Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
25 Декабрь 2023, 08:50

Инсур Рәмил улы “әкиәти” Грантҡа эйә булған!

Әбделмәмбәт мәктәбе директоры Инсур Рәмил улы Үтәбаев “Әкиәт” тигән тауышлы пазлы өсөн Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү ойошмаһы тарафынан үткәрелгән Грант конкурсы еңеүсеһе булған!

Инсур Рәмил улы “әкиәти” Грантҡа эйә булған!
Инсур Рәмил улы “әкиәти” Грантҡа эйә булған!

“Әкиәт” тауышлы пазл проектының авторы - Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы, Башҡортостандың мәғариф отличнигы, Бөрйән районы Әбделмәмбәт ауылы мәктәбе директоры, информатика уҡытыусыһы Инсур Үтәбаев.

Тауышлы пазл эсенә төрлө әкиәттәр буйынса эшләнгән пазлдар һәм аудиоколонка инә. Балалар ошо пазлдарҙы дөрөҫ йыйып бөткәндән һуң, аудиоколонка аша башҡорт телендә әкиәт тыңлай ала.

Проекттың маҡсаты – мәктәпкәсә белем биреү учреждениеларында мәғлүмәт-коммуникация технологиялары ярҙамында башҡорт телен өйрәнеү өсөн шарттар булдырыу.

Афарин, Инсур Рәмил улы! Беҙ һеҙҙең менән ғорурланабыҙ!

#БашФонд #Башкортостан

 

Инсур Рәмил улы “әкиәти” Грантҡа эйә булған!
Инсур Рәмил улы “әкиәти” Грантҡа эйә булған!
Автор:
Читайте нас: