәттәренә күҙ һалдым. Кәбәнгә баҫҡыс һөйәгәндәр. Минең телем: «баҫҡыс»,  тигәйне, күҙем элек мин белгән «б» , «а», «ы», «с» хәрефтәрен күрҙе, ә ҡолағым мин белмәгән ҫ өнөн ишетте. «Ә был ни «ҫ» хәрефе лә һуң» тип ҡысҡырып ебәрҙем.

Торған ерҙә һикереп киттем дә баҫма, таҫтамал тип аҫтағы һөйләмдәрҙе лә уҡып, тиҙ генә кейенеп, мәктәпкә йүгерҙем. Барһам, мин генә юҡ, ә башҡалар теүәл, уҡырға ғына торалар. Йәһәтләп урынлашып, китапты алып, ҡулды күтәрә һалып, алға сығып уҡығайным, Нәсимә апай: «5» - тине. Ошо көнгә тиклем дә мин алға сығып, башҡаларҙың әйткәндәрен ятлап әйтә торғайным. Ул миңә бер ҙә генә «5» тимәне. Йәки булмаһа мине әрләмәне лә, һүкмәне лә, ҡанатымды ла ҡайырманы. Шуға ла мин уға рәхмәтлемен. Әгәр ҙә ул мине алйот йә аңра, тиһә, мин бөтөнләй икенсе булыр инем. Нәсимә апай беҙҙе беренселә генә уҡытһа ла ул беҙгә белем баҫҡыстары буйлап күтәрелергә дәрт биргән, ауырлыҡтарҙы ҙур тырышлыҡ һәм сабыр аҡыл менән еңергә өйрәткән. Шуға күрә лә бергә уҡыған 10 бала араһынан Сәғитова Миңзәлә, Вәлиев Рәмил, Хисмәтуллин Фәрүәт, Йәғәфәров Баязит,  Сәғитова Гөлгөнә - уҡытыусы, ә Ҡыуандыҡов Факил, Көмөшбаева Мөниә медицина юлын һайлап, үрҙәргә күтәрелде. Йәғәфәров Кәрим «5»-кә генә уҡыны, тик “ғаиләмә ярҙам итәм” тип юғары уҡыу йортона уҡырға инһә лә уҡыманы.

Беҙҙең илебеҙ үткән быуаттың тәүге яртыһында донъяла алдынғы урынға сыҡһа, фашист Германияһын еңеүгә өлгәшһә, хәҙер ҙә беҙҙең ил менән иҫәпләшәләр. Бында педагог остаздарҙың да өлөшө ҙурҙыр, тием.

Миңзәлә Фәтхуллина, Рәсәй Федерацияһының халыҡ мәғарифы отличнигы. Әбделмәмбәт ауылы.

(Фотолар Әбделмәмбәт мәктәбе архивынан).

Остаздарым кешелекле, ғилемле, аҡыллы булдылар
Остаздарым кешелекле, ғилемле, аҡыллы булдылар
Остаздарым кешелекле, ғилемле, аҡыллы булдылар
Остаздарым кешелекле, ғилемле, аҡыллы булдылар
Автор:
Читайте нас: