Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
9 Ғинуар , 16:50

Бөрйән уҡыусылары һынатмаған

Бөгөн баш ҡалабыҙ Өфөлә Рәми Ғарипов исемендәге 1-cе башҡорт республика гимназия-интернатында башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса төбәк-ара олимпиада тамамланды. Күләмле бәйгелә беҙҙең райондан 14 уҡыусы һынау тотто һәм яҡшы һөҙөмтәләргә өлгәште.

Бөрйән уҡыусылары һынатмаған
Бөрйән уҡыусылары һынатмаған

Иҫке Собханғол урта мәктәбенең 10-сы класс уҡыусыһы Илтимер Мырҙағолов (етәксеһе Р. Сәғитова) олимпиаданың еңеүсеһе булды. Иҫке Собханғол урта мәктәбенең 9-сы класс уҡыусылары Рузалина Арыҫланғужина, Айлина Әхмәтова (етәкселәре Л. Нурутҡолова), Байғаҙы филиалының 9-сы класс уҡыусыһы Нурислам Хәсәнов (етәксеһе З. Иҫәнбаева), Байназар урта мәктәбенең 10-сы класс уҡыусыһы Асия Салауатова (етәксеһе Р. Баязитова) призерҙар булдылар.
Афарин, уҡыусылар! Киләсәктә лә уңыштар һеҙгә!

(Мәғлүмәттәр район мәғариф бүлеге сайтынан).

Бөрйән уҡыусылары һынатмаған
Бөрйән уҡыусылары һынатмаған
Автор:
Читайте нас: