Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
10 Ғинуар , 08:55

Иҫке Монасипҡа паровоз килгән...

Быйыл Иҫке Монасип мәктәбенә Ҡыш бабай менән Ҡарһылыу паровозда килеп төшкән. Байрам үткәс, паровозды кафеға әйләндергәндәр. "Ҡышҡы ғаилә уйындары - 2024" сараһында ҡатнашыусылар тәүгеләрҙән булып ошо паровоз-кафела сәй эскән.

Иҫке Монасипҡа паровоз килгән...
Иҫке Монасипҡа паровоз килгән...

-Мәктәп ихатаһына айырым бер йәм биреүсе тарихи мәғлүмәт яҙылған был паровоз сәй эсеп һөйләшеп ултырыр урын, сәскә түтәлдәре өсөн һыу һауыты ролен үтәүе менән дә әһәмиәтле. Был матурлыҡты Вәлиев Ғәзинур Зәкир улының оҫта ҡулдары тимерҙе иретеп-йәбештереп башҡарһа, техник хеҙмәткәрҙәр Ишемғужин Гәрәй Рәхимйән улы, Буранов Илһам Шамил улы, Бикмәтов Кәрим Рәүхәт улы, Рәхмәтуллин Сынбулат Дәүләтбай улы, Көнәфин Юлдаш Ғәфүр улы, Муллағолов Ғәзим Хәкимйән улы, Әхмәтшин Рифат Ринат улы ҡоршап, буяп сыньяһау итеп ҡуйҙылар. Ә изге күңелле эшҡыуарҙарыбыҙ Көҫәпҡолов Зөфәр Мөхәмәтулла улы, Көнәфин Фәһим Фәрит улы, Ҡотлобаев Даян Камил улы, Бикмәтов Камил Факил улы, Мырҙағолов Артур Таһир улы, Кәримов Вилдан Рауил улы, Шәмиғолов Илнур Булат улы, Кинйәбаев Иҙел Нурғәле улы, Көнәфин Ихсан Шәмсетдин улы матди яҡтан ҙур ярҙам күрһәтте.
Хәҙер мәктәбебеҙҙең саф һауала ял итеп, һөйләшеп ултырыр үҙ паровозы бар. Кемдәр күрмәгән, килегеҙ, күрегеҙ! – тип хәбәр итәләр мәктәптең социаль селтәрҙәге төркөмөндә.

(Фотолар мәктәптең төркөмөнән).

Иҫке Монасипҡа паровоз килгән...
Иҫке Монасипҡа паровоз килгән...
Иҫке Монасипҡа паровоз килгән...
Иҫке Монасипҡа паровоз килгән...
Иҫке Монасипҡа паровоз килгән...
Иҫке Монасипҡа паровоз килгән...
Автор:
Читайте нас: